Сара гимназияның “Ҡолонсаҡ” ансамбле малайҙарының йыры һәм уҡыусылар башҡарыуында З.Биишева, М.Кәрим, Р.Ғарипов, С.Әбүзәров шиғырҙарын һоҡланып тыңлауҙан башланып китте.
Гимназия директоры Г.М.Монасипова йыйылышты асып, съезд тәьҫораттары менән бүлеште.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезы башҡорт теле һәм мәҙәниәтен үҫтереү, милли мәғарифҡа бәйле һорауҙарға яуап эҙләү, фәнни-методик һәм инновацион алымдар тураһында фекер алышыу маҡсатында ойошторолған. Башҡортостандың мәғариф минист-ры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Вәкил улы Хажин сығыш яһаны һәм бер төркөм уҡытыусыларға «Мәғариф алдынғыһы» билдәһен тапшырҙы. Шулай уҡ министрлыҡтың Маҡтау грамоталары тапшырылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин съезда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп: «Июнь аҙағында V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыласаҡ. Унда башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы буйынса фекер алышып, уны раҫлау күҙ уңында тотола. Тағы бер 20-30 йылдан һуң халҡыбыҙ нисек, ниндәй хәлдә буласаҡ, шуны күҙалларға тырышасаҡбыҙ. Был эштән башҡорт теле уҡытыусылары ла ситтә ҡалмаҫ, үҙҙәренең тос фекерен еткерер тип уйлайбыҙ», - тине. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың съездың пленар ултырышында башҡортса сығыш яһап ҡатнашыуы ҙур мәртәбә булды. Ул башҡорт телен уҡытыуҙы заман технологияларына ярашлы мауыҡтырғыс итеп ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ултырыш алдынан төбәк етәксеһе инновацион технологиялар ярҙамында башҡорт телен өйрәтеүсе программалар менән таныштырған интерактив күргәҙмәне ҡараны. Улар араһында «Тере һүҙҙәр», «Электрон уйын мәктәбе» мәғариф платформаһы, виртуаль 3D-тирмә һәм башҡа заманса программалар бар ине. Проект авторҙары әйтеүенсә, был инструменттар башҡорт телен уҡытыу методикаһына яңыса ҡараш формалаштыра, дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы ойошторорға ярҙам итә, - тине Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатов съезда күргәндәрен, үҙебеҙҙә ҡайһы мәктәптәрҙә ҡулланыу мөмкинлеге барлығын, заманса алымдарҙы ғәмәлгә индереүгә ҡағылышлы пландар менән уртаҡлашты.
-Делегаттар баш ҡалабыҙҙағы башҡорт лицейы һәм гимназияларының эш тәжрибәһе менән дә танышты, Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү мәсьәләләре бу-йынса фекер алышты, туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһына тәҡдимдәр индерҙе. Был съезда аралашып, фекер туплап, күп идеялар алып ҡайттыҡ, - тине район мәғариф бүлеге методисы Альбина Басирова.
Оҫталыҡ дәрестәрендә булып, бик күп мәғлүмәттәр туплаған Фәрзәнә Шәрәфетдинова, Альмира Яҡшыбаева, Флүзә Баязитова, Эльвера Ҡунафинаның да әйтер, һөйләр һүҙҙәре күп ине.
Съезда ҡатнашҡан һәр кем ҙур ҡәнәғәтлек һәм киләсәккә яҡты өмөттәр менән ҡайтҡан. Телебеҙ хаҡына артабан да фиҙаҡәр хеҙмәт итеп, юғары уңыштарға өлгәшергә яҙһын.