+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Май 2019, 12:35

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә

2019 йылда Рәсәйҙә һөнәри белем биреү учреждениеларында заман талаптарына яуап биргән WorldSkills йүнәлешендә оҫтаханалар булдырыласаҡ.

Башҡортостанда ла “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Йәш профессионалдар” төбәк проектының паспорты раҫланған. Уға ярашлы, 2024 йылға тиклем заманса матди-техник базалы оҫтаханаларҙың һаны 50-нән дә кәм булмаҫҡа тейеш.
РФ Мәғариф министрлығы 2019 йылда федераль бюджеттан грант алыуға конкурс уҙғарҙы. Башҡортостандан унда 6 колледж: Өфө технология һәм дизайн колледжы, Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы, Өфө машиналар төҙөү колледжы, Аксенов агросәнәғәт колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәри колледж һәм Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжы уңышҡа иреште.
Конкурс һөҙөмтәләренә ярашлы, республикала “Сәнғәт, дизайн һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһе”, “Төҙөлөш”, “Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары”, “Ауыл хужалығы”, “Социаль өлкә” йүнәлештәре буйынса 30 оҫтахана барлыҡҡа киләсәк. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 138 миллион һум аҡса йәлеп итеү планлаштырыла.
#нацпроекты#национальныепроекты
Читайте нас: