Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы иңенә йәш быуында туған телгә, Тыуған илгә, ергә, халҡыбыҙға, уның тарихына, әҙәбиәтенә, сәнғәтенә, арҙаҡлы шәхестәренә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү, өйрәтеү бурысы йөкмәтелгән. Милләтебеҙҙең йөрәк тибеше, киләсәге тойола уларҙа.
Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыялланған Фәрзәнә Йәннүр ҡыҙы районыбыҙҙың матур ауылдарының береһе - Юлыҡта Хәҙисә менән Йәннүр Дәүләтбаевтарҙың ишле һәм тырыш ғаиләһендә, ете ҡыҙҙың бишенсеһе булып тыуып үҫкән. Тыуған ауылында урта мәктәпте тамамлағас, ошо белем усағында бер йыл пионер вожатый булып эшләп ала. Ошо һөнәр үҙенеке икәненә инанғас, артабан Өфө дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға керә. 1986 йылда, ҡулына диплом алғас, Илеш районының Игмәт урта мәктәбенә эшкә ебәрәләр. Тәүге хеҙмәт юлын ошонда башлай йәш белгес. Артабан Йәркәйҙәге 1-се мәктәпкә күсә. Халҡыбыҙҙың йөрәк тибешен тойоп, уның тамырҙарынан һут алып, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереүгә, һәр береһендә яуаплылыҡ хисе, кешелеклелек сифаттары тәрбиәләүгә бөтә көсөн һала ул. 2000 йылда Үрге Йәркәйҙә 4-се урта мәктәп асылғас, яңы бинала белемен тағы ла киңерәк ҡулланыу мөмкинлегенә һөйөнөп, шунда эш башлай. Үҙенең бар тырышлығын, йөрәк йылыһын балаларға, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төплө белем биреүгә, үрнәкле шәхестәр тәрбиәләүгә һала. Хеҙмәтенә намыҫлы ҡарашы, һөнәренә тоғролоғо, балаларҙы яратыуы аша уңыштар ҙа яулай. 2008 йылда “Йыл чемпиондары” исемлегенә керетелә, тағы бер йылдан "БР мәғариф алдынғыһы" билдәһе менән бүләкләнә. Эшенән ебәрергә теләмәһәләр ҙә, тәүәккәл кеше булараҡ, тыуған яғына ҡайтырға ҡарар итә Фәрзәнә Йәннүр ҡыҙы. 2010 йылда Красноусолдың 1-се мәктәбендә ҡолас йәйеп эшләй башлай тәжрибәле уҡытыусы.
Ф.Шәрәфетдинова дәрестәрендә аң-белем һәм фекерләү ҡеүәһен үҫтереү маҡсатында интерактив методтарҙы, дискуссия, ролле уйындар кеүек алымдарҙы ҡуллана. Һәр дәресте төрлө материалдар менән йыһазлай. “Был алымдар уҡыусы дәрестә тамаша ҡылып ҡына ултырмаһын, ә үҙаллы фекер йөрөтһөн, аралашыу телен үҫтереү өсөн кәрәк”, - ти уҡытыусы. Шуға ла һәләтле уҡытыусының уҡыусылары район һәм республика олимпиадаларында йыл да еңеүгә ирешә, приз-лы урындар яулай, төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. Имтихандарҙа ла уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтен һайлауҙары уҡытыусының үҙ фәненә һөйөү һәм ихтирам уятыуы хаҡында әйтеп тора.
- Үҙем мәктәптә уҡығанда уҡытыусыларға ҡарап һоҡлана һәм үҙем дә мотлаҡ уҡытыусы булам, ти торған инем. Балаларҙы яратам, үҙ һөнәрем шул тиклем оҡшай, эшемдән ҡәнәғәтмен. 24 йыл Илештә, 13 йыл Красноусолда урыҫ телле балаларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте фәне нескәлектәрен өйрәттем. Китапханалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә тырыштым, экскурсияларға күп йөрөнөк. Балаларға шиғыр ятларға ҡушһам, иң тәүҙә үҙем ятҡа һөйләп күрһәтәм. Мәктәп программаһындағы барлыҡ шиғырҙарҙы ятҡа беләм, тиһәң дә була. Әҙәбиәткә һәм сәнғәткә булған һөйөүемде балалар менән ихлас уртаҡлашам, уларға белем биреп кенә ҡалмай, шәхес итеп тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бүләм. Уҡыусыларымды сәләмәт тормош алып барырға өндәйем. Үҙем мәктәптә уҡығанда йүгереү, саңғы ярыштарында ҡатнаша инем. Әле көн дә гимнастика яһайым. Гөл-сәскәләр үҫтерергә яратам. Үҫкәндә ғаиләлә малайҙар булмағас, үҙебеҙ бесән сабып, утын яра торғайныҡ. Беҙҙе “Йәннүрҙең малайҙары” ти торғайнылар. Атайым үҙе малай ғына көйө һабанға баҫа, шахтала ла эшләй, тракторсы ла була. Оҙаҡ йылдар “Мағаш” колхозында колхоз рәйесенең техника буйынса ярҙамсыһы, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, инженер, бригадир булып эшләне, оҙаҡ йылдар профсоюз комитетын етәкләне. Ул тырыш, ғәҙел, талапсан кеше ине. Ун бер йыл рәттән ауыл Советы депутаты, район Советы депутаты итеп һайланды. “Атҡаҙанған колхозсы” исеменә лайыҡ булды. Атайыбыҙ әсәйебеҙҙе ныҡ ихтирам итте. Улар барыбыҙға ла юғары белем алырға ярҙам иттеләр. Хәҙер барыһы ла маҡтаулы булып эшләп йөрөй. Аллаға шөкөр, инәйебеҙ бөгөнгө көндә иҫән-һау. Уның янына йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Туғандар бер-беребеҙгә ярҙам итеп, үҙ-ара дуҫ, татыу йәшәйбеҙ, - ти Фәрзәнә Йәннүр ҡыҙы.
Тынғыһыҙ эш-мәшәҡәттәр менән уҙған ғүмер ағышы үткәндәр хаҡында иркенләп уйланып ултырырға ла ваҡыт ҡалдырмай икән. Күберәк алдағы пландар, хәстәрҙәр менән йәшәлә. Фәрзәнә Йәннүр ҡыҙы 2019 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында делегат булып ҡатнашҡан, тыуған ауылы тураһында “Юлыҡҡайым” китабын нәшер итеүҙә лә ярҙамы тос була. Бөгөн улдары Ильяс, Ильяр - әсәнең ҙур ҡыуанысы, терәге. Улар икеһе лә Өфө ҡалаһында йәшәй, юғары белемле белгестәр. Оло улы спорт мастеры кандидаты. 3-сө класты тамамлаған Ислам ейәне лә өләсәйҙең ҙур һөйөнөсө, ул да атаһына оҡшап спорт менән мауыға.
Талапсанлығы, иплелеге менән айырылып торған тынғыһыҙ педагог ошо йылдар эсендә БР Башлығы Р.Хәбировтың, БР Мәғариф министрлығының, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаттарына, район Советының, РФ Мәғариф министрлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ булған. Ә иң ҙур баһа – уҡыусыларының хөрмәте. Күптән түгел үҙенең матур юбилейын билдәләгән уҡытыусыны илебеҙҙең төрлө төбәгенән уҡыусылары килеп сәскәгә күмеп ҡотлауҙары ла ошо хаҡта әйтеп тора. Уҡытыусы өсөн сәскән орлоҡтарыңдың уңышын күреү икеләтә ҡыуаныслы. Коллегалары ла үҙҙәренә остаз булған Фәрзәнә Йәннүр ҡыҙын маҡтап ҡына телгә ала. Халҡына һәм милләтенә хеҙмәт итеп, ғүмер үренең матур баҫҡысына күтәрелгән уҡытыусы бөгөн яратҡан эшен ҡалдырып, хаҡлы ялға туҡтарға ниәтләгән. Эйе, батырға ла ял кәрәк. Алда тыныс, матур ялдар насип булып, һаулыҡта, балалар һөйөнөсөндә, яҡшы кәйеф менән йәшәргә яҙһын һеҙгә.