- Һәр көнөгөҙҙө доға менән башлағыҙ, ғүмерегеҙ заяға үтмәҫ. Бөгөнгө байрамда доғаларға сорналып, рухыбыҙҙы байытып, күңелебеҙҙе иман нуры менән һуғарып, йәшәү өсөн дәрт һәм илһам алып ҡайтырһығыҙ, - тип Өфөнән килгән мәртәбәле ҡунаҡ - Рәсәй Федерацияһының "Мосолман" телеканалының генераль директоры Али Назаров байрамды аҙан менән асып ебәрһә, ауылыбыҙҙың имам-хатибы Исмәғил хәҙрәт Ишембәтов фатихаһын бирҙе.
Халҡыбыҙҙың фәҡәт үҙенә генә хас ҡабатланмаҫ рухи донъяһы, йылдар үтеү менән тағы ла сағыуыраҡ йондоҙ булып балҡыған бөйөк, тарихи шәхестәре бар. Бөгөн Лира апай Яҡшыбаева үҙ әҫәрҙәрендә тарих төпкөлөнә күсеп, онотола барған ишандарҙың исемдәрен халҡыбыҙға ҡайтара, көслө, уҡымышлы, гел изгелеккә, иманға өндәгән әүлиәләребеҙ һәм муллаларыбыҙ хаҡында һөйләй. Әҙибәнең тыуған яғыбыҙ изгеләренең тормошон, йәшәйешен өйрәнеп, улар хаҡында яҙып, исемдәрен мәңгеләштереүе лә оло ихтирамға лайыҡ. Ә инде уның “Әүлиәләр аманаты” китабы яҡташтары, ауылдаштарына лайыҡлы бүләк булды.
Бөгөнгө көндә Лира Миңләхмәт ҡыҙы утыҙға яҡын китап авторы.
- Әҫәрҙәрем еңел яҙылды, сөнки күңелемдә кешеләргә әйтер һүҙем бар. Һәммәбеҙ ҙә үҙебеҙҙә рухи көс, йәшәүҙән йәм табып, ауырлыҡтарға бирешмәй, матур, иманлы итеп йәшәргә тырышайыҡ, - ти ул.
Әҙибәнең “Әүлиәләр аманаты” китабына Сәйетбаба ауылының ете дин әһеле тураһындағы әҫәрҙәре ингән: Мөхәммәтсабир Халиҡов, Әбйәлил ишан, Шәмсетдин хажи, Мөхәмәтша мулла, Ғиниәтулла мулла, Әбйәлил мулла. Улар барыһы ла халыҡ араһында абруй ҡаҙанған шәхестәр.
Заманының данлыҡлы мәғрифәтсеһе, әүлиәлеге, кәрамәттәре, төрлө хикмәттәре, табиплығы менән барса мосолман донъяһында киң абруй ҡаҙанған Кесе Табын ырыуының олуғ дин әһеле Мөхәмәтсабир Ғәбделхалиҡ улы Халиҡов 1854-1931 йылдарҙа йәшәй. Ул әле лә халҡыбыҙ хәтерендә, изге эштәре аҡ нур булып һыҙылып, беҙҙе хаҡ юлдан әйҙәй. Изге рухы һаман да ауылыбыҙға бәрәкәт сәсә. Сарала уның ейәнсәре Клара апай Ибраһимова ла ҡатнашты. Сығыш яһап, ул әүлиәбеҙҙең Аллаһы Тәғәлә биргән ҡөҙрәте менән ҡылған изге эштәре, күрһәткән кәрамәттәре тураһында һөйләне.
- Беҙҙең ауылды әүлиәләр, изгеләр рухы һаҡлай, тиҙәр ауыл аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре, - тип башланы уҡытыусы-ветеран Фәниә Фәйзуллина сараға йыйылыусыларҙы ауылдың изге заттары менән таныштырыуҙы.
Сөнки Сәйетбаба ауылына ингән оло юлдың уң яғында Сабир хәҙрәт ерләнһә, һул яғында 18-се быуатҡа ҡараған боронғо зыяратта шул осорҙоң бөйөк әүлиәһе Әбйәлил ишандың ҡәберлеге. 2008 йылда уны ауылдашыбыҙ Салауат Йосопов кәртәләтә. Һуңынан Урал Сираев эшҡыуар Әхмәт Аҫылбәковҡа әйтеп, ул материалдар менән ярҙам итә. Урал Яхъя улы кәртәләүҙе ойоштороп, үҙе иҫән сағында ҡәберлекте ҡарап, тәрбиәләп торған. Әбйәлил ишандың изгҽ рухы Урал Яхъя улының гүрҽн нурландырһын, ятҡан ҽрҙәрҽ тыныс, ожмах түрҙәрҽ булһын.
- Ауылда исемдәре легендаға әйләнгән изге дин әһелдәре тураһында күп хәтирәләр һаҡлана. Әбйәлил Сиражетдин улы Сираев (1879-1966 й.) Сәйетбабала указлы мулла була. Стәрлебаш мәҙрәсәһендә белем алған бик тырыш, төплө белемле Әбйәлил мулланың алтын аҡылы ярҙамында ауыл халҡы күп осраҡтарҙа таланмай-хурланмай, имен-аман ҡала. Уның өшкөрөп дауалау һәләте лә көслө була. Олоғая барған һайын алдан күрә белеү һәләте артып, халыҡ уны әүлиә тип йөрөттө.
Указлы мулла булған Мөхәмәтша Ҡаһарман улы Латипов та ауыл тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған, Кесе Табын ырыуы халҡы араһында киң билдәлелек яулаған арҙаҡлы дин әһелдәренең береһе, үҙ заманының алдынғы мөғәллиме булып хәтерҙә һаҡлана. Ул 60 йыл һуҙымында ауылдың имам-хатибы була. Үҙ мәсете янындағы мәҙрәсәлә дини дәрестәр менән бергә, тарих, география, арифметика, тел-әҙәбиәт фәндәренән белем бирә. Мөхәмәтша мулланың улы Таһир (һөнәре буйынса табип) атаһының юлын дауам итә, Ислам институтында уҡый. Иманлы атаның балаһы ла иманлы була.
Артабан Ж. Кейекбаевтың йорт-музейы директоры Римма Ишмырҙина олуғ ғалим, донъя кимәлендә танылған тюрколог, фәндәр докторы Жәлил Ғиниәт улының атаһы, Ҡаранйылға ауылы муллаһы Ғиниәтулла Кейекбаев (1885-1969й.) тураһында һөйләне. Үтәк мәҙрәсәһендә белем алған Ғиниәтулла мулла ғүмеренең аҙағына тик-лем булмышына тоғро ҡалып, ауылдаштарына изгелек ҡылып йәшәгән. Педагогия фәндәре кандидаты, Ҡаранйылға ауылының әүҙем йәмәғәтсеһе М.Х.Вәлиева ла бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып, Ғиниәтулла мулланың бик тә ғәҙел, ярҙамсыл, изге күңелле, йомарт кеше булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ауыл ағинәйҙәре әҙибә Лира Миңләхмәт ҡыҙының дин юлындағы изге эштәрен юғары баһалап, оло рәхмәт һүҙҙәре менән иңенә аҡ шәл яптылар, мөнәжәт башҡарҙылар. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы В.С. Ҡунафин, ауылдың ҡоролтай етәксеһе Р.И. Мәүлетҡолов та юбилярҙы ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
- Ырыуыңдың аҫыл заты,
Аҫыл ҡыҙы илемдең.
Алға ҡуйҙың һәр ваҡытта
Иман менән телеңде, - район "Ағинәйҙәр" ойошмаһы етәксеһе Рәмзиә Монасипова сығышын шиғри юлдар менән башлап, Лира апайға артабан да хаҡ мосолман донъяһында ҡояш булып балҡып, белем, ғилем таратыуын теләне.
Шулай уҡ райондың мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Ғ.Ғ. Рахманғолова, әҙибәнең һабаҡташы, ауылдың ветерандар советы рәйесе З.В. Ишмырҙин да юбилярҙың ижад емештәрен юғары баһаланы, матур теләктәр еткерҙе.
“Хәйриә” фонды директоры һәм баш табибы Ф. Латипова, “Аманат” балалар журналының яуаплы секретары
З.Яҡупованың да матур теләктәре юбилярҙың күңеленә хуш килде.
Байрам сараһын “Оҙон көй” конкурсы еңеүсеһе Әлфиә Степанова, Халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты , ҡурайсы Рифат Йәмлихин, үҙебеҙҙең данлыҡлы “Асанай” төркөмөнөң сағыу сығыштары биҙәне.
Әҙибәнең ҡыҙы Гөлнара Яҡшыбаева ла әсәһенә изге теләктәрен еткерҙе, сараның киң яҡлы һәм бай йөкмәткеле, фәһемле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алып, уны ойоштороусыларға оло рәхмәтен белдерҙе.
Изге рухлы ауылыбыҙҙа изге эштәр артабан да дауам итер. Мәсеттәребеҙ нур сәсеп, ауылдар халҡын иманға, яҡшылыҡҡа, изгелеккә әйҙәй һәм әйҙәр.
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА, мәғариф ветераны.