+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Май 2019, 17:39

“Йәшармеецтар булдыҡ беҙ!”

Район “Йәш армия” ойошмаһының III слеты район мәҙәниәт һарайының фойеһында ҡуйылған күргәҙмәләрҙе ҡарауҙан башланды. Был көндө унда Балалар ижады үҙәгенең (директоры И.П.Шаульская) “Ғафури районының Үлемһеҙ полкы” китабының I томы, “Йәш армия” (етәксеһе А.Р.Миңлебаев) ойошма-һының эшмәкәрлеге, Герой-пионерҙар тураһындағы альбомдар, “Космосҡа юл” йыһан тураһындағы китаптар һәм самолет макеттары күргәҙмәһе менән танышырға була ине.

Шулай уҡ Ҡырмыҫҡалы районының эҙәрмәндәр отрядының (етәксеһе Р.Р.Шаймарҙанов), Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Ватан” хәрби-патриотик берекмәһенең экспонаттары ла уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар яу яландарынан табылған әйберҙәрҙе ҡараны, заманса атыу ҡоралдары тураһында һорауҙар бирҙе, улар менән фотоға төшөргә лә өлгөрҙө.

Байрамға ҡунаҡтар: Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар урынбаҫары А.В.Тимербулатов, район хакимиәтенең мобилизация эштәре буйынса баш белгесе, II ранг капитаны В.И.Герасимов, сик һағы ветерандар советы рәйесе Р.Р.Шаймарҙанов, район ветерандар советы рәйесе Э.Ә.Мөлөкова килгәйне.

Красноусол, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын мәктәптәре уҡыусылары Космонавтика көнөнә һәм Ватан авиацияһы тарихына арналған тест һорауҙарына яуап бирҙе. Тигеҙ сафтарға теҙелгән буласаҡ йәшармеецтарҙы майор А.В.Тимербулатов ҡотлап, “Йәш армия” сафтарына аҡыллы, спортты яратҡан, үҙ иленең тарихын яҡшы белгән, тыуған еренә сикһеҙ һөйөү хистәре менән янған ҡыҙ һәм егеттәрҙең йылдан-йыл күберәк кереүен теләне. “Был көн һеҙҙең хәтерегеҙҙә ғүмерлеккә ҡалыр, биргән антығыҙға тоғро булырһығыҙ, Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итерһегеҙ, уның геройҙарын онотмаҫһығыҙ, уҡыуҙа һәм спортта алдынғы булырһығыҙ тип ышанам,” - тине ул тәбрикләү һүҙендә. Шулай уҡ ҡотлау һүҙе менән Балалар ижады үҙәге директоры И.П.Шаульская, В.И.Герасимов, Э.Ә.Мө-лөкова, сик һағы ветерандары исеменән Р.Р.Шаймарҙанов сығыш яһаны. Үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һалған “Йәш армия” берекмәһе етәксеһе А.Миңлебаев район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ҡотлауҙарҙан һуң йәшармеецтарға түшкә таға торған билдәләр тапшырылды.

Йәшармеецтар өсөн Балалар ижады үҙәгенең “Эсперанто” бейеү ансамбленең (етәксеһе А.Фәйзуллина), “Вокал” берекмәһенән Аделина Әхмәтйәнованың (етәксеһе Ә.Насирова) сығыштары ҡотлау бүләге булды. Сара һуңында Космонавтика көнөнә арналған тест һөҙөмтәләре иғлан ителде. Уға ярашлы, 1-се урындарға Вадим Игнатьев (Яңғыҙҡайын мәктәбе), Динар Закиров (3-сө мәктәп), Линар Ярмаков (Яңғыҙҡайын) лайыҡ булһа, 2-се урынды Ринат Мәүлитшин (КБГИ), Эмиль Әбделмәнов (3-сө мәктәп) алды.

Байрам иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.


Читайте нас: