4 июндә районыбыҙ ерлегендә һабантуй байрамы гөрләгәндә бер төркөм бейеүсе балалар был тамашаны йәмләһә, ошо уҡ көндә ҡайһы бер һәләтле балалар IV Бөтә Рәсәй инвестицион һабантуй сиктәрендә Сибай ҡалаһында үткән “Байыҡ” республика телевизион конкурсының гала-концертында сығыш яһап, һәйбәт һөҙөмтәләр менән ҡайтты.
- Башҡорт бейеүен башҡарыусы 3-15 йәшлек балалар араһында конкурстың һайлап алыу турҙары онлайн форматта ойошторолоп, һәр ваҡыттағы кеүек “Байыҡ” сәхнәһендә үҙ көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр һаны был юлы ла бик күп булды. Беҙҙең райондан мин етәкләгән “Төлкәҫ” өлгөлө халыҡ бейеү ансамбле төркөмө һәм Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының 4-се класс уҡыусыһы Самира Ноғайғолова, шулай уҡ хореограф Илшат Хәбибуллинда шөғөлләнеүсе 7 “А” класс уҡыусыһы Илшат Ҡотов гала-концертҡа һайланып, “Төлкәҫ”тәр “Парлы ансамблдәр” номинацияһында, Илшат яңғыҙ бейеүҙә лауреат исемен алһа, ә Самира Гран-при яулауға иреште һәм ноутбук менән бүләкләнде. Тырыш, үҙаллы булған, бар талаптарҙы ла теүәл үтәргә яратҡан бейеүсе ҡыҙыбыҙ был баһаға һис шикһеҙ лайыҡ. Оҙон юл булһа ла, был сәфәр оҡшаны. “Байыҡ” – байыҡса булды, тиһәң дә була. Балалар өсөн үҙе бер байрам булып, улар күтәренке кәйеф менән йөрөнөләр. Ә беҙҙең өсөн тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булып тора. Костюмдарҙы фотоға төшөрөп, төрлө яңы хәрәкәттәрҙе иҫтә ҡалдырырға ҡарап йөрөнөк. Егеттәр коллективтың - көсө, ҡыҙҙар матурлығы икәненә тағы бер тапҡыр инандым, - тип үҙ шатлығы менән уртаҡлашты хореограф Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова.
“Заһиҙә” бейеүе менән барыһын таң ҡалдырған Самира Ноғайғолова БСТ каналының “Сәләм” тапшырыуында сығыш яһаған ваҡытта: “Мин “Байыҡ”та беренсе тапҡыр ҡатнаштым, бик оҡшаны. Быға тиклем Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларында үткән конкурстарҙа урындар яулағаным булды. Иң тәүҙә Красноусол башҡорт гимназия-интернатына уҡырға килгәс бейей башланым, бында барыһы ла бейергә ярата”, - тине үҙе менән таныштырып.
Бейеү яһалмалылыҡты ҡабул итмәй тиҙәр, был ысынлап та шулайҙыр. Сөнки кеше нисек күрә, шулай ҡабул итә һәм баһалай. Шуға ла балаларға бейеү сәнғәтенә һөйөү уятып, уларҙың еңеүен күреү, был тәү сиратта хореографтың уңышы. Айгөл Фәрит ҡыҙы кеүек үҙ эшенең ысын оҫталары булғанда бейеүселәребеҙ тыуыр, үҫер, уңыштарға өлгәшер тип әйтәһе килә. “Байыҡ”тан емешле еңеү менән ҡайтҡан “Төлкәҫ”тәргә, “Заһиҙә” бейеүен РСФСР-ҙың атҡаҙанған һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәшиҙә Туйсинанан ҡалышмай асып һалған Самира менән һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек бейеүсе Илшатҡа тағы ла еңеүҙәрегеҙ күп булһын, илһамланып, йөрәк утын һалып, яңынан-яңы йөкмәткеле, эстәлекле бейеүҙәр өйрәнергә яҙһын, йәшәһен башҡорт бейеүе, халҡыбыҙ бейеүен данлаған “Байыҡ” тип теләп ҡалабыҙ.