+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Июнь 2022, 16:25

Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ, дәртле бейеүҙәрһеҙ булһын!

Был көндөң башынан аҙағына тиклем һабантуй майҙанында йыр-моң, дәртле бейеү көйҙәре яңғырап торҙо.

Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ, дәртле бейеүҙәрһеҙ булһын!
Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ, дәртле бейеүҙәрһеҙ булһын!

Тантаналы өлөштән һуң, һабантуйға килеүселәр район мәҙәниәт һарайы артистарының, ансамблдәрҙең, ауыл клубтары әҙерләгән концерт номерҙарын, музыкаль-хореографик композицияларҙы ҡарап кинәнде.
Һабантуй байрамын йәмләп, тамашасыларҙың күңелдәрен күтәргән, көслө алҡыштарына күмелгән сығыштарҙы ҡарағандан һуң, беренсе урын Ҡауарҙы ауыл биләмәһе һәүәҫкәрҙәренә (Юлыҡ, Һабай, Ҡауарҙы ауылдары мәҙәниәт йорттары, биләмә хакимиәте, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, уҡыусылар, балалар ҡатнашты) бирелде. 2-се урынды Сәйетбаба ауыл мәҙәниәт йорто, 3-сөнө еҙемҡарандар яуланы. Ауыл клубтары араһында толпарҙарға етеүсе булманы. Барыһы ла ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Бурлы һәм Яңғыҙҡайын мәҙәниәт йорттарына дәртләндереү бүләктәре бирелде.

Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ, дәртле бейеүҙәрһеҙ булһын!
Ниндәй һабантуй йыр-моңһоҙ, дәртле бейеүҙәрһеҙ булһын!
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: