-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Ноябрь 2019, 18:10

“Киләсәккә билет”

Рәсәй Президенты В. Путин инициативаһы менән тормошҡа ашырылыусы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә Рәсәй Мәғариф министрлығы уҡыусыларға һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторған фестиваль илебеҙҙең төрлө ҡалаларында уҙғарылып килә. Көҙгө каникул көндәрендә Өфө ҡалаһында (ВДНХ-ла) үткән “Киләсәккә билет” фестивалендә Красноусолдағы 1-се, 2-се мәктәптәрҙең 6-11-се класс уҡыусыларына ла ҡатнашыу мөмкинлеге тейҙе. Уҡыусылар төрлө һөнәр эйәләре менән осрашып, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә ҡатнашты, яңыса технологияларҙың эш барышы менән танышты.

Был сарала ҡатнашыу өсөн сентябрҙә уҡыусылар интернетта “Киләсәккә билет” сайтына кереп, онлайн-тест үттеләр. Һөнәри йүнәлештә кем беренселәрҙән булып тест үткән, шуларға һөнәр эйәләре менән яҡындан осрашыу мөмкин булды.
Фестивалдә Башҡортостандан ғына түгел, күрше-тирә өлкәләрҙән дә делегациялар ҡатнашты. Модераторҙар килеүселәрҙе алсаҡ ҡаршы алып, аҙап ҡалмаһындар өсөн сара тәртибен аңлатып, оҙатып йөрөнөләр. Уҡыусылар “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә киләсәккә иң кәрәкле төрлө һөнәрҙәр менән танышып, белгестәрҙең оҫталыҡ дәрестәрен ҡаранылар. Бында бигерәк тә “Медицина һәм һаулыҡ”, “Энергетика һәм нефть-газ хеҙмәте”,”IТ һәм коммуникация” йүнәлешендәге һөнәрҙәр менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Компьютер буйынса юҡҡа сыҡҡан файлды нисек кире “тергеҙеү” миҫалында, сайт буйынса бик күп мәғлүмәттәр алды уҡыусылар. Һәр ҡатнашыусы бүләккә “Киләсәккә билет” эмблемаһы төшкән футболка, рюкзак, блокнот алып та ҡыуанды. Балалар һөнәр серҙәренә төшөнгәндә уҡытыусы-навигаторҙарға ла Мәскәү ҡалаһынан килгән белгестәр уҡыу ойошторҙо. Яңылыҡтарға байып, эш алымдарын өйрәндек.
Был саранан балалар шул тиклем ҡәнәғәт булып, бик күп яңылыҡтар туплап, күреп, белеп бай тәьҫораттар менән ҡайттылар. Уҡыусыларыбыҙҙың киләсәге өсөн файҙалы сарала ҡатнашыу мөмкинлеге булдырған өсөн район мәғариф бүлеге, мәктәптәр етәкселегенә, автобус водителдәренә рәхмәтлебеҙ. Балаларҙың һөнәрҙе иртә һәм дөрөҫ һайлауы уларҙың киләсәген дә хәл итә бит. Ә бында улар әле ишетмәгән, күрмәгән һөнәрҙәр менән дә яҡындан танышып, ҡайҙа уҡырға, эшкә урынлашырға, был һөнәр нимәне үҙ эсенә алғанлығын күрҙе. Һөнәрҙе һайлай, күрә белһәң, башыңды эшкә ҡушһаң, бер ваҡытта ла эшһеҙ ҡалмаясаҡтарына, ябай ғына һөнәр эсендә лә ҙур сер, иң мөһиме – ҙур мөмкинлектәр ятҡанлығына төшөндө балалар.
Динара ҠАҺИРОВА,
Красноусолдағы 1-се мәктәптең
тарих уҡытыусыһы.
Читайте нас: