Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
7 Февраль 2025, 16:00

Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды

29 ғинуарҙа район мәҙәниәт һарайында Президент гранттары фонды ярҙамында “Героик һәм хәүефле һөнәрҙәр” тигән патриотик сара үтте. Уны “Йәш патриоттар” проекты сиктәрендә Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһының коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы “Бала саҡ ҡаласығы” мәктәпкәсә белем биреүгә ярҙам һәм үҫеш Фонды (директоры Г.А.Мостафина) әҙерләп үткәрҙе. Был көндө мәҙәниәт һарайының тамаша залы Красноусолдағы дүрт балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре менән шығырым тулы булды. Сараны Светлана Ковальская менән Татьяна Афанасьева алып барҙы.

Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды

Сара һөнәрҙәр тураһындағы йыр менән асылып, алып барыусылар байрамдың тап һөнәрҙәргә арналыуын билдәләп, йырҙың да һөнәрҙәргә арналыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Әммә бөгөн бөтә һөнәрҙәр тураһында һүҙ алып бармай, тап хәүеф һәм батырлыҡ (ҡыйыулыҡ) менән бәйле булғандары тураһында һөйләйәсәкбеҙ. Уларға тап ҡотҡарыусы, янғын һүндереүсе, полиция, медик һәм хәрби һөнәрҙәр инә. Һәм беҙ бөгөнгө байрамыбыҙҙы бик тә хәүефле, әммә мөһим миссияны һайлаған көслө, тәүәккәл кешеләргә арнайбыҙ. Ҡотҡарыусылар, янғын һүндереүселәр, офицерҙар – был һөнәрҙәрҙе тәүәккәл кешеләр һайлай. Улар көн һайын батырлыҡ ҡылалар, әммә уны батырлыҡҡа һынамайҙар. Улар өсөн был ғәҙәти эш, - тине алып барыусылар.
Патриотик сара тантаналы рәүештә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагын сығарыуҙан һәм Гимндарҙы тыңлауҙан башланды. "Тирәккәй" балалар баҡсаһының йәш артистары тиҫтерҙәренә ут менән шаярырға ярамағанлығын сәхнәләштереп күрһәтте, ә "Облачко" әҙерлек төркөмө балалары төрлө һөнәрҙәргә арналған йыр башҡарҙы. Һуңынан Красноусолдағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһынан: “Әкиәт” балалар баҡсаһынан - “Аҡ халатлылар”, “Миләшкәй” - “Ватан һаҡсылары”, “Тирәккәй” – “Патриоттар”, “Тирмәкәй” - “Йәш янғын һүндереүселәр” командалары өсөн "Хәүефһеҙлек әлифбаһы" викторинаһы уҙғарылды. Балалар “Интеллектуаль”, “Янғын хәүефһеҙлеге”, “Кеше сәләмәтлеге”, “Бала һәм юл”, “Йәш ҡотҡарыусылар”, “Ватанды һаҡлаусылар”, арҡан тартышыу һынауҙарын үтеп, етеҙлектә, ҡыйыулыҡта һәм таһыллыҡта ярышты, бының менән улар ҙа киләсәктә бәләгә тарығандарға ярҙам итәсәк ҡыйыу кешеләр буласағын иҫбатланы. Эстафетаны йомғаҡлап, еңеүселәр һәм призёрҙар билдәләнде: “Миләшкәй” балалар баҡсаһы командаһы Гран-при яуланы. “Әкиәт”тәр – 1-се, “Тирмәкәй” – 2-се, “Тирәккәй” - 3-сө урындарға лайыҡ булды.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла миҙалдар һәм кубоктар тапшырылды. Тантаналы сараға абруйлы ҡунаҡтар, героик һөнәр кешеләре саҡырылғайны. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы, миномётсы, “Урал” 137-се айырым штурмлау бригадаһы рядовойы Иван Фёдоров, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының Ауырғазы ра-йон-ара күҙәтеү эшмәкәрлеге һәм профилактик эш бүлеге начальнигы урынбаҫары Илгиз Ардаширов, үҙәк район дауаханаһының медицина хеҙмәткәре Венера Хөснөтдинова, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури ра-йоны буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары - ГРЛС төркөмө етәксеһе, полиция подполковнигы Зөбәйҙә Ғәлиәхмәтова, ра-
йон хакимиәте вәкилдәре Гөлнара Ғөбәйҙуллина һәм Альбина Мөхәмәтйәнова, район мәғариф бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы Юлия Судовикова командаларҙың сығыштарын баһаланы һәм ҡотлап бүләкләне.
Балалар “Миләшкәй” балалар баҡсаһы балалары менән педагогтары әҙерләгән “Ут – дуҫ, ут – дошман” йәнһүрәтен ҡарап таралышты.

Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Патриотик сара героик һәм хәүефле һөнәрҙәргә арналды
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас