+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2019, 16:53

Киңерәк ҡолас алһын

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу көнө районыбыҙҙа ойошҡан рәүештә үтте. Бөтәһе 19 дөйөм белем биреү һәм Табындағы коррекция мәктәбендә, бынан тыш район хакимиәтендә һәм бер нисә эш урынында диктант яҙыу урындары ойошторолдо, уларҙа бөтәһе 1532 кеше һынау тотто.

Һынау тигәндән, Красноусол башҡорт гимназия-интернатына диктант яҙырға килеүселәргә фатиха биреп, гимназия директоры Гөлсөм Монасипова: “Был – белемеңде һынап ҡарауҙан бигерәк, туған телгә хөрмәт, һөйөү белдереү сараһы. Башҡорт теле артабан да йәшәһен, үҫһен, килер быуындарға аманат булып барып етһен тип уйлаған һәр кем унда ҡатнашыуҙы намыҫ эше тип һанарға бурыслы,” - тигән фекер белдерҙе.

Гимназияға диктант яҙырға район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, Үҙәк район дауаханаһы табибы Зәбиҙә Ҡужина, район Ағинәйҙәр ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова һәм башҡалар килгәйне. Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы уҡыуында яҡташыбыҙ, шағир Салауат Әбүзәр төҙөгән текст һәр кемдең күңел түренә үтеп инде, тыуған төйәгең, уның үткәне, бөгөнгөһө менән ғорурланыу, яҡты киләсәгенә ышаныс тойғолары уятты.

Бындай рухиәт сараһы йылдан-йыл киңерәк ҡолас алыр, күберәк телһөйәрҙәрҙе йәлеп итер тип ышанайыҡ.


Читайте нас: