-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Ноябрь 2019, 18:00

Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 6 "А" класы уҡыусылары - "Табын" гәзите редакцияһында ҡунаҡта

Бөгөн, 15 ноябрҙә беҙ районыбыҙҙың "Табын" гәзите редакцияһында ҡунаҡта булдыҡ.

Осрашыу гәзиттең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева бүлмәһендә башланды. Ул беҙгә гәзит тураһында, уның ҡасан сыға башлауы, эшләгән мөхәррирҙәр, конкурстар, акциялар тураһында һөйләне.
Артабан беҙ хәбәрсе Индира Айҙар ҡыҙы Ишкина, фотохәбәрсе Наил Нәжметдин улы Латипов янында булдыҡ. Улар ҙа үҙҙәренең эштәре менән таныштырҙылар. Наил ағайҙың элекке фотоаппараттарҙы күрһәтеп, уларҙа нисек эшләгәндәрен һөйләүе бигерәк ҡыҙыҡ булды. Хәҙерге технологиялар эште бигерәк еңелләштергән икән.
Иң аҙаҡтан беҙҙе гәзитте версткалау бүлмәһе көтә ине. Бында яуаплы секретарь Зифа Сәйетгәрәй ҡыҙы Ғайсина, хәбәрсе Әлфиә Рамазан ҡыҙы Вәлиева, версткалаусы Гүзәл Ильяс ҡыҙы Ҡасимова эшләй. Унда гәзит биттәрен нисек эшләүҙәрен, фотоларҙы нисек ҡуйыуҙарын күрҙек.
Редакциялағы осрашыу беҙгә бик оҡшаны. Апай-ағайҙарға ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, уларға эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.
6 "А" класы һәм Саимә Мотаһар ҡыҙы.
Читайте нас: