Ауырғазы күп профилле колледжы директоры Миңнулла Шәйхислам улы Хоҙайбирҙин һәм уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары Валентина Петровна Ларионова сығарылыш студенттарын колледжды тамамлауҙары айҡанлы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙеләр һәм түҙемһеҙлек менән көткән документтарын ҡулдарына тапшырҙылар. Красноусол филиалы колледжы педагогтары ла йылы һүҙҙәр аша үҙҙәренең уҡыусыларына яҡшы теләктәр юлланы. Был сара студенттарҙың концерт номерҙары аша үрелеп барҙы. Педагог Илдар Мөғәттәр улы Ҡотовтың улы Илшаттың өҙә баҫып бейеүе барыһына оҡшаны.
Быйылғы уҡыу йылы үткәндәренән шуныһы менән айырылып тора: беренсе тапҡыр студенттар – төҙөүселәр һәм ашнаҡсылар сығарылыш квалификация эштәрен демонстрацион төрҙә тапшырҙылар. Талбазылағы махсус әҙерләнгән етештереү базаһында билдәле бер ваҡыт эсендә улар бер ниндәй ярҙамһыҙ, үҙ ҡулдары менән, имтихан башланыр алдынан ғына күргән уҡыу заданиеһын эшләп күрһәттеләр. төҙөүселәр өсөн өс төҫтәге кирбесте семәрләп, ҡатмарлы итеп һалыу булһа, ә ашнаҡсыларға – кулинария һәм кондитер ризыҡтарын төрләндереп бешереп, өҫтәлгә биҙәп ҡуйыу ине. Студенттар һынауҙы уңышлы атҡарып сыҡтылар: төҙөүселәр, ашнаҡсылар төркөмөндә өсәр уҡыусы “бик яҡшы”, ҡалғандары “яҡшы” баһа алды. Был ҡатмарлы һынауға студенттарҙы производствоға өйрәтеү мастерҙары З.Ф.Сөләймәнов, Е.А.Курбатова һәм С.Ф.Ғүмәрова әҙерләне. Әлеге көндә беҙҙең филиалды тамамлаған 14 егет Рәсәй армияһында хеҙмәт итә, ә Артем Наталенко үҙенең һөнәре буйынса - ашнаҡсы булып хеҙмәт бурысын үтәй.
Беҙҙең колледжда алған бөтә һөнәрҙәр ҙә һәр ерҙә ҙур һорау менән файҙаланыла, колледжда уҡып һөнәр алырға теләүселәрҙе үҙебеҙҙә көтөп ҡалабыҙ. Шуны ла әйтергә кәрәк, уҡыусы студенттарға дөйөм ятаҡтан йәшәү өсөн урын бирелә, стипендия түләнә, күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләлә үҫкән балалар бушлай туҡлана. Беҙҙең колледжда алған һөнәрҙәр тормошта ла, үҙең өсөн дә кәрәкле һәм мөһим.
Миҙхәт ИҘРИСОВ,
Ауырғазы күп профилле колледжының
Красноусол филиалы мөдире.