+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
21 Май 2019, 16:37

“Һәр ваҡыт әҙер!”

М.Ғафури исемендәге майҙанда Пионерия көнөнә һәм уның ойошторолоуының - 97, республикабыҙҙың 100 йыллығына, Балалар ижады үҙәге асылыуға 45 йыл тулыу уңайынан тантаналы күркәм сара үтте. Көн һалҡын булһа ла, теҙелешеп килгән уҡыусыларҙың йөҙҙәре ҡояштай балҡып тора ине.

Красноусолдың 1-се, 2-се, 3-сө мәктәптәре һәм башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары тигеҙ сафтарға теҙелгәс, борғо, барабан ҡағыуы аҫтында “Алтын бал ҡорто” пионерҙар ойошмаһы байрағы индерелде. Дружина етәкселәре рапорт биргәндән һуң, сара асыҡ тип иғлан ителеп, “Алтын бал ҡорто” пионерҙар хәрәкәте етәксеһе уҡыусыларҙы иҫтәлекле байрам менән ҡотланы.

Пионерҙар хәрәкәте ветерандары Роза Вәли ҡыҙы Чушкина, Ольга Николаевна Григорьева, Эльвира Әнүәр ҡыҙы Мөлөкова, Ирина Петровна Шаульская үҙҙәренең пионер булған саҡтарын иҫкә төшөрҙө, уҡыусыларҙы пионер исеменә тап төшөрмәй, һәйбәт уҡырға, һәр эштә лә алдынғы булырға саҡырҙы. Йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Лариса Дәүләтшина сығыш яһап, балаларға уҡытыу һәм тәрбиә биреүҙә күп көс һалған Балалар ижады үҙәгенә рәхмәт әйтеп, директоры И.П.Шаульскаяға муниципаль район хакимиәте исеменән Маҡтау грамотаһы тапшырып үтте.

Буласаҡ пионерҙар бер тауыштан тантаналы вәғәҙә биргәндән һуң сарала ҡатнашыусылар 4-се класс уҡыусыларына пионер галстугы таҡты. Йәш пионерҙар яҡшы уҡырға, хеҙмәткә, дуҫлыҡҡа, намыҫлы булырға “Һәр ваҡыт әҙер!” тигән яуап та яңғыратты. Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙың шиғри бүләктәре лә байрамды йәмләп торҙо.

Был иҫтәлекле сарала “Алтын бал ҡорто” үткәргән акцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан һәм үҫеп килеүсе йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә, социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа емешле хеҙмәттәшлек иткән бер төркөм кешеләргә Балалар ижады үҙәгенең Ҡотлау хаты тапшырылды.

Бөйөк Еңеү яулап яу яландарында һәләк булған яҡташтарыбыҙ иҫтәлегенә 1 минут тынлыҡ иғлан ителеп, уҡыусылар М.Ғафури һәйкәленә, батырҙар иҫтәлегенә ҡуйылған обелискыға сәскәләр һалды. Байраҡты сығарғандан һуң, тантаналы сара тамамланып, галстук бәйләгән йәш пионерҙар үҙҙәрен ғорур тотоп, шат йылмайып таралышты.


Читайте нас: