-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
28 Май 2019, 11:37

Файҙалы тәжрибә булды

Ошо көндәрҙә Өфө ҡала-һында мәктәп автобустары водителдәренең рес-публика һөнәри бәйгеһенә йомғаҡ яһалды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был конкурсты үткәреү тураһында республика башлығы Радий Хәбиров “Мәғариф” республика форумында әйткәйне.

“Мәктәп автобусының иң яҡшы водителе” конкурсында республиканың 54 районынан һәм 8 ҡала округынан 115 водитель ҡатнашҡан. Уларҙы БР Гостранс рәйесе Азат Кәлимуллин тәбрикләп, “Мәктәп автобусы водителенең бурысы – хәүефһеҙ һәм уңайлы шарттарҙа пассажирҙарын мәктәпкә алып барыу һәм кире өйҙәренә алып ҡайтыу. Ә уларҙың пассажирҙары – балалар, шуға күрә водителдәрҙең һөнәри оҫталығына айырым талаптар ҡуйыла”, тине. Бәйгенең финалына муниципаль этапта еңгән водителдәр йәнә Өфөгә йыйыла. Улар араһында беҙҙең райондан Бурлы урта мәктәбе водителе Әхәт Буранғолов та үҙ көсөн һынап ҡарай.

- Мәктәп автобусында 9-сы йыл эшләйем. Уға тиклем “Урожай” хужалығында водитель инем. Бурлы мәктәбенә һәм уның филиалдарына балаларҙы 5 ауылдан Илдар Хәлимов “Паз” автобусында һәм мин “Газель”дә йөрөтәбеҙ. Эш көнөбөҙ иртәнге 7-лә башлана. Мин тәүҙә Яңы Бурлы ауылынан 2 баланы Березовка мәктәбенә алып килеп, унан 6 баланы Бурлы мәктәбенә килтерәм. Артабан Ҡормантауҙан Илдар менән бергә 30 баланы Бурлыға килтерәбеҙ. Шунан Байымбәттән 11 уҡыусыны Бурлы мәктәбенә алып киләм. Төштән һуң, уҡыусыларҙың дәрестәре нисек бөтөүенә ҡарап, уларҙы ауылдар буйлап кире таратып сығабыҙ. Яуаплылыҡ ҙур булһа ла, эшем оҡшай. Конкурстың финалында теоретик белемде тикшереү, автотранспорттың матди-техник базаһын белеү һәм практик өлөштә – 1200 км оҙонлоҡтағы трассала 6 төрлө фигура буйынса автобус йөрөтөүҙә ярыштыҡ. Беренсе урындарға өлгәшеп булмаһа ла, күңелемде төшөрмәнем, бәйгелә ҡатнашыу минең өсөн файҙалы тәжрибә булды, - ти Әхәт Миниәхмәт улы киләсәктә лә был конкурста ҡатнашырға теләге юҡ түгеллеген белдереп. Уға эшендә уңыштар, бәйгеләрҙә еңеүҙәр теләргә генә ҡала.
Читайте нас: