-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2019, 13:53

Ялда ла, эштә лә һынатмайбыҙ

Беҙҙең Ташбүкән башланғыс мәктәбе уҡыусылары ялда ла, эштә лә һынатмайҙар.Күптән түгел Красноусол ауылында урынлашҡан тыуған яҡты өйрәнеү-тарих музейына экскурсияға барып ҡайттыҡ.

Музейҙа районыбыҙҙың тарихын сағылдырған экспонаттар, документтар һәм фотоһүрәттәр тупланған. Иң ылыҡтырған экспонаттарҙың береһе – ошонда урын алған мамонт һөйәктәре булды. Бында мамонт һөйәгенең ниндәйе генә юҡ! Шулай уҡ беҙҙең эраға тиклем IV-VIII быуаттарҙа табылған һуғыш ҡоралдарын күреп хайран ҡалдыҡ. Музейҙа башҡорт халҡының тормош-көнкүреш әйберҙәренән торған экспонаттар ҙа бар. Мәҫәлән, боронғо ҡул бысҡыһы, кәрәсин лампаһы, киркә, ураҡ һәм башҡа бик күп төрлө эш ҡоралдары. Районыбыҙҙың быяла заводына бәйле материалдарҙы ла ҡараныҡ, музей хеҙмәткәренең һөйләгәндәрен ҡыҙыҡһынып тыңланыҡ. Һәр бер экспонат үҙендә тарих һаҡлағанына ышанып ҡайттыҡ.

Беҙ ялыбыҙҙы файҙалы үткәреү менән бергә, эштә лә һәр ваҡыт алда йөрөйбөҙ. 6 апрелдән башланған яҙғы таҙартыу эштәренән дә ситтә ҡалманыҡ. Һәр йылдағыса үҙебеҙгә тәғәйен биләмәне сүп-сарҙан таҙартыу эштәрендә ҡатнаштыҡ. Беҙ йәшәгән тыуған еребеҙҙең таҙа, матур булыуын теләйбеҙ!

Динара БАТАЛОВА,
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты филиалы Ташбүкән башланғыс мәктәбенең 4-се класс уҡыусыһы.


Читайте нас: