+12 °С
Облачно
Антитеррор
Мәғариф
2 Июня , 10:15

Бәхетле бала саҡ илендә

Йәйҙең беренсе көнөндә илебеҙҙә һәм бөтә донъяла матур байрамдарҙың береһе - Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә. Шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡтан да гүзәл мәл юҡтыр ул. Красноусолдағы “Йәшлек” ял паркында ла байрам айҡанлы кескәйҙәргә Балалар ижады үҙәге тарафынан ойошторолған матур сара үтте. Байрам сараһы башланыр ваҡытҡа ямғыр ҙа бәләкәстәр менән уйнап алайым әле тигәндәй, парк тирәһендә өйөрөлөп һибәләй башланы. Тирә-яҡта шул тиклем бәхетле бала йылмайыуҙары булғанда, шаян ямғыр ғына ҡурҡыта аламы һуң, бынан бер кем дә өйөнә ҡайтып китергә ашыҡманы. Балаларҙың тамсы көйөнә сәхнә эргәһендә ырғып-һикереп бейеп тороуы ла бала саҡтың сағыу күренеше булып күренде.

Бәхетле бала саҡ илендәБәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә

Йәш таланттар бейене, йырланы һәм төрлө уйындар уйнаны. Сарала район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡов исеменән Рәшиҙә Килмөхәмәтова сығыш яһап, изге, матур теләктәрен еткерҙе. Атай-әсәйҙәр ҙә балаларын йылмайып күҙәтте, уларҙың тынғыһыҙ энергияһына һәм ихласлығына, бер ҡатлылығына ҡарап, ысын күңелдән шатландылар. Балалар ижады үҙәге уҡытыусылары, шулай уҡ районыбыҙҙың ижади коллективтары төрлө йәштәге балалар өсөн әҙерләгән сара программаһы бай ине, балаларҙың сағыу сығыштары байрамға йәм өҫтәне.

“Махім” таксийы (Марсель Сабитов) лоторея уйнатып, унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә приздар яулау өсөн шатланып ҡатнашты. Шулай уҡ паркта тәмлекәстәр һәм башҡа балалар өсөн бешерелгән әйберҙәр һатыу ҙа ойошторолғайны.

Был көн балаларға шатлыҡ, хәстәрлек һәм иғтибар бүләк итеүҙең мөһимлеге тураһында иҫкәртеү булып тора, сөнки тап уларҙың күҙҙәрендә иң саф һәм яҡты нур сағыла. Байрам балаларҙың, атай-әсәйҙәрҙең һәм килгән ҡунаҡтарҙың барыһының да күңеленә хуш килде.

Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Бәхетле бала саҡ илендә
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас