Ошондай клуб асылыуы уҡыусыларҙа, илебеҙҙең киләсәге булған үҫеп килеүсе йәш быуында әүҙем тормош позицияһы, илһөйәрлек, Ватанға тоғролоҡ һәм хәүеф янағанда уны һаҡларға әҙер булыу кеүек сифаттарҙы тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай, әлбиттә. Хәрби-патриотик клуб Анастасия Асадуллина етәкселегендәге “Дариния” мәғарифты үҫтереү һәм ярҙам итеү фондының “Беҙҙең дәүер геройҙары” проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты гранттары фонды конкурсында еңеүгә өлгәшеүе һөҙөмтәһендә булдырылған.
Проект буйынса бүленгән аҡсаға класс бүлмәһе ремонтланған, кәрәкле йыһаздар, лазерлы атыу тренажёры, ҡоралдарҙы һаҡлау өсөн махсус сейф, пневматик автоматтар, телевизор, таҡта, стендтар, ноутбук, юнармеецтарға форма һәм башҡа бик күп әйберҙәр алынған. Бөтә ремонт эштәрен коллектив үҙ иңенә алған.
Клубты асыу тантанаһында Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов, район мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Рита Сәйфетдинова, методист Нәзифә Арыҫланбәкова, мәктәптең уҡытыусылар коллективы һәм уҡыусылар ҡатнашты.
- Мәктәбегеҙҙә хәрби-патриотик клуб асылыуы менән ихлас ҡотлайым. Бөгөнгө көндә Ватанын яратҡан кеше, Тыуған илдең ысын патриотын тәрбиәләү йәмғиәтебеҙ өсөн төп һәм мөһим бурыстарҙың береһе булып тора, - тип билдәләне сығышында Рита Әхмәт ҡыҙы. - Бер төптән булып һәм уңышлы эшләү һөҙөмтәһендә өсөнсө проектты тормошҡа ашырып, уҡыусыларҙы һәр яҡлап үҫтереүгә һәм уҡыу йортоноң матди базаһын нығытыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ. Дөйөм тырышлыҡ менән география бүлмәһен, мәктәп музейын, китапхананы яңырттығыҙ, уҡыусыларға ял зонаһы булдырҙығыҙ. Коллективҡа проектты тормошҡа ашырыуҙа уңыштар һәм яңы еңеүҙәр теләйем.
Аҡкүл ауыл биләмәһе башлығы Рифҡәт Мөхәррәмов та мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы ҡотлап, эштәрендә уңыштар, яңы ҡаҙаныштар, еңеүҙәр теләне.
- Мәктәптә хәрби-патриотик клуб асылыуы уҡыусыларҙа илһөйәрлек тәрбиәләүҙә, йәш быуында патриотик сифаттар, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем тормош позицияһы, Ватанға тоғролоҡ тойғоһо формалаштырыуҙа мөһим роль уйнаясаҡ, - тип билдәләне үҙенең сығышында проект етәксеһе Анастасия Асадуллина һәм емешле хеҙмәттәре өсөн команда ағзаларына рәхмәт белдерҙе.
Ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, сарала ҡатнашыусылар өр-яңы класс бүлмәһенә үтеп, бай йөкмәткеле күргәҙмә материалдар менән танышты, юнармеецтарҙың мылтыҡ һүтеп-йыйыуҙарын, мәргәнлектәрен күҙәтте һәм үҙҙәрен дә һынап ҡаранылар.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.