Красноусол башҡорт гимназия-интернаты ла 11-се класты тамамлаусы 30 уҡыусыһын оло тормош юлына сығарҙы.
Дәүләт гимнын барыһы ла баҫып тыңлағандан һуң, алып барыусылар сараны асып, ҡотлау өсөн тәүге һүҙҙе гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға бирҙе. Ул үҙенең матур теләктәрен еткереп: “Һеҙ 11 йыл дәүерендә меңдән ашыу ҡыңғырау сыңы ишеттегеҙ, бөгөнгөһө оло тормошҡа юл күрһәтеп сыңлаясаҡ. Бөйөк шағирыбыҙ Рәми Ғарипов һүҙҙәре менән әйткәндә “Хаталар ҙа булыр тормошоғоҙҙа, тик тормошоғоҙ хата булмаһын”. Бер-берегеҙҙе онотмағыҙ, һәр саҡ әлеге кеүек берҙәм булығыҙ. Гимназияла алған белемегеҙҙе, тәрбиәгеҙҙе файҙаланығыҙ, барыр юлдарығыҙ оҙон, яҡты булһын”, - тип сығыш яһаны.
Марш көйө аҫтында туғыҙынсылар ун беренселәргә мәктәп тамамлаусы таҫмалары таҡҡас, тантананың мәртәбәле ҡунағы муниципаль район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов һүҙ алды.
- Бөгөн ун беренселәр оло юлға сыға. Беҙ һеҙгә яҡшы теләктәр генә теләйбеҙ. Офоҡтарығыҙ киң, атыр таңдарығыҙ тыныс, киләсәгегеҙ яҡты, саф, аяҙ, ниәттәрегеҙ изге булһын. Үҙегеҙ теләгән һөнәрҙәрҙе һайлап, күңелегеҙгә яҡын уҡыу йортонда уҡырға яҙһын. Ҡайҙа ғына йәшәһәгеҙ ҙә, ниндәй һөнәр кешеләре булһағыҙ ҙа ысын кешеләр булып ҡалығыҙ. Үҙегеҙҙе кәрәк кешеләр тип тойоп йәшәгеҙ. Уҡытып, үҫтергән ата-әсәләргә, белем үрҙәренә мендергән уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә ҙур рәхмәт. Байрам бүләге итеп гимназияға мебель алыу өсөн 500 мең һум аҡса һәм лазерлы тир бирәбеҙ, - тип тамамланы һүҙен Фәнзил Фәйез улы.
Башланғыс класта уҡытҡан Мәмдүҙә Рәйес ҡыҙы Батыршина ла үҙенең уҡыусыларына ихлас теләктәрен әйтте, изге юл теләне. Ун беренселәрҙең класс етәкселәре Раушания Әхнәф ҡыҙы Рафиҡова менән Ирина Ильяс ҡыҙы Вафина, тәрбиәселәр Винера Нурислам ҡыҙы Хисаметдинова менән Альмира Мөдәрис ҡыҙы Ильясованың да был көндө үҙҙәренең ҡанат нығытҡан, бер ғаиләгә әйләнгән ҡарлуғастарына әйтәһе һүҙҙәре, күңелдән урғылып сыҡҡан изге теләктәре күп ине.
Артабан 11-селәр ҡәҙерләп үҫтергән әсәй-атайҙарына, уҡытыусыларына, тәрбиәселәренә йылы, рәхмәт һүҙҙәрен шиғыр, йыр аша еткерҙеләр, сәскәләргә күмделәр. Ата-әсәләр исеменән Лира Бәхтийәрова изге теләктәрен еткерҙе.
Беренселәр ағай-апайҙарына шиғырҙар һөйләне, йырланы, уларҙың ер һелкетеп бейеүенә хатта болоттар таралып, күктә ҡояш ихлас йылмайҙы. 2008 йылда беренсе класҡа килгән ун беренселәр үҙҙәренә алмашҡа килгән 2029 йылда сығарыласаҡ беренселәргә бүләктәр биреп шатландырҙылар, “Мәктәп вальсы” йырына хушлашыу вальсында әйләнделәр, һуңынан күккә аҡ шарҙар осорҙолар.
Бына күңелдәрҙе елкендереп һуңғы ҡыңғырау сыңлай, уны 11-се класс уҡыусыһы Илгиз Ишбулдин менән 1-се кластан Милена Гәрәева бирҙе. Ул егет һәм ҡыҙҙарҙы оло юлға оҙатып, яҡты киләсәккә, хыялдарға әйҙәп яңғыраны.
Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн өр-яңы тормош башлана. Алда Берҙәм дәүләт имтихандары, үҙаллылыҡ, һынауҙар көтә уларҙы. Тормош юлдарығыҙ бер үк һикәлтәһеҙ, ҡаршылыҡтарһыҙ ғына була күрһен. Аҡ юл һеҙгә, сығарылыш уҡыусылары!