Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2025, 10:35

“Бәхетстан” иленә сәйәхәт

Каникул алдынан Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының башланғыс класс уҡыусылары “Бәхетстан” иленә сәйәхәт ҡылды. Нияз Сәлимовтың яңы сыҡҡан китабы тап ошолай атала.

“Бәхетстан” иленә сәйәхәт
“Бәхетстан” иленә сәйәхәт

Балалар күңелен шул тиклем нескә тойған яҙыусы ул Нияз Булатбай улы. Ғалим-филолог, журналист, яҙыусы, әүҙем йәмәғәтсе, Башҡортостан Республикаһы Милли архивының директор урынбаҫары булып эшләгән Ниязбай Сәлимов - олатай булып, 7 ейән-ейәнсәре өсөн ял көндәренең һәр минутын улар менән үткәреп, уйнап, шаярып алырға ваҡыт таба. Уларҙың ҡыҙыҡтарын эләктерә һалып, үҙ әҫәрҙәренә яҙыу, әлбиттә, Нияз ағайҙың яҙғандарын уҡымлы итә. Шуға ла уның ҡыҫҡа-ҡыҫҡа, әммә матур эстәлекле шиғырҙары күңел биреп уҡыла һәм тиҙ ятлана. Китапта “Мин – башҡорт балаһы”, “Әкиәттәр”, “Йөҙ йомаҡлы сер йомғаҡтар” тигән өлөштәр бар. Уларҙы уҡый-уҡый, һәр бала үҙен “Бәхет илендә йәшәйем!” тип хис итә. Ана бит, сәхнәлә нисек ҡыйыу һәм шат йылмайып баҫып тора улар. Шиғырҙарҙы ниндәй тасуири итеп һөйләйҙәр. Кисә барышында бик күп һорауҙар бирҙеләр. Осрашыуҙа уҡыусылар һәм шиғыр һөйләүселәр Ниязбай Булатбай улынан бүләктәр алып шатланды.
Алсаҡлыҡ һәм йылылыҡ бөркөлөп торған был күркәм саранан һуң, ҡайһы бер балалар Нияз олатай менән ҡосаҡлашып, яратышырға ла, дуҫтарса ҡулға ҡул һуғып хушлашырға ла тартынманылар. Ихлас осрашыу, һөйләшеү, аралашыу балалар күңелендә матур хәтирәләр ҡалдырғандыр, моғайын. Заманында гимназиябыҙ асылыуға күп көсөн һалған, шулай уҡ нисәмә йылдар буйына уның үҫешен күҙәтеп барған, кәрәк ерҙә ярҙам ҡулы һуҙған районыбыҙҙың почётлы гражданы, гимназиябыҙҙың почётлы гимназисы Ниязбай Булатбай улы Сәлимов әлеге көндә лә районым, халҡым, киләсәгем, тип арыу-талыу белмәй эшләй. Киләсәктә хөрмәтле ҡунағыбыҙға иҫәнлек-һаулыҡ менән тағы ла балаларыбыҙ өсөн күп-күп матур әҫәрҙәр ижад итһен ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Кисәне матур итеп ойоштороуҙа ярҙам иткән башланғыс класс уҡытыусыларына, шулай уҡ Олеся Фәлир ҡыҙына, Илнара Рәфил ҡыҙына, Рәмзилә Әнүәр ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Гөлшат ВӘЛИЕВА,
"Урал батыр" мәктәбе етәксеһе.

“Бәхетстан” иленә сәйәхәт
“Бәхетстан” иленә сәйәхәт
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас