+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Август 2021, 07:40

Ял иттеләр, белемдәрен арттырҙылар

Республика тыуған яҡты өйрәнеү лагерында район командаһы өсөнсө урын алды.

Ял иттеләр, белемдәрен арттырҙылар
Ял иттеләр, белемдәрен арттырҙылар

Бөгөнгө көндә туризмдың иң киң таралған төрө булып балалар туризмы тора. Туризм - балаларҙың һаулығын нығытыуға, шәхес булараҡ үҫешенә, мәҙәни кимәлен арттырыуға, буш ваҡытын файҙалы итеп уҙғарыуға булышлыҡ итеүсе әүҙем ял төрө ул.
10-16 августа “Красноусол” балалар санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагерының “Имәнкәй” майҙансығында йәш турист-тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең “Башҡортостан сәскәлеге” республика ялан профилле лагеры эшләне. Лагерҙың программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы ине. Балалар ял итеп кенә ҡалманы, тиҫтерҙәре менән дуҫлашты, яңы белемдәр, күнекмәләр алды. Сәләмәтлеккә арналған, белем биреүсе лекциялар, экскурсиялар, походтар, оҫталыҡ дәрестәрендә балалар белемдәрен арттырһа, спорт, мәҙәни-ял сараларында көс-тиҙлектә ярышты, рәхәтләнеп ял итте .
Балалар ижады үҙәге педагогы Айрат Миңлебаев етәкселегендәге район командаһында үҙәктә тәрбиәләнеүсе йәш турист-тыуған яҡты өйрәнеүселәр: Екатерина Вороширина, Арина Солтанбәкова, Самира Ғөбәйҙуллина, Дмитрий Черкасин, Эвелина Фәйзуллина, Лиана Ҡасимова булды. Улар төрлө конкурс һәм ярыштарҙа еңеүҙәр яулап, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Команда дөйөм зачетта республика буйынса 3-сө урынға лайыҡ булды.
“Башҡортостан сәскәлеге-2021” палаткалы лагерь тормошонда әүҙем ҡатнашҡандары өсөн А.Р.Миңлебаевҡа һәм балаларға рәхмәт еткерәбеҙ, уңыштар, яңынан-яңы үрҙәр яулауҙарын теләйбеҙ.
Әлфиә НАСИРОВА,
Балалар ижады үҙәге методисы.

Ял иттеләр, белемдәрен арттырҙылар
Ял иттеләр, белемдәрен арттырҙылар
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: