Фән һәм юғары белем министры В. Фальков әйтеүенсә, белгестәр әҙерләүҙә дәүләт өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып инженер-техник (251 033 урын), педагогик (75 788 урын), медицина (53 450 урын) һәм ауыл хужалығы (41 095 урын) белгеслектәре ҡаласаҡ.
2022-2023 уҡыу йылдарына Башҡортостан бакалавриат программаһы буйынса – 7949, магистратураға – 2737, специалитетҡа – 1790, аспирантураға – 181, ординатураға – 935, ассистентура-стажировкалауға ун бюджет урыны алған.
Бюджет урындары Башҡортостан дәүләт медицина университетында 261-гә артҡан, дөйөм һан 2022-2023 уҡыу йылдарында 1853 буласаҡ. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ошондай урындар 79-ға күбәйгән, дөйөм һан 1770 тәшкил итәсәк.
Контроль һандарҙың иң күбе Өфө дәүләт нефть техник университетында: 3087 бюджет урыны буласаҡ (филиалдары иҫәпкә алынмаған).
Радий Хәбиров әйтеүенсә, республикаға бюджет урындарын алыу мөһим, был көнәркәшлекте көсәйтә.
– Йәштәр Башҡортостандың юғары уҡыу йорттарында сифатлы белем алһын өсөн барлыҡ мөмкинлектәрҙе булдырырға тырышабыҙ. Донъяуи кимәлдәге Евразия фәнни-белем биреү үҙәге төҙөлөү беҙҙең юғары белем системаһына өмөт бирә. Ул республикаға талантлы йәштәрҙе йәлеп итәсәк, Рәсәй һәм донъя компаниялары менән партнерлыҡты нығытыуға булышлыҡ ҡыласаҡ. Беҙ төп проблемаларҙы яйға һалыуға ҙур иғтибар бирәбеҙ: инвестицияларҙы үҫтереү, иҡтисадты технологик йәһәттән модернизациялау, фән, мәғариф һәм бизнес интеграцияһы. Бюджет урындарын күбәйтеү иһә юғары уҡыу йорттарының көнәркәшлеккә һәләтен арттырасаҡ. Был кешелек капиталы үҫешенә килтерергә, юғары квалификациялы белгестәр әҙерләүгә һәм республика үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш", — тине Радий Хәбиров.
Рәсәй Президенты Владимир Путин күптән түгел Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә белдереүенсә, киләһе ике йылда юғары уҡыу йорттарында өҫтәмә 45 мең бюджет урыны булдырыласаҡ, уларҙың 70 процент самаһы төбәктәргә бүленәсәк.