Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары нигеҙендә гимназияға республиканың күренекле шәхесе Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың исемен биреү тантанаһы уның исемендәге кабинет-музейҙы асыу менән башланып китте. Шулай уҡ залда “Боронғо Өфө" республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре килтергән бай күргәҙмәне ҡарарға ла мөмкинлек булды. Күргәҙмәлә һәр кем федераль кимәлдәге археология ҡомартҡыһы “Өфө – II” ҡаласығындағы (Урта быуат осоро) табылған алтын һәм көмөш әйберҙәрҙең күсермәләрен, еҙҙән ҡойоп яһалған әйберҙәр менән танышты, Н.Мәжитовтың яҡын дуҫы – совет һәм Рәсәй тарихсыһы, археолог, тарих фәндәре докторы Игорь Кызласов менән төшкән фотоларын ҡаранылар. Күргәҙмә эргәһендә “Боронғо Өфө” республика тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының археология бүлеге мөдире Марсель Рәсүл улы Шәмсетдинов Н.Мәжитовтың уҡыусыһы, бергә эшләгән хеҙмәттәше булараҡ нәшер ителгән китаптары, хеҙмәттәре, яҡты иҫтәлектәре тураһында һөйләне.
Сара тамаша залында тик яҡшы билдәләргә уҡыған гимназистарҙы Мәжитовсылар сафына ҡабул итеү менән башланды. Абруйлы ҡунаҡтар уларҙың күкрәгенә Н.Мәжитов төшөрөлгән значоктарҙы таҡты.
- Башҡорт мәктәп-интернаты 1996 йылда асылып, 1997 йылда Красноусол башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә. Ә инде 1998 йылда гимназия-интернат тәүге ҡарлуғастарын осора. Бөгөнгө гимназия профилле кластар, сығарылыш уҡыусыларының яҡшы әҙерлеге, педагогтарҙың юғары профессиональ кимәле менән айырылып торған алдынғы уҡыу йорто булып тора. Бында бөгөнгө көндә районыбыҙ ауылдарынан һәм күрше райондарҙан 499 бала белем ала. Уҡыусыларға 65 уҡытыусы һәм тәрбиәсенән торған коллектив белем, тәрбиә бирә. Уларҙың 55-е - юғары категориялы, 4-һе - Рәсәй Федерацияһы мәғарифының маҡтаулы хеҙмәткәре, 5-е - Башҡортостандың мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы исемен 5 уҡытыусы йөрөтә, - тине башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы гимназия тормошо менән таныштырып.
Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитовтың уҡыусыһы, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов район тормошо менән таныштырып, район мәғарифы өсөн эшләнгән эштәрҙе бәйән итте, академик Нияз Мәжитов исемен йөрөткән гимназия уҡыусыларының районыбыҙ һәм республикабыҙҙың лайыҡлы граждандары булып китеренә ышанысын белдерҙе.
Тантанала профессор Нияз Мәжитовтың ҡыҙы - тарих фәндәре кандидаты, БДУ доценты Әлфиә Солтанова хәтирәләр менән уртаҡлашып: “Нияз Мәжитовтың көслө характерлы булыуы күп ҡаршылыҡтарҙы еңгән кеүек булһа ла, уның һаулығын ныҡ ҡаҡшата, йәмәғәт тормошона бирелеүе фәнни эшмәкәрлегенә аяҡ сала ине. Уның һәр ваҡыт асыҡ күңелле, ихлас, ябай, ярҙамсыл булыуы бөтәһенә лә өлгө булып торҙо. Күңел биреп эшләгән эшенән киткәс, уның һағыныуын һиҙеп студенттар алдында үҙем урынына ҡайһы саҡ атайымды сығыш яһарға саҡыра торғайным”, - тине.
Гимназияның эҙләнеү эштәре, шиғырҙар яҙыу һәм һүрәттәр конкурсында еңгән уҡыусылар Н.Мәжитовтың ҡыҙы Әлфиә Солтанова ҡулынан бүләктәр алып ҡыуанды. Әлфиә Нияз ҡыҙы атаһының өй китапханаһынан бик күп китаптарҙы гимназияның кабинет-музейына тапшырҙы.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы рәйесе Эльвира Ринат ҡыҙы Айытҡолова Нияз Мәжитовтың республика ғына түгел, хатта бөтә донъя кимәлендәге мәртәбәле археолог, билдәле ғалим булыуына баҫым яһаны, Ҡоролтай эшмәкәрлегендәге роленә оло баһа бирҙе.
Танылған ғалим, әҙәбиәт белгесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Ғафури районының Почетлы гражданы Ғиниәт Сәфиулла улы Ҡунафин Нияз Мәжитов менән 1974 йылдан бирле таныш булыуҙарын, уның эшмәкәрлеге, “Өфө – II” ҡаласығын табыуҙағы батырлыҡҡа тиң хеҙмәтенә иғтибар йүнәлтте, уның көслө ихтыярлы, ныҡышмал, ярҙамсыл шәхесенә һоҡланыуын белдерҙе. Тележурналист, Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова Ғафури еренең таланттар төбәге булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, Нияз Мәжитовтың районы, халҡы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәтенә байҡау яһаны, ауылдашы, нәҫелдәше булыуына ғорурланыуын белдерҙе. Нияз Мәжитовтың нәҫеленән булған яҙыусы-прозаик, тәржемәсе Әмир Мөхәмәт улы Әминев үҙенең Нияз Мәжитов тураһында материалдар йыйыуын әйтте, уның тормошон хеҙмәт һәм йәшәү ҡаһарманлығына тиңләне. Күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы, журналист, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, филология фәндәре кандидаты, Нияз Абдулхаҡ улының исемен мәңгеләштереүгә күп көс һалыусы Нияз Булатбай улы Сәлимов быға тиклем башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, алда торған мөһим бурыстарҙы һанап сыҡты. Шулай уҡ Нияз Абдулхаҡ улының уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралығына ҡараған Башҡортостан Республикаһының күсемһеҙ мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин гимназияға исем бирелеү һәм яңы асылған кабинет-музей менән ҡотланы, музейҙың иң яҡшылар иҫәбенә кереүен теләне, бының өсөн шатланып ярҙам ҡулы һуҙасаҡтарын белдерҙе, археология менән ҡыҙыҡһынған гимназистарҙы каникул ваҡытында йыл һайын үткәрелгән археологик экспедицияларҙа үҙҙәре менән ҡатнашырға саҡырҙы. "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музейы директоры Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы Батталова музейҙың бөгөнгө хәле һәм киләсәккә пландары тураһында һөйләне. Үҙҙәренең Нияз Мәжитовтың эшен дауам итеп, кәрәкле эш менән шөғөлләнеүҙән шатлыҡ һәм ғорурлыҡ хисе кисереүҙәре тураһында, шулай уҡ гимназияла асылған Нияз Мәжитовтың кабинет-музейын материалдар менән байытыу ҙа ярҙам итәсәктәрен әйтте. Сара һуңында Нияз Мәжитовтың бер туған ҡустыһы, әле хаҡлы ялдағы Венер Мәжитов исем туйы алдынан уҡыусылар менән иҫтәлекле осрашыуҙа ла, әлеге сарала ла ағаһы менән сикһеҙ ғорурланыуын, гимназияға исем бирелеүен шатланып ҡаршы алыуын билдәләне. Яҙыусы, журналист Марат Мөхәмәт улы Әминев уҡытыусыһының күп яҡлы эш алып барыуын, уның уҡыусыларының да йәмғиәттә юғалып ҡалмаҫтай күренекле кеше булып китеүҙәренә баҫым яһаны.
Исем туйында ғалимды хөрмәтләп бихисап туғандары, дуҫтары, ауылдаштары, коллегалары, уҡыусылары, фекерҙәштәре ҡатнашты, уның тураһында йылы хәтирәләре менән уртаҡлашты. Красноусол башҡорт гимназия-интернатына ғүмерен халҡыбыҙҙың үткәнен өйрәнеүгә, тарихи ҡомартҡыларҙы киләсәк быуынға изге аманат итеп еткереүгә бағышлаған Нияз Абдулхай улы Мәжитовтың исеме бирелеүе, гимназия хеҙмәткәрҙәренә яңы бурыстар, талаптар өҫтәүен билдәләп, уларға яңы үрҙәр, яңы еңеүҙәр теләнеләр. Байрам гимназия уҡыусыларының дәртле бейеүҙәре һәм йырҙары, шиғырҙары менән тамамланды. Саранан һәр кем арҙаҡлы ғалим-археолог, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, академик, яҡташыбыҙ Н.А.Мәжитовтың яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүгә бер аҙым яһауыбыҙға шатланып, халҡыбыҙҙы, уның бай тарихын донъя кимәленә күтәргән бөйөк шәхескә булған оло хөрмәт тип ҡабул итте.