Конференция башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына фәнни-методик ярҙам күрһәтеү, съезда ҡаралған көнүҙәк мәсьәләләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе уртаға һалып тикшереү өсөн уҙғарыла. Сара сиктәрендә белем биреү учреждениеһының икенсе ҡатында мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡлы, мәғлүмәтле күргәҙмәләр, экспозициялар эшләне, башҡортса төрлө китаптар, открыткалар, милли биҙәүестәр һатып алыу мөмкинлеге лә булды.
Конференция эшендә беҙҙең райондан мәғариф бүлеге методисы, Красноусолдағы 2-се, 3-сө, башҡорт гимназия-интернаты, Табын, Бурлы, Үзбәк, Еҙем-Ҡаран, Сәйетбаба, Йөҙимән, Ҡауарҙы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, Красноусолдағы “Миләшкәй”, “Әкиәт” балалар баҡсаһы мөдире, өлкән тәрбиәсеһе, “Табын” гәзите бүлек мөдиренән торған делегация ҡатнашты.
Конференция Стәрлетамаҡ Дәүләт филармонияһы артисы Динар Абдуллин ҡурайҙа башҡарған халҡыбыҙҙың мәшһүр “Урал” көйө менән асылды. Сараны асыу тантанаһында республиканың төрлө төбәктәренән килгән коллегаларын сәләмләп Стәрлетамаҡ ҡала округы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Йыһангир Йыһанша улы Ишбаев сығыш яһаны.
Программаға ярашлы, сарала ҡатнашыусылар төркөмдәргә бүленеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһы белем биреү учреждениелары, гимназия, лицей, колледждарының башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған тел уҡытыусыларының, тәрбиәселәрҙең оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны. Алты төрлө дискуссия (фекер алышыу) майҙансығы эшләне. Уларҙың икәүһендә районыбыҙ уҡытыусылары ла сығыш яһаны. 1-се – “Рәсәйҙең күп милләтле палитраһында туған телдәр: бөгөнгөһө һәм киләсәге” тигән майҙансыҡта Табын ауылы төп белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Хәбир ҡыҙы Йәнмырҙина “Башҡортлоҡтоң орлоҡтарын сәсәм...” сығышында уҡытыу урыҫ телендә булған күп милләтле мәктәптә башҡорт телен уҡытыу үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. 6-сы – “Башҡорт телен өйрәнеүҙә цифр-лы белем биреү мөхитен булдырыу” тигән майҙансыҡта Бурлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Ләйсән Әнүәр ҡыҙы Хәлилова туған тел дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Пленар ултырышта конференцияға йомғаҡ яһалды. I Бөтә Рәсәй Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезында күтәрелгән проблемалар һәм уның резолюцияһы проекты тураһында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының милли мәғариф, регион-ара хеҙмәттәшлек һәм дәреслектәр нәшер итеү бүлеге етәксеһе Розалия Расих ҡыҙы Сәфиуллина бәйән итте.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты деканы, доцент, филология фәндәре кандидаты Рәйсә Хәким ҡыҙы Илешева “Башҡорт телен үҫтереүгә заман талаптары” исемле доклад менән сығыш яһаны. Ошо уҡ юғары уҡыу йортоноң башҡорт һәм төрки филологияһы факультеты профессоры, филология фәндәре докторы, балалар яҙыусыһы Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы Әбүталипова башҡорт телен уҡытыуҙа күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында һөйләне.
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы доценты, тарих фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Ләйсән Йәркәй ҡыҙы Йосопова күп милләтле дәүләттәрҙә тел мәсьәләһенә бәйле сәйәсәт тарихы менән таныштырҙы. Артабан конференция сиктәрендә үткән дискуссия майҙансыҡтары модераторҙарына һүҙ бирелде. Улар әйтеп үткән майҙансыҡтарҙа тупланған, конференция резолюцияһына тәғәйенләнгән тәҡдимдәр менән таныштырып үтте. Ошоноң менән конференция үҙ эшен йомғаҡланы.