-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2019, 16:20

Көлөү ғүмерҙе оҙайта

Апрель айының бер көнөндә район мәҙәниәт һарайы районыбыҙҙың юморға бай мәктәп уҡыусыларын “Юморина” фестиваленә йыйып, тамашасыларға күңелле ял минуттары бүләк итте. Сараны район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге, Балалар ижады үҙәге ойошторған. Уҡыусыларҙың төрлө осраҡтарҙы сатира һәм юмор аша уңышлы күрһәтә, әсе көлә белеүҙәре хайран ҡалдырҙы.

Фестивалдә 6 команда ҡатнашты. Красноусолдағы 1-се мәктәптең “Ща За GoogIю”, 2-се мәктәптең “220 вольт”, 3-сө мәктәптең “Алама компания”, КБГИ-нан “Ауыр бала саҡ”, Аҡкүл мәктәбенән “Шат ҡондоҙҙар”, Табындан “Смайликтар” командалары үҙ-ара ярышты.

Командалар 4 этаптан: “Үҙҙәре менән таныштырыу”, “Ҡаршы командаға ҡыҙыҡ һорау”, “Капитандар ярышы” һәм “Өйгә эш”тән торған конкурста үҙҙәрен һынап ҡараны. Һәр команда фестивалгә ныҡлы әҙерләнеп килгән. “Уҡыусы өсөн иң изге урын – ашхана”, “11-се кластар мәктәпкә сумка йөрөтәме ни?” кеүегерәк ҡыҙыҡлы һорауҙар, яуаптар бирҙеләр.

Ҡыҙыҡлы, матур сығыштарҙан һуң жюри төркөмө еңеүселәрҙе лә билдәләне. 1-се урын бар яҡтан да маһир Красноусолдағы 2-се мәктәптең “220 вольт” командаһына, 2-се урын Красноусол башҡорт гимназия-интернатының “Ауыр бала саҡ”, 3-сө урын 1-се мәктәптең “Ща За GoogIю” һәм 3-сө мәктәптең “Алама компания” командаларына бирелде. Номинациялар буйынса “Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” С.Ҡотошеваға (2-се мәктәп уҡыусыһы), “Иң яҡшы ир-егет роле” - Р.Кәримовҡа (Аҡкүл мәктәбе), “Юморина”ның шәп тауышы” – К.Хәмитоваға (1-се мәктәп уҡыусыһы), “Иң шәп декорация һәм реквизит” – Табын мәктәбенә, “Юморҙың өмөтө” – И.Шамиевҡа (КБГИ), “Иң яҡшы актер оҫталығы” – Р.Шаймарҙановҡа, “Иң яҡшы шаяртыу” – Красноусолдағы 3-сө мәктәпкә тапшырылды.

Көлөү ғүмерҙе оҙайта, тигәндәй, был сараға килеүселәр рәхәтләнеп көлөп, ыңғай тойғолар алып, шат йылма-йып таралышты “Юморина” фестиваленән.
Читайте нас: