-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Май 2022, 11:50

Һәләтһеҙ бала булмай

Сер түгел, конкурс, олимпиада, викторина һәм башҡа интеллектуаль һынауҙар иң һәләтле балаларҙы асыҡлап ҡына ҡалмай, уларҙың артабанғы үҫешенә булышлыҡ итә.

Һәләтһеҙ бала булмай
Һәләтһеҙ бала булмай

Ғафури районы мәктәптәрендә һәм мәғариф бүлегендә быны яҡшы аңлайҙар һәм йәш быуынды үҙ аллы тормошҡа лайыҡлы әҙерләү өсөн ҙур тырышлыҡ һалалар. Мәғариф бүлегенең методик хеҙмәт етәксеһе Рәшиҙә Килмөхәмәтова менән уҡыусыларҙың уңыштары тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Рәшиҙә Фәйез ҡыҙы, балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәрен тикшереп, һәләттәрен белһен өсөн күп һынауҙар тәҡдим ителәме?
- Һуңғы йылдарҙа төрлө олимпиада һәм конкурстар: федераль, төбәк, муниципаль кимәлдәге идара итеү структуралары менән ойошторолған рәсми һәм рәсми булмағандары – коммерцияға ҡоролғандары бик күп үтә.
Беҙ береһен дә инҡар итмәйбеҙ. Ойоштороусыларҙы, уларҙың тәжрибәһен, документтарын өйрәнәбеҙ. Һәм йыш ҡына тәҡдимдәрҙе ҡабул итәбеҙ. Быны уҡыусыларҙың көсөн һынап ҡарау, уларҙың һәләттәрен үҫтереү, тәжрибә туплау өсөн эшләйбеҙ. Улар араһында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһы өҫтөнлөклө булып ҡала. Был илебеҙҙә һәләтле балалар менән эшләүҙең иң таралған формаларының береһе. Интеллектуаль ярыштар араһында ул айырым урын биләй, сөнки уның нигеҙендә мәктәп программаһы ята.
- Олимпиадаларҙа призлы урындар алыр өсөн парта артында алған белем генә етәме?
- Юҡтыр, моғайын. Олимпиадаларҙа тәҡдим ителгән эштәр кимәле, уҡыусыларҙың дәрестә алған белеменән күпкә юғары. Шуға балаларҙы олимпиадаға әҙерләргә кәрәк. Мәҫәлән, стандарт булмаған һәм ҡатмарлы эштәрҙе дөрөҫ аңларға, таныш булмаған шарттарҙа психологик баҫымды еңеп сығырға өйрәтергә кәрәк. Уҡыусыны ни тиклем иртәрәк әҙерләй башлаһаң, һөҙөмтәләр шул тиклем юғары була.
- Уҡыусыларыбыҙҙың олимпиадаларҙа ҡатнашыуҙа һуңғы һөҙөмтәләре тураһында һөйләгеҙ әле.
- Бөтә Рәсәй олимпиадаһының мәктәп этабында райондан 3392 уҡыусы ҡатнашты, уларҙың 1331-е еңеүсе һәм призер булды. Йомғаҡ яһау әҙерлекле уҡыусыларҙы асыҡларға мөмкинлек бирҙе.
Олимпиаданың муниципаль этабында 7-11 класс уҡыусылары, шулай уҡ былтырғы муниципаль этап еңеүселәре һәм призерҙары ҡатнашты (билдәле квота сиктәрендә). Һынауҙар 19 предмет буйынса уҙҙы. Һөҙөмтәлә 887 уҡыусы һынау үтеп, 126-һы призлы урын алды.
- Уҡыусыларҙы бындай ярыштарға әҙерләү буйынса районда кемдәр алдынғы?
- Мәктәп уҡыусыларының олимпиаданың муниципаль этабында призлы урындар һаны буйынса мәктәптәр рейтингында Красноусолдағы 2-се мәктәп беренсе урында, унда – 49, КБГИ-ла - 34, 1-се мәктәптә - 32, 3-сө мәктәптә 15-се уҡыусы уңыш ҡаҙанды. Башҡа ауылдарҙа ла һөҙөмтәләргә өлгәшергә тырышалар. Мәҫәлән, олимпиаданың муниципаль этабында Бурлы урта мәктәбендә алты, Яңғыҙҡайында - биш, Сәйетбабала - дүрт, Аҡкүл һәм Табын мәктәптәрендә 3-әр призлы урын яуланылар. Ҡауарҙы, Имәндәш, Юлыҡ һәм Мораҡ ауылдары мәктәптәре 2-шәр, Курорт һәм Йөҙимән төп дөйөм белем биреү мәктәптәре – 1-әр призлы урын алды.
- Республика кимәлендә уңыштар булдымы?
- Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабына райондан 25 уҡыусы саҡырылды. 2-се мәктәптән - 9, 3-сө мәктәптән - 7, КБГИ-нан - 5, 1-се мәктәптән - 4. Был этапта яуаплылыҡтың күпкә юғарыраҡ булыуы аңлашыла, сөнки бындай кимәлдә һүҙ лайыҡлы сығыш яһау тураһында ғына түгел, тыуған районыңдың намыҫын яҡлау хаҡында ла бара. Бәхеткә күрә, миҙалһыҙ ҡалманыҡ, уҡыусылар тырыштылар.
Төбәк этабында 6 уҡыусыбыҙ ете призлы урын алды. Красноусолдағы 2-се мәктәптең 10-сы класс уҡыусыһы Айҙар Шәрипов йәнә райондың ғорурлығы булды. Ул былтырғы һөҙөмтәне ҡабатлап, йәмғиәтте өйрәнеү һәм рус теле буйынса ике призлы урын яуланы. Уҡытыусылары - Л.В.Пухова һәм Л.В.Яковлева. КБГИ уҡытыусылары ике призёр әҙерләгән. Яҡшы тырышҡандар һәм айырылып торғандар: инглиз теленән – Иршат Дауытов (10 кл., уҡытыусыһы - Г.Ф.Кәримова), географиянан - Азалия Садиҡова (10 кл., уҡытыусыһы - Р.М.Нәзирова). 3-сө мәктәптән географиянан - Әлиә Шәмсетдинова, иҡтисадтан – ДинарТаһиров (икеһе лә 11 кл.). Уларҙың уҡытыусы-остаздары М.А.Кочешкованы һәм О.А.Денисованы ҡотлайбыҙ. Красноусолдағы 1-се мәктәп уҡыусыһы Мельник Софья инглиз теле буйынса призер булды. Уны уҡытыусыһы И.Ю.Егорова әҙерләгән. С.Мельник инглиз теле буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы призеры булды. Был олимпиада һөҙөмтәләре юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә 100 балл бирә. Софья 83 балл йыйҙы. Уға еңеү яулар өсөн ни бары бер балл етмәне...
Уҡыусыларҙы ошо уңыштарға илткән уҡытыусыларҙың ҡаҙаныштарын тағы ла бер тапҡыр билдәләп үтеү мөһим. Юҡҡа ғына бөтә балалар ҙа тәбиғәттән һәләтле тип иҫәпләнмәй. Ә бит уларҙы асырға, һәләтен үҫтерергә кәрәк. Быға өлгәшкән педагогтар айырым хөрмәт менән файҙалана.
Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов ярҙамы менән Бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиадаһының төбәк һәм йомғаҡлау этаптарында, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса республика олимпиадаһында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән призёрҙар (һәм уҡытыусылары) 2022 йылдан алып район башлығының 5000 һум күләмендә премияһын аласаҡ. Район башлығы ҡарарына ярашлы, уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиадаһында, башҡорт теле буйынса төбәк-ара олимпиадала еңеүселәргә һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 10 мең һум күләмендә премия билдәләнгән. Бөтә Рәсәй олимпиадаһының йомғаҡлау этабында еңеүселәр һәм уларҙың уҡытыусылары 20 мең күләмендә (призёрҙар - 15 мең һум) премия аласаҡ.
Район мәғариф бүлеге етәкселеге исеменән барыһын да өлгәшелгән уңыштар менән ҡотлайым, ныҡлы сәләмәтлек һәм һөҙөмтәле эш теләйем. Киләһе уҡыу йылы һеҙгә яңы белем үрҙәрен яулауға булышлыҡ итһен!

Һәләтһеҙ бала булмай
Һәләтһеҙ бала булмай
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: