+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
22 Апрель 2022, 14:50

“Ат уйнатып алдан бара…”

Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артистары "Ат уйнатып алдан бара..." тарихи-героик драмаһы менән район мәҙәниәт һарайында көндөҙ – балаларға, кистән ололар өсөн сығыш яһаны.

“Ат уйнатып алдан бара…”
“Ат уйнатып алдан бара…”

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар полководецы, генерал-майор, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов тураһындағы спектакль райондаштарыбыҙға бай тәьҫораттар бүләк итте. Тамашала беҙ уның оҫта ойоштороусы, яуҙаштары өсөн йән атыусы командир, көслө рухлы шәхес булыуын күрҙек. Спектакль шанлы йылдарҙы күҙ алдына баҫтырып, шул осорҙағы кисерештәргә алып ҡайтты. Фронт, тылдағы тормош тураһында күргәндәр күңелдәрҙе тетрәндермәй ҡалманы.
Башҡорт атлы дивизияһының ҡаһар-ман яугирҙары оҫта командирҙары етәкселегендә тыуған ил өсөн йән атып, илһөйәрлек өлгөһөн күрһәтә, Берлинға тиклем барып етәбеҙ, тип йәндәрен аямай һуғыша. Әммә М.Шайморатов бойороҡто үтәгәндә һәләк була... Спектаклдә мөхәббәт һәм тоғролоҡ, фронтовиктар араһындағы дуҫлыҡ, һуғыш осоронда ла матбуғат һүҙенең әһәмиәте, артистарҙың рухи ярҙамы ҙур булыуы асыҡ сағылды. Йырҙар, бейеүҙәр, шиғырҙар менән үрелеп барыуы ла спектаклде тулыландыра, байыта.
Сығыштан һуң, ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов спектакль өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереп: “Ғафури районына Мәжит Ғафури театры килеүе ҙур ҡыуаныс. Әлеге көндә Украиналағы махсус операцияға теләктәшлек уңайынан да һеҙҙең килеүегеҙ бик кәрәк ине. Әйтеп бөткөһөҙ патриотик рух биргәнегеҙ өсөн рәхмәтлебеҙ. Легендар комдив ролен Ш.Бабич исемендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаты актер Артур Кәбиров уйнауын тәү күреп, геройға оҡшап торған кеше тапҡанһығыҙ тип ҡарап ултырҙыҡ”, - тине, һәм спектаклдә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ - Бәләкәй Үтәш ауылы ҡыҙы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлфиә Рафиҡоваға сәскә гөлләмәһе бүләк итте.
Театрлаштырылған тамашаның ҡуйыусы режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Ғаззали улы Үтәшев та:
- Талантлы ҡыҙ үҫтергән Ғафури еренә рәхмәт. 100 йәшен ҡыуған әсәһе ҡыҙының сығышын күреп, сәхнәгә сығып ҡосаҡлап алыуы беҙҙең өсөн көндөҙгө сығыштан һуң ҙур шатлыҡлы күренеш булды, - тине ул. Һәм Фәнзил Фәйез улының сәнғәткә битараф кеше булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уға академия драма театры тураһында китап тапшырҙы.
Эйе, тамаша һоҡланғыс булды. Кемдәр күрә алмаған - яҡын-тирә ҡала-райондарҙа булғанда һис шикһеҙ тамаша ҡылырға тырышһындар.

“Ат уйнатып алдан бара…”
“Ат уйнатып алдан бара…”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: