+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
11 Июнь 2019, 11:41

Бала күңеленең белгестәре

Кескәйҙәр менән эшләү өсөн бала күңеленең белгесе булыу мөһимдер ул. Был һөнәр ысын мәғәнәһендә балаларға һөйөү, ихтирам талап итә, сөнки тап балалар баҡсаһында алған тәрбиә уның киләсәк тормошона нигеҙ һала ла инде.

Ошо һөнәр эйәләре араһында эш тәжрибәләре менән уртаҡлашыу, яңы тәрбиәүи дәрес өлгөләре уйлап табыу, күрһәтеү, иң-иңдәрҙе билдәләү маҡсатында 2009 йылдан алып районда “Йыл мәктәпкәсә белем биреү педагогы” конкурсы үткәрелә килә. Райондың 42 педагогы ошо конкурста ҡатнашып өлгөргән дә инде.

Быйыл конкурс “Миләшкәй” балалар баҡсаһында башланып, өс көн барҙы. Яңы асылған “Тирмәкәй” балалар баҡсаһынан ғына өс кеше ҡатнашыуы ла шатлыҡлы күренеш. Бәйге төрлө белгестәр ҡатнашыуы, шулай уҡ йәш айырмаһы төрлө булыуы менән айырылып торҙо. Бына улар: “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Татьяна Александровна Баранова, Яңғыҙҡайын балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Венера Радик ҡыҙы Ғәзизова, Аҡкүл мәктәпкәсә йәштәге төркөм тәрбиәсеһе Людмила Михайловна Генералова, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Светлана Борисовна Есмагамбетова, ошо уҡ баҡса тәрбиәсеһе Гөлназ Әшрәф ҡыҙы Юлмөхәмәтова, уҡытыусы-логопеды Альфира Рәйес ҡыҙы Юнысова, “Әкиәт” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Әлфиә Совет ҡыҙы Ефремова, Табын ауылының “Аленушка” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Таңгөл Әлфәрис ҡыҙы Зайцева, “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская, “Миләшкәй” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Ләйсән Ислам ҡыҙы Табулдина, Красноусолдағы 2-се мәктәптең Родина ауылы филиалы “Кескәйҙәр” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Алена Олеговна Федорова, бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт иткән.

Конкурсты тантаналы асыуҙа мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Розалия Таһирова, уҙған еңеүсеһе Алена Әбдрәшитова һәм мәғариф бүлегенең профсоюз ойошмаһы етәксеһе Альберт Насиров сығыш яһап, һәр береһенә еңеллек, уңыштар теләне. Балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнеүсе кескәйҙәрҙең, “Әкиәт”, “Миләшкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренең йыр-бейеүҙәрен барыһы ла яратып, күңел биреп ҡараны.

Конкурсанттар иң тәүҙә “Балалар менән педагогик кисә” тип аталған темаға “Әкиәт”, “Миләшкәй” балалар баҡсаһында асыҡ дәрестәр үткәрҙе, һуңынан “Педагогик асыш”тарын күрһәтте. Бында инде уларҙың балалар менән уртаҡ тел таба белеүҙәре, үҙ һөнәренең асылын, оҫталыҡтарын күрһәтеү төп шарт булып торҙо. “Оҫталыҡ дәрестәре” күрһәткәндән һуң, “Мәғариф бүлеге начальнигы менән һөйләшеү” темаһына мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов менән аралашып, кәңәшләшеү быйылғы конкурстың үҙенсәлеге булды.

- Был конкурс көн һайын сәғәт 9-ҙан 4-кә тиклем көсөргәнешле барҙы. 24 йәшлектәрҙән алып, 50 йәштән үткән тәжрибәле педагогтар ҡатнашты бында. Уларҙың икеһе музыкаль етәксе, өсәүһе уҡытыусы-логопед, ҡалғандары тәрбиәсе булыуы конкурсты байытты, йәнләндерҙе генә. Һәр береһенең тырышлығы, үҙ эшенә мөкиббән бирелгәнлеге күренде, - тип сығыш яһаны йомғаҡлау тантанаһында мәғариф бүлегенең мәктәпкәсә белем биреү буйынса методисы Лира Мөхәмәҙей ҡыҙы Бәхтейәрова.

Мәғариф өлкәһендә ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡала. Сөнки балалар күңеле һиҙгер, улар дөрөҫлөк, матурлыҡ, яҡшылыҡты ғына күрә. Был вазифала үҙеңде мәжбүр итеп эшләп булмай. Шуға ла конкурста ҡатнашҡан һәр кемде еңеүсе тип атарға була. Жюри ағзалары Р.Таһирова, Л.Бәхтийәрова, А.Насиров, В.Ҡунафина (Сәйетбаба), Л.Иванова (Мораҡ), Л.Логинова (Ташлы) “Хеҙмәттәшлек оҫтаһы” номинацияһында - Л.Табулдинаны, “Иң яҡшы Интернет-портфолио” - С.Есмагамбетованы, “Иң яҡшы педагогик табыш” - Л.Генералованы, “Иң яҡшы күргәҙмә технологияларын ҡулланыу” - А.Юнысованы, “Балалар баҡсаһы өмөтө” - А.Федорованы, “Уңышҡа табан” - В.Ғәзизованы, “Халыҡ йолаларын һаҡлап” Т.Зайцеваны, финалға сыҡҡан “Миләшкәй” балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Т.Баранова, “Әкиәт” балалар баҡсаһының уҡытыусы-логопеды Ә.Ефремова, “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Г.Юлмөхәмәтованы билдәләп, уларға Маҡтау ҡағыҙҙары, сәскә гөлләмәләре һәм бүләктәр тапшырҙы. Ә инде “Балалар баҡсаһы педагогы – 2019” конкурсы еңеүсеһе тип “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская танылып, барыһы ла уны көслө алҡыштарға күмде. Еңеүсегә “Фомин” икмәкханаһы матур итеп биҙәп бешергән торт тапшырылды. Уны алда республика бәйгеһендә ҡатнашыу көтә. Үҙ эшен яратҡан, уны төплө белгән педагог бында ла һынатмаҫ тип уйлайбыҙ. Сөнки уның районыбыҙҙа таяныр, өлгө алырлыҡ хеҙмәттәштәре күп булыуына тағы бер тапҡыр инандыҡ. Конкурстың йомғаҡлау өлөшө “Әкиәт” балалар баҡсаһының “Йәйғор” вокаль ансамбле (Л.Мәүлетҡолова, А.Латипова, Р.Анисимова, Ф.Сафина, гармунда В.Хөсәйенова) башҡарыуындағы “Тыуған яғым гөлдәр иле” йыры менән тамамланды. Киләсәктә лә балаларыбыҙҙы донъяны танып-белергә өйрәтеүҙә, уларға тәрбиә биреүҙә арымай-талмай эшләргә яҙһын кескәйҙәр менән эшләүсе педагогтарғ
Читайте нас: