+7 °С
Ясно
Антитеррор
Мәғариф
11 Сентября , 10:55

Яңы уҡыу йылына - яңы бурыстар

26 августа район мәҙәниәт һарайында район мәғариф хеҙмәткәрҙәренең традицион август конференцияһы уҙҙы

Яңы уҡыу йылына - яңы бурыстарЯңы уҡыу йылына - яңы бурыстар
Яңы уҡыу йылына - яңы бурыстар

Уның эшендә район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы Вахитов, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһы” АЙ-е генераль директоры Рәмил Рафаил улы Бәҙретдинов, район Советы рәйесе Галина Викторовна Петрова, мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡов, мәғариф хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, ойошма-учреждениелар етәкселәре, ата-әсәләр төркөмө, медицина хеҙмәткәрҙәре, мәктәптәрҙә туҡланыуҙы ойоштороу операторҙары ҡатнашты.
Пленар өлөш алдынан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар мәҙәниәт һарайы фойеһында районыбыҙ мәктәптәре һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары коллективтары әҙерләгән бай йөкмәткеле методик күргәҙмәләр менән танышты.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусы мәғариф хеҙмәткәрҙәре тамаша залынан урын алғас, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы флагтары сығарылып, сәхнә түренә урынлаштырыла, РФ һәм БР Гимндары яңғырай. “Шифа” халыҡ вокал ансамбле йыр башҡарып, Сергей Князев саксофон моңдарын яңғыратҡас, конференция үҙ эшен башланы.
Модератор - район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова конференцияны асып, мәғариф хеҙмәткәрҙәре форумында ҡатнашыусы педагогтарҙы Яңы уҡыу йылы уңайынан тәбрикләне.
-Белем көнө алдынан барлыҡ уҡытыусыларға тынғыһыҙ хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Һеҙҙең тырышлығығыҙ арҡаһында үткән уҡыу йылында беҙҙең районда белем биреү системаһын үҫтереүҙә һәм камиллаштырыуҙа байтаҡ һөҙөмтәләргә өлгәшелде. Белем биреү яңы кимәлгә күтәрелде. Был уңышта һәр бер педагогтың өлөшө бар. Һеҙҙең һөнәри оҫталығығыҙ, ижади хеҙмәтегеҙ, һөнәрегеҙгә тоғролоғоғоҙ һәм балаларға булған оло һөйөүегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт, - тине Гүзәл Зөфәр ҡыҙы һәм кәңәшмә эшенең емешле үтеүен теләне. Һәм тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Венер Вахитовҡа бирҙе. (Сығыш гәзиттә айырым бирелә). Венер Фәнир улы кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың барыһын да сәләмләне һәм Яңы уҡыу йылы башланыуы уңайынан ҡотлап үтте.
В.Вахитов үҙ сығышынан һуң, бер төркөм алдынғы педагогтарҙы БР Мәғариф министрлығының һәм район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Артабан һүҙ 7-се саҡырылыш БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рәмил Бәҙретдиновҡа бирелеп, ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары исеменән ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе.
Рәмил Рафаил улы байрамға буш ҡул менән килмәгән, МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 1-се класҡа уҡырға барасаҡ балаларына уҡыу кәрәк-яраҡтары йыйылмалары менән мәктәп рюкзактары бүләк итте. Уларҙы Красноусолдағы 1, 2, 3-сө, Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, Сәйетбаба һәм Табын мәктәптәре директорҙарын сәхнә түренә саҡырып, тапшырҙы. Был йыйылмаларҙы уҡыусылар Белем көнөнә арналған тантаналы байрам сараһында ҡабул итеп аласаҡ.
Район Советы рәйесе Галина Петрова депутаттар исеменән Яңы уҡыу йылы уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе, барлыҡ педагогтарға ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар, еңеүле гранттар күберәк булыуын, тыныс күк йөҙө теләне. Һәм бер төркөм алдынғыларҙы район Советының Маҡтау грамоталары менән бүләкләне.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Рафиҡовҡа һүҙ бирелеп, Яңы уҡыу йылы уңайынан барыһын да ҡотлап үтте һәм кәңәшмәгә саҡырылған ҡунаҡтар: бөтөн үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген үҫеп килгән йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләү эшенә бағышлаған педагогик хеҙмәт ветерандарын сәләмләне һәм залдағыларҙың көслө алҡыштары аҫтында уларға сәскә гөлләмәләре, бүләктәр тапшырҙылар. Айҙар Айрат улы үҙенең “Белем биреү ойошмалары инфраструктураһын модернизациялау - уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә заманса, хәүефһеҙ һәм уңайлы мөхит булдырыу юлы” тигән сығышында район
белем биреү учреждениеларының эшмәкәрлегенә ентекле анализ яһаны һәм мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтар, пландары менән уртаҡлашты (доклад ҡыҫҡартып бирелә).
Айҙар Айрат улы сығышынан һуң, мәғариф өлкәһендә хеҙмәт уңыштары менән һөйөндөргән тиҫтәнән ашыу педагогты БР Мәғариф министрлығының Рәхмәт хаттары, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләп үтте.
Конференция һуңында уҙған уҡыу йылы, дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һөҙөмтәләре буйынса бер төркөм алдынғы уҡытыусылар, “Рус телле мәктәптәрҙең иң яҡшы башланғыс класс уҡытыусыһы”, “Мәктәпкәсә белем биреүҙең иң яҡшы педагогик хеҙмәткәре”, Бөтә Рәсәй олимпиадаһының республика этабы һөҙөмтәләре буйынса район хакимиәте башлығының 10, 15-әр мең һумлыҡ аҡсалата премияларына сертификаттар, мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең бер төркөмө БР Мәғариф һәм фән министрлығының, район хакимиәтенең, район Советының, мәғариф бүлегенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Физиканан иң юғары - 100 балл йыйыуға өлгәшкән Табын урта дөйөм белем биреү мәктәбен тамамлаған Марианна Григорьева һәм өс имтихан һөҙөмтәләре буйынса иң юғары балл йыйыуға өлгәшкән Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең сығарылыш уҡыусыһы Ильгина Заһиҙуллина район хакимиәте башлығының 20-шәр мең һум күләмендәге премияларына лайыҡ булды. Ҡыҙҙарына инселәнгән премияларҙы әсәләрен сәхнәгә саҡырып тапшырҙылар.
2025-2026 уҡыу йылында Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр һәм призёрҙар һаны буйынса күсмә кубок менән Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты һәм директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде.
Дөйөм һөҙөмтәләр буйынса “Йылдың иң яҡшы мәктәбе-2026” булып Красноусолдағы 1-се урта мәктәп (директоры – Галина Викторовна Петрова) район хакимиәте башлығының 100 мең һумлыҡ, “Иң яҡшы төп дөйөм белем биреү мәктәбе-2026” – Имәндәш мәктәбе (директоры – Әлфинә Фәрит ҡыҙы Мәхмүтова) район етәксеһенең 50 мең һумлыҡ, “Иң яҡшы мәктәпкәсә учреждение-2026” – Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһы (етәксеһе – Әлфиә Совет ҡыҙы Ефремова) 30 мең һумлыҡ аҡсалата премияларына лайыҡ булды. Н.Х.Ғарипова исемендәге урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Фәймә Рәжәп ҡыҙы Зөлҡәрнәйева “Белем биреү ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе” номинацияһында билдәләнеп, 10 мең һумлыҡ аҡсалата премия менән бүләкләнде.
“Иң яҡшы методик күргәҙмә” конкурсы буйынса мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһы – 1-се, “Әкиәт” 2-се урындар яуланы. Мәктәптәр араһында Аҡкүл урта мәктәбенә – 1-се, Красноусолдағы 1-се урта мәктәпкә – 2-се, Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатына 3-сө урындар бирелде. Мәктәптәр араһында уҡытыу-тәжрибә участкалары смотр-конкурсына ла йомғаҡ яһалып, төп дөйөм белем биреү мәктәптәре араһында еңеүсеһе булып Үзбәк мәктәбе танылды. Имәндәш мәктәбенә – 2-се, Мораҡ мәктәбенә 3-сө урындар бирелде. Урта мәктәптәр араһында Яңғыҙҡайын урта мәктәбе - 1-се, Красноусолдағы 3-сө урта мәктәп – 2-се, Ҡарағай мәктәбе 3-сө урын яуланы. “Милли кейемдәге ҡурсаҡ” күргәҙмә-конкурсында Красноусолдағы “Миләшкәй” балалар баҡсаһына – 1-се, “Тирәккәй”гә – 2-се, “Тирмәкәй”гә 3-сө урындар бирелде. Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһы һәм Бурлы урта мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмө әүҙем ҡатнашыуҙары өсөн бүләкләнде. Барыһына ла сертификаттар тапшырылды.
Мәғариф хеҙмәткәрҙәренең сираттағы кәңәшмәһе ошондай күтәренке кәйефтә тамамланды.
27 августа педагогтар өсөн төрлө фәндәр буйынса дискуссия майҙансыҡтары ойошторолдо.

Яңы уҡыу йылына - яңы бурыстар
Яңы уҡыу йылына - яңы бурыстар
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас