+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Март 2021, 15:30

Районда “Йылмайыуың менән ғорурлан!” флешмобы үтте

Бөгөн Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө уңайынан район мәғариф бүлеге “Йылмайыуың менән ғорурлан!” флешмобын ойошторҙо. Ул уҡыусыларҙың стоматологик сәләмәтлегенә иғтибар бүлеү, ауыҙ ҡыуышлығы ауырыуҙарын иртә асыҡлау, дауалау һәм иҫкәртеү маҡсатында үткәрелә.

Әлеге сараға ярашлы, мәктәптәрҙә ауыҙ ҡыуышлығы гигиенаһы дәрестәре, һүрәттәр, плакаттар конкурстары, теш һаулығы буйынса викториналар, күңелле уйындар, анкета тултырыуҙар уҙҙы. Красноусолдағы 2-се мәктәптә һәм Ҡарағай урта мәктәптәрендә теш табиптары уҡыусылар менән әңгәмәләр ҙә үткәргән. Сара флешмоб менән тамамлана. Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылында был сара айырыуса киң ҡолас алды.
Читайте нас: