Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Декабрь 2025, 15:25

Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып

Тыуған ерҙән төшкән ер яҡшы, тиҙәр. Районыбыҙҙың Үзбәк ауылына йүнәлтмә буйынса эшкә килеп, ҡырҡ йылға яҡын мәғариф өлкәһендә хеҙмәт йөгө тартҡан, тырыш һәм уңған ҡыҙҙар, батыр ул үҫтергән әсә  Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Ильясова ошо көндәрҙә үҙенең һигеҙенсе тиҫтәһенә аяҡ баҫа. Ысынлап та, артҡа әйләнеп ҡарар, тормошоңа баһа бирер ғүмер үре ул. Юбилей уңайынан мәҡәлә геройы менән үткәндәргә байҡау яһап, бер аҙ һөйләшеп, күңел бушатып алыу форсаты ла тейҙе.

Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып
Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып

- Әле ҡартлыҡтың беренсе этабына ғына аяҡ баҫам, шуға ла ҡул ҡаушырып ултырып булмай инде әлегә, - тип, күтәренке рухта һәм оптимизм менән ҡаршы алды беҙҙе Красноусолға ваҡытлыса Эльза ҡыҙына ҡунаҡҡа килгән Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы.

Ғүмер ағышы ла ағын һыу кеүек икән, алдыңда ниндәй боролоштар, ҡаршылыҡтар булмаһын, барыбер үҙ юлы менән алға табан елә. Эйе, йылдар ауырлығына бирешмәү, кәртәләрҙе, ҡаршылыҡтарҙы тәүәккәллек менән йырып сығыу, тынғыһыҙ хеҙмәт йылдары йыльяҙмаһы ла биҙәй юбилярҙың ғүмерен.

Фәриҙә Ильясова Стәрлебаш районының Әмир ауылында һоҡланғыс кешеләр - Фирҙәүес Хажи ҡыҙы менән Вәғиз Осам улы ғаиләһендә иң өлкәне булып тыуып-үҫкән. Атаһы Бөйөк Ватан һуғышынан бер ҡулы терһәктән яраланып ҡайтҡан Ҡыҙыл Йондоҙ орденлы ветеран була. Атаһы менән әсәһе икеһе лә рухлы, һәйбәт сифаттарға эйә кешеләр була. Шуғалыр ҙа, изге күңеллелек, ғәҙеллек, кешегә ҡарата иғтибарлы булыу кеүек сифаттар уға ғаиләлә һалынып, артабан камиллашҡандыр. Ете туғанына апай булып үҫкән ҡыҙға бәләкәйҙән уҡытыусылыҡ сифаттары хас. Мәктәптә уҡығанда бар яҡлап та әүҙем уҡыусы була. Ауылдағы мәҙәниәт йортона бейеү түңәрәгенә йөрөй, кеше етмәгәндә спектаклдәрҙә лә ҡатнаша. Тыуған ауылында 8-се класты тамамлағас, 1964 йылда Стәрлебашта 10-сыны тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты ала. Тура юғары уҡыу йортона барырға ҡыймаған ҡыҙ, иптәш ҡыҙы менән мәғариф бүлеге начальнигына педагогик курсҡа ебәреүҙәрен һорап баралар. Башта Стәрлетамаҡҡа химия-биология курсына ебәрәләр, артабан уҡыу өсөн был фәндәрҙән факультет булмағас, рус теле һәм әҙәбиәте бүлегендә дауам итә. Бында уҡытыусы һөнәренә башланғыс юл ярған ҡыҙҙы районыбыҙҙың Үзбәк ауылына эшкә ебәрәләр. Мәктәп һәр саҡтағыса мөғжизәле тормош инде ул. Кешеләрҙе, үҙ һөнәрен яратҡан йәш ҡыҙ был ауылға, мәктәпкә башкөллө сума. Ике йыл рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгәндән һуң, уҡытыу-тәрбиә эшендә яңы алымдарҙы өйрәнеү маҡсатында Бөрө педагогия институтына рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Бында ла тырышып уҡый, юғары белем алған дипломлы ҡыҙҙы Үзбәк ауылы барыбер үҙенә тарта, шунда эшкә ҡайта.  Үҙ яртыһын да шунда таба Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы. 1971 йылда Флүр Сөләймән улы менән өйләнешеп, ғаилә ҡоралар. Кушнаренко ауыл хужалығы техникумын тамамлап, агроном һөнәре алған тормош иптәше колхозда бригадир, келәт мөдире булып эшләй. Матур ғаиләлә өс бала буй еткерә. Улар бергә матур парлы ғүмер юлы кисереп, төп эштәренән тыш йәмәғәт эшендә лә ҡатнашалар, ауыл клубының театр коллективы менән берлектә спектаклдәр ҙә ҡуйып йөрөйҙәр. Шундай ваҡыттарҙа балаларын ҡәйнәһе менән ҡайныһы ҡараша. Әйткәндәй, ҡәйнәһе менән 33 йыл бергә инәле-ҡыҙлы кеүек йәшәйҙәр, ул 93 йәшкә етеп баҡыйлыҡҡа күсә. Фәриҙә апайҙың әсәһе оҫта тегенсе була, был һәләт ҡыҙына ла күскән. “Мин уҡымаған китап ҡалмағандыр ул”, - ти китап уҡырға яратыуы тураһында.

Хөрмәтле, ныҡышмал, тырыш уҡытыусы Үзбәк мәктәбендә дүрт тиҫтә йылға яҡын балаларға белем һәм тәрбиә бирһә, шуның 24 йылын бар күңелен һалып директорҙың уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Ауыл тормошонда ла ҡайнап йәшәй, шулай уҡ бик күп йылдар ауыл биләмәһенең ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе йөгөн дә тарта. Бер нисә саҡырылышта Еҙем-Ҡаран ауыл Советына, һуңғараҡ район Советына депутат итеп тә һайлап ҡуялар кешегә ҡарата ғәҙел һәм намыҫлы булған уҡытыусыны. Мәғариф өлкәһендә күңел биреп эшләгән Фәриҙә Вәғиз ҡыҙының төрлө тарафтарҙан бирелгән Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары бихисап, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы исеменә лә лайыҡ. Балаларын да аҡыллы, тәүфиҡлы, кешелекле итеп үҫтергән Ильясовтар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2012 йылда Чечен Республикаһында сираттағы хәрби задание ваҡытында улы Илшат батырҙарса һәләк була, һигеҙ йыл элек тормош иптәше Флүр ағай мәрхүм булған.

Эйе, баһадирҙай улын юғалтҡан әсә күңеле уйланмай буламы һуң?! Һөйләшеүҙе лә ҡараштарын алыҫҡа төбәп, улының хәтирәләре менән башлағайны.

  • Илшат улым бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан булды, бер ваҡытта ла тик торорға яратманы. Оҫта ҡуллы, һә тигәнсе йыбанмай нимәлер эшләп тә ҡуйыр ине. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлағас, ике йыл әрмелә хеҙмәт бурысын үтәне. Унан һуң Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса полицияның патруль-пост хеҙмәтенең айырым батальоны инспекторы вазифаһын башҡарҙы. 1999 йылдан 2012 йылға тиклем эске эштәр органдарында тырышып эшләне. Чечен Республикаһында уға тиклем дә бер тапҡыр командировкала булып ҡайтҡайны инде. 2012 йылдың июлендә йәнә 6 айға командировкаға ебәрелде. 16 августа һөйләшкәндә “хәҙер ҡайтып етәбеҙ”, тине, әммә засадала һәләк булды. Ялға туҡтағас, ауылға бөтөнләйгә йәшәргә ҡайтырға ла теләй ине. Киленебеҙ, улдары Илнур, Искәндәр килеп торалар. Оло улы Илнур кәләше Камилла менән Өфөлә йәшәй, Искәндәр 8-се класта уҡып йөрөй, - тип, улы тураһындағы хәтирәләре менән бүлеште ул.

Красноусолда яҡташыбыҙ иҫтәлегенә Илшат Ильясов урамы ла булдырылған. Бөгөнгө көндә Красноусолда йәшәүсе игеҙәк ҡыҙҙары Луиза менән Эльза һәм уларҙың балалары Фәриҙә апайҙың төп терәге. Ҡыҙҙары ла юғары белем алып, бөгөнгө көндә Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында эшләп йөрөйҙәр, балалар үҫтереп, матур донъя көтәләр. Луиза Флүр ҡыҙының Айнур улы Өфө ҡалаһында, кесеһе Ильяс Стәрлелә йәшәй, Себер тарафтарында эшләйҙәр. Эльза Флүр ҡыҙының Әлиә ҡыҙы сит телдәр факультетында, Раушания нефть-техник университетында белем ала. Ә кесеһе Илфат гимназияның 6-сы класында уҡып йөрөй. Улар өсөн өҙөлөп торған әсәй, изге күңелле өләсәй ул Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы. Яратҡан уҡытыусыларын уҡыусылары, мәктәп етәкселеге лә онотмай,  байрамдар менән ҡотлап, мәктәптәге осрашыуҙарға ла саҡырып торалар.

Уҙған юлыңда яҙмыштың бик күп күҙ асҡыһыҙ ҡара бурандарын йырып, артыңдан яҡты эҙ ҡалдырһаң, кеше күңелендә, хәтерендә эшләгән изгелектәрең һаҡланһа, бынамын тигән лайыҡлы ейәндәр, ейәнсәрҙәр үҫеп килһә, тимәк, ғүмер бушҡа үтмәгән. Әле лә унан бөркөлгән эске ныҡлыҡ һәм яҡтылыҡ бар йыһанға нур сәсә кеүек. Киләсәктә лә һаулыҡта, күңел тыныслығында оҙон ғүмер кисереп, башҡа юбилей этаптарына ла шулай көслө рухта үрләргә яҙһын.

Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып
Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып
Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып
Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып
Уҙған юлдарҙа яҡты эҙ һалып
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас