+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
31 Май 2019, 13:37

Йәш инспекторҙар һынатманы

Республикала 46-сы тапҡыр үткән “Хәүефһеҙ тәгәрмәс - 2019” Юл хәрәкәтенең Йәш инспекторҙар конкурсы быйыл Мәләүез районының “Спутник” балалар һауыҡтырыу лагерында ойошторолдо. Унда республиканың район-ҡалаларынан иң яҡшы 63 команда 6 этапта көс һынашты.

Беҙҙең район данын Бурлы урта мәктәбе командаһы яҡланы. 4-се класс уҡыусылары Эльвина Башарова, Әлиә Садиҡова, Айназ Ишкин һәм Илназ Садиҡовтан торған берҙәм команда конкурста Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса белемдәрен генә түгел, беренсе ярҙам күрһәтеү, велосипедта йөрөү оҫталығын, ижади һәләттәрен дә күрһәтте. 3 көн барған конкурста балалар өсөн төрлө күңел асыу саралары: танышыу кисәһе, уйындар, дискотека, һуңғы көндө ҙур салют ойошторолдо.

Команданың етәксеһе Бурлы мәктәбенең тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Фаил Рәүф улы Зәйнетдинов әйтеүенсә, уҡыусылар ярышҡа ныҡлы әҙерләнеп, ҙур теләк менән ҡатнашҡан. Уларҙың тырышлығы бушҡа китмәне: команда “Юл хәрәкәте ҡағиҙәләре белгестәре” этабында I урын өсөн БР ЮХХДИ Идаралығының һәм Мәғариф министрлығының Дипломдарына лайыҡ булды. Һәр ҡатнашыусыға сертификаттар, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Иң мөһиме – балалар онотолмаҫ матур тәьҫораттар алып ҡайтты. Уҡыусыларҙы уңыштары менән ҡотлайбыҙ, тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр теләйбеҙ.

Александр КНЯЗЕВ,

Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекторы.
Читайте нас: