Ғәҙелша Әминев – Беренсе бөтә донъя, граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан ҡаһарман яугир, легендар шәхес. Яҡын-тирәләге бер нисә ауыл мәктәбенең эшен яйға һалып, оҙаҡ йылдар тыуған ауылы мәктәбендә йәш быуынға төплө белем һәм тәрбиә биргән арҙаҡлы мөғәллимдең намыҫлы һәм фиҙаҡәр хеҙмәте район уҡытыусылары араһында беренселәрҙән булып Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән баһаланыуы күп нәмә хаҡында һөйләй.
Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Әминевтарҙың өлкән улы Нәғим, һуғышҡа тиклем үк Стәрлетамаҡтағы уҡытыусылар институтын ҡыҙыл дипломға тамамлап, Оло Үтәш ауылында мөғәллимлек эшен башлай. Йәш уҡытыусы 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Будапешт ҡалаһын азат иткәндә, лейтенант Әминев батырҙарса һәләк була.
Атанан күргән уҡ юнған, тип хаҡ әйткән боронғолар. Нәғим Ғәҙелша улының берҙән-бер улы Ғаяз, олатаһы менән атаһының юлын дауам итеп, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала һәм республикабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә ярты быуат самаһы балаларға белем һәм тәрбиә бирә. Уның ҡатыны Роза Ғарифулла ҡыҙы ла, партияның Архангел район комитетында эшләү йылдарын иҫәпкә алмағанда, ғүмеренең күп өлөшөн мәғарифҡа арнай – бер юлы мәктәптә лә, Башҡорт дәүләт педагогия институтында ла эшләргә өлгөрә. Улдары Филүс, Өфө нефть техник университетын һәм Башҡортостан дәүләт хеҙмәте академияһын уңышлы тамамлап, оҙаҡ йылдар Өфө ҡалаһының Мәшғүллек үҙәге директоры урынбаҫары вазифаһын башҡара, «Тамыр» телеканалы мөхәррире булып эшләгән ҡатыны Гөлфиә менән ике бала тәрбиәләй.
Ғәҙелша бабайҙың икенсе улы Рауил да Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Артабан ғаиләһе менән Силәбе өлкәһенең Ҡатай-Ивановск ҡалаһында йәшәй, ғүмере буйы скульптор-рәссам булып эшләй. Уның алтын ҡулы тыуҙырған скульптура әҫәрҙәре бөгөн дә ҡала урамдарын һәм скверҙарын биҙәп тора. Рауил ағай Әминевтың ике балаһы була, Клара исемле ҡыҙы тормош юлын уҡытыусы эшенә бағышлай. Уның Юлия исемле ҡыҙы ла мәғариф өлкәһен һайлай, ә улы Вил урман сәнәғәтенә өҫтөнлөк бирә.
Әминевтарҙың өсөнсө улы Фәрит Ғәҙелша улы, һуғыштан һуң Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлап, математика уҡытыусыһы һөнәренә эйә була. 1960-1980 йылдарҙа ул республикабыҙҙың күренек-ле педагог-методистарының береһе булып таныла. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу институтында һәм «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы редакцияһында яуаплы вазифалар башҡара. Алгебра, геометрия фәндәре буйынса бер нисә уҡыу-методик әсбап нәшер итә, журналдарҙа бик күп ғилми мәҡәләләр баҫтыра. Мәғариф өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Фәрит Ғәҙелша улы Әминев 1980 йылда “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була һәм бик күп Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә. Әйткәндәй, уның ҡыҙы Светлана атаһының юлын дауам итә. Ул оҙаҡ йылдар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтында студенттарға информатиканан белем бирә.
Ғәҙелша һәм Хөсниямал Әминевтарҙың берҙән-бер ҡыҙы Фәнирә, Башҡорт дәүләт медицина институтында белем алғас, пенсияға сыҡҡансы Стәрлетамаҡ ҡалаһы дауаханаларының береһендә гинеколог булып эшләй. Намыҫлы хеҙмәте менән ҙур абруй ҡаҙанған табипты ҡала халҡы бөгөн дә һағынып иҫкә ала.
Бишенсе бала булып буй еткергән Фәрғәт иһә ғаиләһе менән Ҡаҙағстан тарафтарында ғүмер кисерә, байтаҡ йылдар шахтала һәм энергетика өлкәһендә эшләй.
Әминевтарҙың кинйә улы Шәүҡәт иһә, Башҡорт дәүләт университетын уңышлы тамамлап, дүрт тиҫтә йылдан ашыу Ишембай ҡалаһындағы Ә-З.Вәлиди исемендәге 2-се Республика башҡорт гимназияһында физиканан уҡыта. Бынан тыш, ул өс йыл самаһы – КПСС-тың ҡала комитетында, ике йыл Өфө дәүләт авиация институтының Ишембай филиалында эшләй. Оло ихтирамға лайыҡ булған талантлы уҡытыусы Башҡортостандың мәғариф отличнигы билдәһе һәм Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Шуныһы ла иғтибарға лайыҡ: оло хөрмәт ҡаҙанған уҡытыусының элекке уҡыусылары араһында дәүләт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, инженерҙар, табиптар һәм башҡа һөнәр эйәләре бихисап.
Шәүҡәт Ғәҙелша улының хәләл ефете Нәсимә Ғилметдин ҡыҙы ла – уҡытыусы, ҡаланың билдәле шәхестәренең береһе: шағирә лә, композитор ҙа, йырсы ла ул! Шәүҡәт һәм Нәсимә Әминевтарҙың Ринат исемле улдары медицина өлкәһен һайлаған, ә Булат – танылған йырсы, маһир музыкант.
Ҡыҫҡаһы, районыбыҙҙың һәм Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә яҡты эҙ ҡалдырған ғилемле лә, зиһенле лә уҡытыусылар ғаиләһе – Әминевтар династияһының бер быуаттан ашыу тарихы бар. Уларҙың дөйөм педагогик стажы 300 йыл самаһы тәшкил итә. Шуны ла оноторға ярамай: нисәмә быуын балаларына төплө белем һәм тәрбиә биргән, төрлө өлкәлә намыҫлы эшләгән затлы нәҫел вәкилдәре меңәрләгән кешегә остаз да булып тора. Яугилде ауылы халҡы данлы Әминевтар ғаиләһе менән бөгөн дә ғорурланып йәшәй.
Ниязбай СӘЛИМОВ.