Беҙҙең балаларыбыҙ ҙа быйылғы йәйге каникулды Өфө ҡалаһына сәйәхәт ҡылыуҙан башланы. Класс етәкселәре Минира Мәжит ҡыҙы Дәүләтова һәм Рәшиҙә Хөсәйен ҡыҙы Бәхтийәрова ойошторған маршрут буйлап, баш ҡалабыҙҙың серле лә, фәһемле лә, күңелле лә булған урындары буйлап йөрөгәндәр.
БДУ һәм БДМУ юғары уҡыу йорттарында булыу, профориентация йүнәлеше буйынса балаларға аңлатыу, һәр факультет тураһында тулы һөйләү, презентациялар күрһәтеү, уҡыу йорттарының аудиториялары, музейҙары, лекция залдары – барыһы ла ныҡ оҡшаған. Балаларҙың фекеренсә, бындай осрашыуҙар бик кәрәк, сөнки улар – буласаҡ студенттар. Шулай уҡ балаларға башҡорт халҡының көслө рухын һәм батырлығын һынландырыусы Салауат Юлаев һәйкәлендә булыу, “Планета” аквапаркында ял итеү күңелдәренә хуш килгән.
Уларға күңелле һәм фәһемле ял ойошторғандары өсөн Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Г.М.Монасиповаға, хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары А.А.Налимоваға, класс етәксеһе, тәрбиәсебеҙгә ҙур рәхмәт. Балаларыбыҙ юғары уҡыу йорттары тураһында бик күп яңы мәғлүмәттәр алып, күңелдәре булғансы ял итеп, бай тәьҫораттар алып ҡайттылар.
Н.А.Мәжитов исемендәге
Красноусол башҡорт гимназия-
интернатының 10 “А” класы
ата-әсәләре.