Унда райондың алты мәктәбенән 7 команда ҡатнашты. Барыһы ла сәхнә биҙәлешен, костюмдарҙы уйлап, етди әҙерләнеп килгән. Красноусолдағы 1-се мәктәптән “Тормош” (етәкселәре Л.Р.Хәбибуллина), 2-се мәктәптән “No smoking” (О.В.Опарина), башҡорт гимназия-интернатынан “Шәп” (Л.Г.Рәхимова) һәм “Сәләмәт бул” (Л.Г.Ғәлиуллина), Сәйетбаба урта мәктәбенән “Позитив” (Г.Р.Рахманғолова), Бурлы урта мәктәбенән “Йәшлек” (Р.М.Кәримова) командалары сығыш яһаны.
Конкурсанттар тиҫтерҙәрен бар оҫталыҡтарын, көсөн, фантазияларын эшкә егеп, сәләмәт тормошҡа әйҙәне. Йырлап-бейеп, актер таланттары менән дә сәхнәне йәмләне. Конкурста ҡатнашыусыларҙы ентекле күҙәткән жюри төркөмө: йәштәр, социаль сәйәсәт, физик культура һәм спорт бүлеге етәксеһе Лариса Дәүләтшина, район эске эштәр бүлеге начальнигының йәмәғәт тәртибен һаҡлау буйынса урынбаҫары Ж.Ә.Ғәйнуллин, Үҙәк район дауаханаһы табип-наркологы А.Ф.Мөхәмәтғәлин, методист, өҫтәлмә белем биреү педагогы Г.В.Арыҫланова иң-иңдәрҙе билдәләне. 12 йәшкә тиклемгеләр араһында 1-се урынды Сәйетбаба урта мәктәбе һәм башҡорт гимназия-интернаты үҙ-ара бүлешһә, 2-се урын Аҡкүл мәктәбенә бирелде. 13-18 йәшлектәр араһында 1-се урынды башҡорт гимназия-интернаты, 2-се урынды 1-се һанлы мәктәп, 3-сө урынды Сәйетбаба һәм Бурлы мәктәптәре алды. Еңеүселәрҙең барыһына ла татлы приздар һәм грамоталар тапшырылды.
Бәйге һуңында Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе Аделина Әхмәтйәнова (етәксеһе Ә.Р.Насирова), “Эсперанто” (етәкселәре А.М.Фәйзуллина), “Альянс” (С.В.Бакаева), “Патриот” (Р.Н.Кинйәбаев) төркөмдәре үҙҙәренең матур концерт номерҙарын бүләк итте.