Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
5 Март , 12:05

Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта

Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында  айырым бер йәнлелек урын алып, хөрмәтле ҡунаҡ - махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм гимназияның ысын дуҫы Андрей Геннадьевич Золотовты ҡабул иттеләр. Был осрашыуҙа уның тормош иптәше Елена Олеговна, Рәсәй Геройы А.П.Мигуновтың ҡатыны Любовь Александровнаның ҡатнашыуы тағы ла мәртәбә өҫтәне.

Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта
Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта

Гимназия коллективы һәм уҡыусылары МХО-ла ҡатнашыусыларға посылкалар менән бергә яугирҙарға матур теләктәр әйтелгән хат та яҙып һалыуҙы ойошторалар. Ошондай хаттарҙың береһе “Башҡортостан” полкының Советтар Союзы Геройы Сергей Зорин исемендәге танк батальоны яугиры Андрей Золотов ҡулына эләгеп, гимназия менән уның дуҫлығы 10-сы классс уҡыусыһы Алһыу Ғәлимованың ысын күңелдән яҙған ошо хатынан башлана. Яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанда шундай хис-тойғоло итеп яҙған хат авторын эҙләп таба һәм рәхмәт йөҙөнән гимназияға килеп ноутбук бүләк итә. Ә быйылғы Яңы йыл байрамына гимназияла уҡыусы барлыҡ балалар унан көтөлмәгән татлы бүләк алып шатланған. Был ялында ла ул үҙенең яҡын дуҫтарына әйләнгән гимназия коллективы, уҡыусылары янына килеп китергә ваҡыт тапҡан. Һәр ваҡыттағыса гимназияның яҡшы уҡыусыларына бүләк тә алып килгән.  “Һәйбәт ҡунаҡҡа һәр кем шат”, - тигәндәй, гимназияның актовый залында хөрмәтле ҡунаҡты бар класс уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр баҫып ҡаршы алды.

Сараны алып барыусы уҡыусылар Алһыу Ғәлимова менән Алмаз Ҡоҙайғолов тәүге һүҙҙе гимназияның яҡын кешеһенә әйләнгән Андрей Геннадьевичҡа биреп, ул үҙ сығышында: “Мин бөгөн һеҙҙең алда тулҡынланам. Әйтерһең дә бөгөн мин - уҡыусы, ә һеҙ һалдаттар. Һәр берегеҙҙе хөрмәт итәм, һеҙҙең патриотик ярҙамығыҙ беҙгә ҡыйын саҡтарҙа төшөнкөлөккә бирелмәҫкә ярҙам итә. Ошо мәктәп стенаһынан геройҙар тыуа ла инде. Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар теләйем”, - тине.

Уның тормош иптәше Елена Олеговна ла ошо гимназияла беренсе тапҡыр булыуын әйтеп, һоҡланыуын белдерҙе. Рәсәй Геройы Андрей Павловичтың ҡатыны Любовь Мигунова үҙ сығышында ике Андрейҙың бер батальонда хеҙмәт итеүҙәрен, ошо исемдең бөйөклөгөн - иң беренсе сиратта башҡалар тураһында уйлаусы, дуҫлыҡты һаҡлай белеүсе булыуын билдәләп, балаларға тырышып уҡырға, илебеҙҙең ысын граждандары булыуҙарын теләне.

- Мин бөгөн гимназияның алтын йөрәкле, яҡын дуҫына барыбыҙ исеменән оло рәхмәтемде еткерәм. Беҙҙең эргәлә киң күңелле, ысын ир-ат өлгөһө баҫып тороуы ҙур ҡыуаныс. Шундай ғорурланырлыҡ кешеләр булыуы һөйөнөс. Ғәҙәттә, беҙ гимназияның шундай дуҫтарына “Почетлы гимназист” исеме бирәбеҙ. Улар күп түгел. Бөгөн һеҙҙең рөхсәт менән пилотһыҙ системалар взводы начальнигы Андрей Золотовҡа ошо исемде тапшырам. Беҙҙең өсөн ике Андрей – ике легенда. Һеҙҙән нисек йәшәргә, дуҫлашырға, Ватанды һаҡларға өлгө аласаҡбыҙ. Ә үҙ сиратыбыҙҙа һеҙгә ҡоростай һаулыҡ, ғаиләгеҙгә именлек теләйем, - тине гимназия директоры Гөлсөм Монасипова һәм “Почетлы гимназист” таҫмаһын тағып, белем усағы коллективы, атай-әсәйҙәр, уҡыусылар исеменән ҡамсат бүрек бүләк итеп кейҙерҙе.

Шулай уҡ гимназияның беренселәр хәрәкәте әүҙемселәре яугирҙарға татлы күстәнәстәр тапшырып, барлыҡ һалдаттарға ялҡынлы, ҡайнар сәләмдәрен еткереүҙәрен һоранылар.

Артабан гимназияла 5-7-се класс уҡыусылары араһында “Йырҙарҙа - батырлыҡ даны” тип аталған күңелдәрҙе тетрәндерерлек хәрби йырҙар конкурсы үтеп, хөрмәтле ҡунаҡтарҙың был конкурсты ла тамаша ҡылыуы сараға айырым бер тантана өҫтәне.

Тамаша залы сәхнәһе Бөйөк Ватан һуғышы һәм хәҙерге заман ваҡиғаларының йәнле хроникаһына әүерелде. Уҡыусылар, пилоткалар менән тулыландырған мәктәп формаһында, үҙҙәренең класс коллективтарын лайыҡлы рәүештә тәҡдим иттеләр. Сәхнәлә легендар йырҙар яңғырап, һәр сығыш тәрән мәғәнә, ихлас хистәр һәм ысын ғорурлыҡ менән һуғарылғайны. Уҡыусылар вокал һәләттәрен һәм артислығын ғына түгел, ә берҙәмлектәрен дә күрһәттеләр.

Компетентлы жюри һәр ҡатнашыусының оҫталығын һәм тырышлығын иғтибар менән баһаланы. Жюри бөтә класс уҡыусыларының да юғары әҙерлек кимәлен һәм ихласлығын билдәләне. Конкурс йомғаҡтары буйынса 1-се урынды 5 “Б”, 5 “В”, 2-сене – 6 “В”, 7 “А”, 7 “Б”, 3-сөнө 5 “А”, 6 “А”, 6 “Б” кластары алды.

Конкурс батырлыҡ йырҙарының быуындарҙы берләштереүен һәм ысын патриоттар тәрбиәләнеүен асыҡ раҫланы. Хәрби йырҙар беҙҙең йөрәктәрҙә һәр саҡ тыныслыҡҡа һәм яҡты киләсәккә өмөт уятһын. Бөтә еңеүселәрҙе һәм ҡатнашыусыларҙы ҡотлайбыҙ. Был көн гимназияның һәр уҡыусыһының һәм уҡытыусыһының йөрәгендә оҙаҡ һаҡланасаҡ ваҡиға булды.

Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта
Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта
Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта
Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта
Гимназияның яҡын дуҫы ҡунаҡта
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас