Был концерт тик бер йыл арауығында һалынған, әҙерләнгән, тик ошо уҡыу йылында ҡуйылған концерт номерҙары менән әһәмиәтле. Гимназистар иҫ китмәле матур йырлай, оҫта бейей.
Йырҙарҙы концерт кимәленә еткереүсе Динә Ғилман ҡыҙы Абдуллина эшмәкәрлегенә һоҡланып ҡарайбыҙ. Һәр бер эшкә ижади ҡараусы, өҫтәүенә ныҡышмал һәм талапсан булған етәксе быйыл бихисап балаларҙы йыр сәнғәтенә ылыҡтырҙы. Әйткәндәй, сценарий авторы ла ул.
Бейеү сәнғәтенә ғашиҡ Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова быйыл да яңы бейеүҙәр һалып һәм уларҙы сәхнәгә сығарып ҡыуандырҙы. Яңы бейеүҙәр тамашасылар күңеленә хуш килде. Яңы сәхнә кейемдәренең матурлығы һәм халыҡсанлығы - күҙҙең яуын алырлыҡ. Илшат Хәтим улы Хәбибуллин да йыл да уҡыусыларын оҫталыҡҡа, юғары кимәлгә еткереп, үҙен булдыҡлы етәксе булыуын раҫлай. Сәхнәгә ҡурайсы егеттең сығыуы ла алҡыштарға күмелде. Бының өсөн Айрат Әхиәт улы Сәйфуллинға рәхмәтлебеҙ. Икенсе йыл залды тултырып уйнаған ҡурайсыларҙы көтөп ҡалабыҙ.
Видеотаҫманы әҙерләүсе Йәнмырҙина Рәйсә Рәсүл ҡыҙы тамашаны тағы ла сағыу һәм ҡабатланмаҫ итеүгә күп көс һалған.
Быйылғы алып барыусылар уғата һоҡландырҙылар. Алмаз Ҡоҙайғолов, Алһыу Ғәлимова, Арыҫлан Шәһиев, Гөлфинә Ғәзизова, Элиза Тайсина йыл да үҙенсәлекле юмор, оҫта ҡойоп ҡуйған тел менән алып баралар отчет концертын. Афарин уларға! Шул арала йырсылар, бейеүселәр менән дә сәхнәгә сығып өлгөрәләр үҙҙәре! Әйткәндәй, быйылғы концерт рух күтәренкелеге менән айырылып торҙо - күҙ йәштәре атылып сыҡҡан урындар ҙа, түҙмәй "Афарин!" ҡысҡырған ерҙәр ҙә, көслө алҡыштар менән һәләтле гимназистарыбыҙҙы ебәрге килмәй торған мәлдәр ҙә булды.
Сәхнәгә сығыусы уҡыусыларыбыҙҙың сағыу кейемдәре өсөн ҡыуаныс кисереп ултырҙыҡ, бының өсөн атай-әсәйҙәребеҙгә ҙур рәхмәт.
Концерт ахырында Ғафури районы Башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөлфәр ҡыҙы Байдәүләтова гимназияның сығышына юғары баһа бирҙе: "Ҙур һәм һоҡланғыс байрам өсөн рәхмәт! Гимназия уҡытыусылары һәм тәрбиәселәренә ышанып тапшырабыҙ балаларыбыҙҙы. Бөгөнгө моң шишмәһе урғылып күңелдәрҙе байытты, рухландырҙы, гимназия менән һоҡланыу, ғорурланыу тойғоларын үҫтерҙе", -тине ул.
Гимназияның директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова: "Гимназистарҙың уҡыуҙа, спортта, төрлө олимпиада, конкурстарҙа ал бирмәүен иҫәпләһәк, гимназия тормошоноң нисек гөрләгәнен тағы ла асыҡ күрерһегеҙ",- тине сығышында һәм концертты сәхнәгә сығарыуға күп көс һалғандарға айырым рәхмәттәрен еткерҙе.
Айырым-айырым сығып әсәйҙәребеҙ ҙә ансамбль етәкселәренә, тәрбиәселәргә рәхмәттәрен еткерҙе, гөлләмәләр тапшырҙы.
Балаларҙың сығышы ысынында Моң, Илһам һәм Рух байрамы булып, йөрәктәрҙең иң түренә кереп ултырҙы! Балаларға артабан да ижади уңыштар, етәкселәренә ныҡлы һаулыҡ һәм һәләтле балалар килеүен теләйек! Һәләтле балалар - илебеҙ киләсәге!!! Ул тыныс һәм матур булһын, тигән теләктәр бөгөн - иң мөҡәддәсе”.