-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Июль 2023, 12:40

Йәш туристар һынатманы

 Белорет районында йыл һайын ойошторолған “Хәүефһеҙлек мәктәбе” республика ярыштары уҙҙы, унда республиканан 38 команда ҡатнашты. 5-10 июндә үткән был сарала беҙҙең район исеменән Балалар ижады үҙәге (директоры - Р.Н. Кинйәбаев) “Йәш турист” ижад берекмәһе уҡыусылары сығыш яһаны.

Йәш туристар һынатманы
Йәш туристар һынатманы

Улар: “Йәш турист” ижад берекмәһе уҡыусылары Илмир Дилмөхәмәтов, Эмиль Батыршин, Илдар Йомағолов, Наҙгөл Хәлилова, Руслана Мөхәмәтйәнова, Тимур Юламанов, Егор Полюдов, Глеб Поленок (өҫтәмә белем биреү педагогтары Виктория Васильевна Батыршина, Диана Александровна Комлева, Салауат Ғәлим улы Фәйрүзов). Ярышты асыу тантанаһында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығы начальнигы урынбаҫары Илдар Сәйетгәрәев, Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллин, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының уҡытыу-методика үҙәге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Татьяна Норкина сығыш яһап, ҡатнашыусыларға уңыштар теләне.
Программала “Ҡаршылыҡтар һыҙаты”, “Янғын эстафетаһы” дистанциялары, кросс-эстафета, эҙләү-ҡотҡарыу эштәре, ҡатнаш көс күнегеүҙәре, спорт ориентиры, шулай уҡ тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса викторина, командалар менән таныштырыу һәм стена гәзиттәре конкурсы булды. Ярыштың тәүге көнөндә балалар “Янғын эстафетаһы”, “Хәрби әҙерлек”, “Команда менән таныштырыу”, “Ҡаршылыҡтар һыҙаты” һәм “Ҡатнаш көс күнекмәләре”ндә ярышты. Төштән һуң ямғыр, боҙ-борсаҡ яуып, ҡатнашыусылар өсөн шарттарҙы тағы ла ҡатмарлаштырҙы. Шуға ҡарамаҫтан, “Хәрби әҙерлек”тә Егор Полюдов, Глеб Поленок, Илдар Йомағолов һәм Илмир Дилмөхәмәтов яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте. Команда менән таныштырыуҙа балалар команда тураһында шиғыр юлдары менән һөйләне, ә Наҙгөл Хәлилова тыуған төйәге тураһында “Тыуған яҡ” йырын башҡарҙы. Жюри беҙҙең командаға 4-се урынды бирҙе. “Ҡатнаш көс күнекмәләре”ндә Илмир Дилмөхәмәтов һәм Илдар Йомағолов иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, 1-се, 2-се урындарҙы алды. Руслана Мөхәмәтйәнова шәхси иҫәптә ҡыҙҙар араһында өсөнсө булды. Һөҙөмтәлә, беҙҙең команда 1-се урынға лайыҡ булды.
Ярыштарҙың икенсе көнөндә командалар 1 саҡрымға кросс-эстафета үтте, стена гәзите сығарҙы, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса викторинала һорауҙарға яуап бирҙе, зыян күреүсегә тәүге ярҙам күрһәтте һәм “Граждандарҙы яҡлау” этабын үтте. Кросс-эстафетала Илмир Дилмөхәмәтов, ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһы араһында иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтеп, шәхси беренселектә еңеү яуланы! Наҙгөл Хәлилова ҡыҙҙар араһында 3-сө урынды алды. Команда – 4-се урында. Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре буйынса викторинала Егор Полюдов һәм Глеб Поленок 2-се урынды алыуға өлгәште. Егор Полюдов һәм Наҙгөл Хәлилова "Рогейн" спорт ориентирлауы буйынса, финишҡа дүртенсе булып килеп, ярышташтарынан бер аҙға ғына ҡалышты. Икенсе ярыш көнөндә командалар өсөн иң ҡатмарлы дистанция булып “Йәшәү маршруты” торҙо. Эш шунда: балалар маршрут бу-йынса ғына бармай, ә тағы ла туристик этаптарҙы ла үтте. Этап Белореттың тау-лы урмандарында, Малиновая тауында булды. Маршрут бик ҡатмарлы ине һәм уға бөтә командаларҙы ла үткәрмәнеләр. Ойоштороусылар командаларға легендаға ҡоролған эш бирҙе: йәнәһе, урманда самолет ҡолаған. GPS координаталары буйынса командаларға беренсе пилотты табырға, унан 2-се пилоттың координаталарын алырға, уны табып, тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә һәм носилкала старт урынына алып килергә. Беҙҙең команда, финишҡа беренсе килеп, йөкләмәләрҙе яҡшы үтәне. Бөтә кәрәк-яраҡты йыйып, команда 2 көнгә маршрутҡа юлға сыҡты.
Балалар өсөн был беренсе етди поход ине, әммә барыһы ла был еңел булмаған һынауҙы лайыҡлы үтте. Етәкселәре Виктория Батыршина балалар менән бөтә ҡыйынлыҡтарҙы уртаҡлашып ҡына ҡалмай, уларҙың ауыр рюкзактарын да күтәрешә, балаларҙы еңеүгә дәртләндерә. Һөҙөмтәлә командабыҙ “Йәшәү маршруты”ның бөтә ауырлыҡтарын уңышлы үтәп сыҡты һәм алдынғы һигеҙ команда иҫәбенә инде. Бер аҙ ял иткәс, бөтә командалар Нура йылғаһындағы "Эҙләнеү-ҡотҡарыу эштәре" дистанцияһына юлланды.
Был дистанция балаларҙан көс, сыҙамлыҡ, медицина буйынса белем, экстремаль хәлдән сығыу юлын таба, ҡотҡарыусыларҙың ҡорамалдары менән эшләй белеүҙе талап итте. Командабыҙ сираттағы тапҡыр үҙенең дуҫ, берҙәм булыуын раҫланы. “Йәш ҡотҡарыусы” гәзитенә жюри бер тауыштан 1-се урын бирҙе. Ярыштың дөйөм йомғаҡтары бу-йынса беҙҙең команда "Б" класындағы 17 команда араһында 8-се урынды алды.
Ярышҡа әҙерлектә һәм барып ҡайтыуға ярҙамдары өсөн 74-се янғын-ҡотҡарыу часы начальнигы В.В.Отмаховҡа, район мәғариф бүлеге начальнигы Р.Ғ.Солтанморатовҡа, директорыбыҙ Р.Н.Кинйәбаевҡа рәхмәтлебеҙ.
Диана КОМЛЕВА,
Балалар ижады үҙәге педагогы.

Йәш туристар һынатманы
Йәш туристар һынатманы
Йәш туристар һынатманы
Йәш туристар һынатманы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: