-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2019, 16:46

Бер телдән телем кәм түгел

18 май – башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнөндә Бурлы урта мәктәбенә лә теләгән һәр кем килеп белемен һынап ҡарай алды.

Сарала мәктәп директоры Марат Раил улы Басиров, уҡытыусылар, уҡыусылар, мәктәп, төрлө ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, ата-әсәләр әүҙем ҡатнашты. Диктант яҙыу өсөн майҙансыҡ Яугилде мәктәбендә лә ойошторолдо. Төп майҙансыҡта үткән диктанттың тексын Бурлы урта мәктәбенең тәрбиә эштәре буйынса директор урынбаҫары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова уҡыны. “Ағыла ҡурай моңо...” тип исемләнгән текстың авторы – яҡташыбыҙ, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Салауат Әбүзәр.

Диктант яҙыуҙа барлығы 148 кеше ҡатнашты. Туған телгә хөрмәт менән һуғарылған сараны ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға “Афарин!” тиергә генә ҡала. Бындай матур, күләмле сара йәнә башҡорт теленең мәртәбәһен арттырҙы, бер телдән кәм булмаған туған телебеҙ менән ғорурланыу хисе уятты.

Әлфиә СӘЛИМЙӘНОВА.

Бурлы ауылы.
Читайте нас: