Сара М.Ғафури паркында халыҡ шағирының бюсына сәскәләр һалыу, Ҡаран шишмә һыуын тәмләү менән башланды. Артабан сара ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итеп, унда яҡташыбыҙ ижадына битараф булмаған 7-нән 87-гә тиклем йәштәге районыбыҙ мәктәптәре уҡыусылары, оло йәштәгеләр үҙ һәләтен күрһәтте.
М.Ғафури бай әҙәби-педагогик мираҫ ҡалдырған. Шағир ижадында ғилемгә, хеҙмәткә дан йырлай, башҡорт телен, мәҙәниәтен үҫтереү, мәктәп тормошон үҙгәртеп ҡороу, уҡытыу алымдарын яңыртыуға күп көс һала, йәш быуын мәнфәғәтен яҡлаусы булып сығыш яһай. Был сарала ла бөйөк яҡташыбыҙҙың “Үҙем һәм халҡым”, “Бир ҡулыңды”, “Эш һәм белем” шиғырҙары, “Эшсе” поэмаһы, “Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын”, "Фәҡирлектә үткән тереклек”, “Шағирҙың алтын приискыһында” повестары, “Ҡара йөҙҙәр” драмаһы исемдәре яҙылған ҡағыҙҙарҙы уҡыусылар тотоп, сәхнәлә теҙелеп баҫҡас, һәр кем уларҙы иҫкә төшөрөп, башҡорт әҙәбиәтенә алтын хәрефтәр менән ингән мәңгелек әҫәрҙәр ижад итеүенә һоҡланып ултырғандыр.
Мәртәбәле сара М.Ғафури һәм Ф.Ғәлин һүҙҙәренә БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Рәмил Ғимрани көй яҙған Ғафури районы Гимнын тыңлау менән башланып китте. Уны көй яҙыусы үҙе һәм Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре башҡарҙы. Шунда уҡ “Шағир рухы беҙҙең күңелдә” тип аталған видеоролик күрһәтелде.
Конкурс алдынан Еҙем-Ҡаран мәктәбе директоры Гөлсөм Динар ҡыҙына һүҙ бирелеп, ул үҙ сығышында: “Еҙем-Ҡаран мәктәбенең тәжрибәле уҡытыусылары Гөлнур Әнүәр ҡыҙы Батыршина, Гүзәл Шиһабетдин ҡыҙы Хәлилова, Айрат Миҙхәт улы Хәлилов, Раил Рәйес улы Йомағолов етәкселегендә яҙылған “Яҡташ шағирыбыҙ Мәжит Ғафури мираҫы” проекты грант конкурсында еңеү яулап, мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты йыһазландырылды, фойела Шағир мөйөшө булдырылды һәм дә төрлө саралар үткәрелеп, бөгөн ошо проекттың йомғаҡлау өлөшөнә - әҙәби конкурсҡа йомғаҡ яһарға йыйылдыҡ. Бәйгенең һөҙөмтәләре ниндәй булһа ла, барығыҙға ла йылы тәьҫораттар, яҡты өмөттәр, яҡшы кәйеф алып ҡайтырға яҙһын, - тине ул.
Мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Әлфиә Шаһиева ла сығыш яһап, барыһына ла ҡыйыулыҡ, сәм, уңыштар теләне.
“Мәжит Ғафури – ХХI быуат” Мәҙәниәт фонды Советы рәйесе Люция Музаҡир ҡыҙы Камаева был конкурсҡа килә алмағанлыҡтан, уның ихлас һөйләгән видеомөрәжәғәте тыңланды.
Иң тәүҙә жюри рәйесе итеп Рәмил Ғимрани, ағзалары - Әлфиә Шаһиева, Фәүзиә Зәйнуллина (Үҙәк район китапханаһы мөдире), Рәсилә Нәжметдинова (М.Ғафуриҙың йорт-музейы директоры, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре), Гөлсөм Динар ҡыҙы һайланып ҡуйылды. Әлбиттә, уларға конкурста еңеүселәрҙе билдәләү бик еңелдән булманы. Һәр сығыш яһаусы оҫта һөйләүе, артислыҡ һәләте менән һоҡландырҙы. Сәйетбаба мәктәбенән килгән Илһам Рәхимов ике шиғыр һөйләп таң ҡалдырҙы.
Һөҙөмтәлә, мәктәп уҡыусылары араһында 1-се урынды Ралина Рәхмәтуллина (Еҙем-Ҡаран), Алһыу Аҫылбәкова (КБГИ), Ҡәҙриә Мөхәрмәтова (Бурлы) алды. 2-се урынға Илһам Рәхимов (Сәйетбаба), Гөлнәзирә Кәримова (Юлыҡ), Эльнара Шафиҡова (Еҙем-Ҡаран) лайыҡ булды. 3-сө урын Светлана Бәшәрова, Эльвина Ишманова (КБГИ), Яҙгөл Шәйхоловаға (Сәйетбаба) бирелде. Вероника Виноградова (Еҙем-Ҡаран), Алеся Кәримова (Еҙем-Ҡаран), Юлия Мос-тафина (КБГИ), Азалия Иҙрисова, Әминә Шәйәхмәтова, Зәлиә Хисаметдинова (Сәйетбаба), Карина Шәйәхмәтова, Аяз Рәхмәтуллин, Данил Рәхмәтуллин (Еҙем-Ҡаран), Илдар Әхмәров (Юлыҡ) төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип билдәләнде. М.Ғафуриҙың әҫәрҙәрен сәхнәләштереү номинацияһында Юлыҡ мәктәбенең 4-се класс уҡыусыларына (етәкселәре А.Ә.Яҡшыбаева) етеүсе булманы.
Районыбыҙҙың ауыл мәҙәниәт йорто һәм ауыл китапханалары исеменән ҡатнашыусы Еҙем-Ҡаран ауылынан Зәйтүнә Ғималетдин ҡыҙы Искәндәрова, Миңниә Тәлғәт ҡыҙы Муллағолова, Ибраһимдан Мәүлиха Юлдашбай ҡыҙы Вәлиева, Миңзилә Ғирфан ҡыҙы Рәхимова, Юлыҡтан Әминә Тимерхан ҡыҙы Кинйәбулатованың сығыштары республика кимәлендә үткән “Йөрәк һүҙе”нән һис тә ҡалышманы. Улар шағирҙың әйтергә теләгәнен тулыһынса тыңлаусыға еткереп кенә ҡалмай, уйланырға, сағыштырырға ла урын ҡалдырҙы. Конкурстан тыш үҙенең шиғырын тәҡдим иткән Рәмил Ғимраниҙың сығышын да тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.
Еңеүселәрҙең барыһына ла район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары һәм бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ ошо конкурсҡа балаларҙы дәртләндереп, әҙерләп килтергән етәкселәре Айгөл Ғәлләмова, Миләүшә Рәхимова, Эльвера Ҡунафина (КБГИ), Зифа Аҫылбәкова, Зилә Иҙрисова (Сәйетбаба), Альмира Яҡшыбаева (Юлыҡ), Винера Ғәлиуллина, Нәзирә Мөхәмәтйәнова, Гөлнур Батыршина, Фәнүзә Кәримова, Гөлзиә Сәғитоваға (Еҙем-Ҡаран) Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Сараны һоҡланғыс итеп алып барыусы уҡытыусы Гөлнур Әнүәр ҡыҙы ошо проект-ты тормошҡа ашырыуҙа ярҙамдары өсөн район хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә, “Мәжит Ғафури – ХХI быуат” Мәҙәниәт Фонды" төбәк йәмәғәт ойошмаһына, "Табын" гәзите редакцияһына, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе хакимиәтенә, мәҙәниәт йортона, китапханаға, мәктәп коллективына, М.Ғафури йорт-музейына, бәйгеселәргә, жюри ағзаларына рәхмәт әйтеп, ил-көнөбөҙгә тыныслыҡ, барыһына ла һаулыҡ, уңыштар юлдаш булыуын теләп,
Ғафуриҙың изге аманатын
Күҙ ҡараһы кеүек һаҡлайыҡ.
Беҙ, уның яҡташтары,
Шағир ышанысын һаҡлайыҡ! – тигән шиғыр юлдары менән тамамланды “Беҙ Мәжит Ғафуриҙы уҡыйбыҙ – 2023” халыҡ-ара әҙәби-нәфис конкурсының йомғаҡлау этабы.
Һуңынан конкурста ҡатнашыусылар М.Ғафури Йорт-музейын, былтыр Еҙем-Ҡаран мәктәбендә РФ Президентының Мәҙәни башланғыстар фонды “Яҡташ-шағирыбыҙ Мәжит Ғафури мираҫы” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә асылған Шағир мөйөшөн, заманса йыһазландырылған башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетын ҡараны. Барлыҡ ҡатнашыусылар өсөн сәй табыны әҙерләнеп, улар аш өҫтәле янында ла М.Ғафуриҙың һоҡланғыс ижады тураһында һүҙ йөрөттө.