+21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Май 2019, 12:46

Бала саҡтың һуңғы вальсы

Сығарылыш класс уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау тантаналары уҙғандан һуң, кистән район хакимиәте алдындағы М.Ғафури майҙанында күркәм байрам сараһы үтте. Уны район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Лиана Муллагилдина менән Александра Хәбибуллина алып барҙы һәм ҡыҙыҡлы итеп ойошторҙо.

Байрам сараһына Красноусолдағы 1-се, 2-се, 3-сө, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының һәм районыбыҙҙың ҡайһы бер белем биреү учреж-

дениеларының 11-се класын тамамлаусы уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиә-селәр, ата-әсәләр йыйылды. Ул “2019 йылғы сығарылышҡа дан!” уйыны һәм барлыҡ сығарылыш уҡыусыларын сәләм-ләүҙән башланды. Тәүге ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте исеменән иҡтисади үҫеш бүлеге начальнигы Ирина Небогатова сығыш яһаны, уңыштар теләне. Төрлө фәндәр буйынса һәр кимәлдәге олимпиадалар еңеүселәре Софья Ефанова (3-сө мәктәп, 9-сы класс), Яна Савкина (2-се мәктәп, 9-сы кл.) Анастасия Королева (3-сө мәктәп, 9-сы кл.), Аделина Вафина (КБГИ, 9-сы кл.), Эльнара Айытова (1-се мәктәп, 11-се кл.), Алмаз Зөлҡәрнәйевты (3-сө мәктәп, 11-се кл.) район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләп үтте.

Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов сығарылыш уҡыусыларына, уҡытыу-сыларға, ата-әсәләргә тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе. Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, үҙҙәре һайлаған уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәрен теләне. Һәм уҡыу йылы башында иғлан ителгән “Йыл уҡыусыһы-2019” район конкурсына йомғаҡ яһап, еңеүсе бер нисә уҡыусыға район хакимиәтенең Маҡтау грамоталарын һәм аҡсалата бүләктәрен тапшырҙы. “Иң һәләтле уҡыусы” номинацияһында Крас-

ноусолдағы 1-се мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Эльнара Айы-това, “Иң талантлы” - Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Аделина Вафина, “Иң ижади” - Сәйетбаба урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Нәркәс Байбулдина билдәләнде. Ә “Йыл уҡыусыһы” район конкурсы еңеүсеһе булып 3-сө мәктәптең 11-се класс уҡыусыһы Алмаз Зөлҡәрнәйев танылды. Райондың йәмәғәт һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашҡан, спорт буйынса районыбыҙ данын яҡлаған йәнә бер төркөм сығарылыш уҡыусылары Рәхмәт хаттарына һәм аҡсалата бүләктәргә лайыҡ булды. Уҡыусылар үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрҙе

район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте бүлеге мөдире Лариса Дәүләтшина ҡулынан ҡабул итеп алды.

Артабан һүҙ 11-селәрҙең ата-әсәләренә бирелеп, улар балаларын оригиналь сығыштар менән тәбрикләне. Красноусол башҡорт гимназия-интернатының сығарылыш класс уҡыу-сыларының әсәйҙәре теләктәрен йыр аша әйтеп бирҙе, атайҙар иһә ҡыҙҙары менән вальс бейене. 2-се мәктәптең сығарылыш класс уҡыусыларының әсәйҙәре лә йыр башҡарҙы. 3-сө мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Розалия Зәйнуллина әсәһе Миләүшә менән күңелгә үтеп инерлек итеп йырланы, ә Ирина Небогатова барлыҡ сығарылыш уҡыусылары – ул-ҡыҙҙарына, шулай уҡ мәктәпте тамамлаусы улына шиғыр арнаны.

Уҡыусылар ҙа ижади номерҙар әҙерләгән. Красноусолдағы 1-се мәктәпте тамамлаусы - 23, 2-се мәктәптән 18 ҡыҙ, 9 егет, 3-сө мәктәптән 7 ҡыҙ, 4 егет, Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан 30 уҡыусы уҡытыусыларына, атай-

әсәйҙәренә йөрәк-тәренән урғылып сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен йыр аша әйтеп бирҙеләр.

Район мәҙәниәт һарайынан Эльвира Насирова районда уҙған һәр бер сараны үҙҙәренең моңло йырҙары менән биҙәгән 11-ҙе тамамлаусы Зарина һәм Розалия Зәйнуллиналар, Гөлсөм Ғәлиуллинаға рәхмәтле булып, иҫтәлекле бүләктәр, сәскә гөлләмәләре менән изге теләктәрен, кәңәштәрен шиғыр юлдары аша еткерҙе.

Артабан байрамдың иң күркәм өлөшө – һәр мәктәптең сығарылыш класс уҡыусылары парлашып вальс әйләнде, һәр ҡайһыһы үҙенең үҙенсәлеклелеге, сағыу-лығы менән айырылып торҙо.

Был кисте Анжелика Рәхмәтуллина, уҡыусы Кристина Хәмитова, студентка Аделина Рәхмәтуллина, Өфө ҡунағы Ғәзимдең сығарылыш класс уҡыусыларына арналған музыкаль бүләктәре, район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре ойошторған ҡыҙыҡлы

уйындар биҙәне. Һуңынан барыһы ла дәртле йырҙарға бейеп күңел асты.


Читайте нас: