Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Ғинуар 2021, 02:00

Лайыҡлы һөҙөмтәләр

Уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадалары йыл һайын үтеп тора. Ул мәктәп, муниципаль, төбәк һәм йомғаҡлау этаптарынан тора. Уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү, фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҡыҙыҡһыныуын уятыу маҡсатында уҙғарылған олимпиадаларҙың мәктәп һәм муниципаль этаптары быйыл Бөтә Рәсәй олимпиадалары исемлегенә кергән 19 предмет һәм туған телдәр буйынса үтте.

Мәктәп этабында 4 – 11-се кластарҙа белем алыусы 1313 уҡыусы ҡатнашты. Шуларҙың 854-е призер һәм еңеүселәр булды. Муниципаль этапта 903 уҡыусы (7 – 11-се кластар) ҡатнашып, 100 бала еңеүсе булды һәм призлы урындарҙы алды. Муниципаль этаптағы призерҙар һәм еңеүселәр һаны буйынса Красноусолдағы 2-се мәктәп беренсе урында. Артабан һөҙөмтәлелек күрһәткесе буйынса 3-сө мәктәп, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, 1-се мәктәп килә. Ауыл мәктәптәре араһында һәйбәт һөҙөмтәләрҙе Бурлы урта мәктәбе (5 призер), Табын (2), Яңғыҙҡайын (2) күрһәтте. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Йөҙимән мәктәптәренән берәр призер булды.

Республика этабына районда 10 предмет буйынса еңеүсе 14 уҡыусы: КБГИ – 4, 1-се мәктәп – 1, 2-се мәктәп – 2, 3-сө мәктәп – 7 ҡатнашты.

Бөтәһе быйыл 10 призлы урын яуланды, 3-әр урын гимназия менән 2-се, 3-сө мәктәптәрҙә һәм 1 призер 1-се мәктәптә булды.

Красноусолдағы 2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Александра Кузнецова әҙәбиәт, Донъя художество мәҙәниәте, тарих буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашып, 2 призлы урын алып ҡайтты. Был юғары һөҙөмтәләргә уҡытыусылар О.В.Опарина, Л.Р.Абдуллина, Л.В.Яковлева әҙерләгән.

9-сы класс уҡыусылары: Аделина Вафина (КБГИ, етәксеһе – И.И.Вафина), Яна Савкина (2-се мәктәп, етәк.- Н.А.Әхмәтйәнова) һәм Анастасия Королева (3-сө мәктәп, етәк.- З.Р.Солтанова) республика этабынан биология буйынса 3 призлы урын алып ҡайттылар. 3-сө мәктәп уҡыусылары Алмаз Зөлҡәрнәйев (11-се кл.) һәм Рәмиз Зыязетдинов (10-сы кл.) – географиянан призерҙар (етәкселәре – М.А.Кочешкова), Рәшит Абдуллин (КБГИ, 10-сы кл. етәк.- А.М.Мәүлетҡолов) физкультуранан призлы урынға лайыҡ булды. Аделина Рахманғолова (КБГИ, 11-се кл. етәк.- Р.Ә.Рафиҡова) район данын инглиз теленән яҡланы.

Шулай уҡ республика этабында географиянан Игорь Небогатов (3-сө мәктәп, 11-се кл.), физкультуранан Ангелина Басариева (3-сө мәктәп), йәмғиәтте өйрәнеүҙән Зөлфиә Баймырҙина (3-сө мәктәп, 10-сы кл.), биологиянан һәм экологиянан Наҙгөл Дәүләтбаева (КБГИ, 11-се кл.), биологиянан Денис Әбелғәйеров (3-сө мәктәп, 10-сы кл.), экологиянан Рәмиз Зыязетдинов (3-сө мәктәп, 10-сы кл.) һәм Алһыу Солтанова (1-се мәктәп, 9-сы кл.) ҡатнашып, балдары призлы урындарға саҡ ҡына етмәне.

Туған телдәр буйынса республика һәм төбәк-ара олимпиадалар һөҙөмтәләре буйынса Гөлнур Ибәтуллина (КБГИ, 8-се кл., етәк.- Э.С.Ҡунафина) һәм Эльнара Айытова (1-се мәктәп, 11-се кл., етәк.- Ф.Й.Шәрәфетдинова) призлы урындар яуланы.

Олимпиада һәр уҡытыусыға үҙ эшенең һөҙөмтәһен күрергә, төрлө бурыстарҙы сисеү юлдарын табырға, тәжрибә һәм яңы көс-ҡеүәт тупларға ярҙам итә.

Уҡыусыларын олимпиадаларға ентекле әҙерләгән уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерәбеҙ. Ҡатнашыусыларҙы һәм ойоштороусыларҙы ла ҡотлайбыҙ. Алда тағы ла ҙурыраҡ еңеүҙәр, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ. Киләһе йылда призерҙар һаны тағы ла күберәк булыр, республика этабында ҡатнашыусылар Бөтә Рәсәй йомғаҡлау этабына ла сығырҙар тип ышанабыҙ.


Читайте нас