+10 °С
Ясно
Антитеррор
Мәғариф
12 Сентября , 10:55

Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш

Район хакимиәте башлығының уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһендәге доклады(ҡыҫҡартып бирелә)

Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлешМәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш
Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш

- Хәйерле көн, хөрмәтле райондаштар, яҡташтар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре! Һеҙҙе яңы уҡыу йылын асҡан традицион август осрашыуында ихлас сәләмләйем. Был сара беҙҙең өсөн артабанғы эш йүнәлештәрен бергә билдәләгән мөһим этап булып тора. Үткән йыл йомғаҡтарын асыҡтан-асыҡ тикшереү һәм анализлау, алдағы осорға пландар билдәләү мөмкинлегенә шатмын. Был беҙгә районда мәғарифты үҫтереүгә йүнәлтелгән аныҡ ҡарарҙар әҙерләргә мөмкинлек бирер, тип ышанам, - тип башланы сығышын Венер Фәнир улы.
Уҡытыусы - оло ихтирамға лайыҡ
- Беҙ уҡытыусының миссияһы тураһында оло ихтирам менән һөйләйбеҙ. Быйыл Рәсәй Федерацияһы Президентының 20 июлдәге Указы менән уҡытыусының айырым статусы нығытылды. Был ҡарар илебеҙҙең киләсәге өсөн уҡытыусы һөнәренең төп әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Республика Башлығы Радий Хәбиров шулай уҡ уҡытыусының абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән Указға ҡул ҡуйҙы. Унда ярҙам саралары комплексы, шул иҫәптән “Педагогик эшмәкәрлек өсөн” дәүләт наградаһы - миҙал булдырыу ҡаралған. Был һеҙҙең хеҙмәтегеҙгә лайыҡлы баһа. Һеҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, белем биреүҙән тыш, үҫеп килгән быуындың шәхесен, характерын, тормошҡа ҡарашын формалаштырырға ярҙам итәһегеҙ. Район кимәлендә лә тейешле документ булдырыласаҡ, - тип ышандырҙы район етәксеһе.
Киләсәкте хәстәрләп
- Йәмғиәтебеҙҙең именлеге үҫеп килгән быуындың белем, мәҙәни, рухи һәм әхлаҡи тәрбиәһе торошона туранан-тура бәйле. Шуға ла мәғариф өлкәһен үҫтереү социаль-иҡтисади сәйәсәтебеҙҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе булып ҡала. Балаларҙы, уларҙың киләсәген хәстәрләү - иң ышаныслы һәм алдағы йылдарға һалынған инвестиция ла ул. Бөгөн ра-
йон бюджетының төп өлөшө мәғарифҡа йүнәлтелә һәм мәғариф системаһының заман талаптарына яуап биреп кенә ҡалмайынса, райондың комплекслы үҫеше өсөн терәк булыуына өлгәшеү - беҙҙең төп бурыс булып тора.
Бөгөнгө көндә районда 19 дөйөм белем биреү учреждениеһы: 7 төп һәм 12 урта, шул иҫәптән гимназия-интернат, шулай уҡ 8 филиал, 5 төп, 3 башланғыс мәктәп эшләй, - тип дауам итте докладсы. - Былтыр Толпар ауылындағы төп мәктәп гимназия филиалы булараҡ бөтөрөлдө, тағы 11 филиалдың эшмәкәрлеге туҡтатылды. Ҡарарҙар ябай түгел, әммә шулай кәрәк булды һәм улар демографик хәлгә һәм ресурстарҙы рациональ тотоноуға бәйле. Шул уҡ ваҡытта һәр бала өсөн белем алыу мөмкинлеген һаҡлап ҡалдыҡ: уҡыусыларҙы мәктәпкә ташыу ойошторолдо, терәк мәктәптәрҙә уҡытыу өсөн бөтә шарттар булдырылды.
Уҡыу йылына әҙербеҙ
Райондың белем биреү ойошмаларында яңы уҡыу йылы башына биналарҙы әҙерләү буйынса эш тамамланған. Мөмкинлектән файҙаланып, башҡарған эштәре өсөн барыһына ла ҙур рәхмәтемде белдерәм. Балаларыбыҙ ремонтланған, уңайлы һәм йылы класс бүлмәләренә, балалар баҡсаларына һәм өҫтәмә белем биреү учреждениеларына килһен өсөн барыһын да эшләргә тырыштығыҙ. Биналарҙы ремонтлау һәм төҙөкләндереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Мәҫәлән, Юлыҡ ауылы мәктәбендә ҡыйыҡты алмаштырҙылар, Имәндәштә спорт залын ремонтланылар. Ташлы һәм Ҡауарҙыла яңы тәҙрәләр ҡуйылды. Шулай уҡ Ҡауарҙы, Бурлы һәм Йөҙимән мәктәптәре биләмәһендә кәртәләр яңыртылды, Буруновка мәктәбендә һыу менән тәьмин итеү системаһы ремонтлана.
Проблемалы урындар ҙа бар әле. Бер нисә объект бөгөн капиталь ремонт талап итә һәм беҙ маҡсатлы рәүештә ошо мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләйбеҙ. Балаларыбыҙ заманса, уңайлы шарттарҙа белем алһын өсөн уларҙы федераль программаға индереүҙе эҙмә-эҙлекле хәл итәсәкбеҙ.
Венер Фәнир улы сығышында мәктәптәрҙе йылытыу, хәүефһеҙлек мәсьәләләренә туҡталып, был тәңгәлдә башҡарылған эштәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырмайынса, ентекле анализ яһаны.
- 2026 йылда “Йәштәр һәм балалар” милли проекты сиктәрендә 15 мәктәп һүрәт төшөрөү, музыка һәм физика кабинеттары менән йыһазландырылды, - тип дауам итте докладсы. - 2027 йылда райондың 12 мәктәбендә математика, химия, биология һәм информатика кабинеттарын йыһазландырыу планлаштырыла.
Педагогик кластарҙан тыш, Красноусолдағы 2-се мәктәптә агротехник класс һәм гимназия-интернатта медицина класы эшләй. Яңы уҡыу йылында уларға тағы бер медицина, инженер, ике полиция һәм дүрт агротехник класс өҫтәләсәк. Балалар ижады үҙәге шулай уҡ Бурлы, Аҡкүл, Яңғыҙҡайын һәм Сәйетбаба мәктәптәрендә дәрестән тыш агротехник йүнәлештәге сәғәттәр индерә. Был уҡыусыларға практик күнекмәләр алыу һәм киләсәк һөнәрен билдәләү мөмкинлеген бирәсәк.
Яңы мөмкинлектәр
Артабан Венер Фәнир улы белем биреү усаҡтарында көнүҙәк бурыстарҙы хәл итеүгә бюджеттан тыш аҡса йәлеп итеү ҡоралы булған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә туҡталды.
- 2025-2026 уҡыу йылында ғына 7 миллион һумдан ашыу суммаға 7 проект тормошҡа ашырылған һәм йәлеп ителгән средстволарҙың дөйөм суммаһы 30 миллион һум самаһы тәшкил итә. Мәҫәлән, Красноусол башҡорт гимназия-интернатында Башҡортостан башлығы гранттары Фонды ярҙамында “АгроЭкспериментариум” проекты буйынса заманса агрокласс асылды. Миллион һумдан ашыу грант аҡсаһына кабинет тулыһынса үҙгәртеп ҡоролған, тейешле йыһаз, махсус костюмдар, ғилми лаборатория өсөн мультимедиа ҡорамалдары һатып алынған. Проекттың етәксеһе - Эльмира Сәлих ҡыҙы Ғизетдинова.
Гимназияның тағы бер еңеүе – “Мираҫ” Арт-залы: башҡорт телен, мәҙәниәтен, ижадын үҫтереү үҙәге. Ул Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн субсидияларға конкурста 2 млн һум самаһы грант ярҙамы алды. Проект етәкселәре - Гөлнара Ғәбделәхәт ҡыҙы Мөхәмәтшина һәм Айгөл Фәрит ҡыҙы Буранова.
Грант эшмәкәрлеге матди базаны нығытыуҙан тыш, яңы белем биреү киңлектәрен булдырырға, мәҙәни йолаларҙы һаҡларға, педагогтарҙың проект мәҙәниәтен үҫтерергә мөмкинлек бирә. Һәм был эште, һис шикһеҙ, дауам итергә кәрәк, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Венер Фәнир улы.
Йәштәргә юл асыҡ
- Мәғариф системаһының төп байлығы – педагогик кадрҙар. Бөгөнгө көндә мәктәптәрҙә был мәсьәлә киҫкен булып ҡала. Математика, инглиз теле, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларына ихтыяж һаҡлана. Йәш белгестәргә һәм профилле юғары уҡыу йорттары студенттарына мәктәптәр ишеге һәр саҡ асыҡ. Улар өсөн районда инициативаны баһалаған һәм үҫеш ынтылышын хуплаған мөхит булдырылған.
Йәш педагогтар республика яғынан да етди ярҙам ала - айлыҡ өҫтәмәләр, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр, иң яҡшы уҡытыусыларға премиялар, Башҡортостан Башлығы гранттары, шулай уҡ муниципаль кимәлдә. Районда һөнәри оҫталыҡ конкурстары еңеүселәрен һәм призёрҙарын бүләкләү системаһы эшләй, мәктәпкәсә учреждениеларҙың иң яҡшы етәкселәре һәм педагогтары дәртләндерелә, йәш белгестәргә торлаҡ биреү мәсьәләһе хәл ителә.
2025 йылдан төбәктә ауыл мәктәптәре директорҙары өсөн йыл һайын гранттар системаһы индерелде. Аҡсалата дәртләндереү күләме 690 мең һум тәшкил итә. Беренсе конкурс еңеүселәре араһында - Красноусолдағы 2-се мәктәп директоры Марат Раил улы Басировтың булыуы ҡыуаныслы.
БДИ белем биреү сифатын баһалауҙа мөһим ҡорал булып ҡала. Быйыл Красноусол башҡорт гимназияһы, 1-се һәм 2-се мәктәптәр юғары һөҙөмтәләр күрһәтте. Табын ауылы мәктәбенең сығарылыш уҡыусыһы Марианна Григорьева, мәҫәлән, физика буйынса 100 һәм профилле математика буйынса 99 балл йыйҙы. Был һөҙөмтә артында - ныҡышмалы хеҙмәт, ата-әсәләрҙең ярҙамы һәм уҡытыусыларыбыҙҙың ғәйәт ҙур эше. Балаларға үҙ мөмкинлектәрен асырға ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт.
Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт!
Сығышымды тамамлап, һеҙгә вайымһыҙ булмаған гражданлыҡ позицияғыҙға, һәр ваҡыт ярҙам кәрәк булған ерҙә булыуығыҙ өсөн ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтергә теләйем- тип дауам итте район етәксеһе. - Беҙ һеҙҙең ирекмәндәр акцияларында ҡатнашыуығыҙҙы күрәбеҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итәһегеҙ. Был ысын ярҙам ғына түгел, үҫеп килеүсе быуын өсөн илһөйәрлек өлгөһө лә. Көндәлек хеҙмәтегеҙ менән һеҙ патриоттар тәрбиәләйһегеҙ, шуның һөҙөмтәһендә кисәге уҡыусыларығыҙ бөгөн хәрби бурыстарын лайыҡлы үтәй, профессиональ хәрбиҙәргә әүерелә, армиябыҙҙың һәм дәүләтебеҙҙең ышаныслы таянысы булып тора.
Бөгөн Балалар ижады үҙәге етәксеһе Рәмил Ниғмәтйән улы Кинйәбаев хаҡында ғорурлыҡ тойғоһо менән һөйләйбеҙ. Ул - барыбыҙ өсөн дә лайыҡлы өлгө. Рәмил Ниғмәтйән улына, бөтә яугирҙарыбыҙ кеүек үк, көс, батырлыҡ, һаулыҡ һәм Еңеү менән тиҙерәк ҡайтыуын теләйбеҙ
Хөрмәтле уҡытыусылар! Һеҙҙең һөнәрегеҙҙә һәр ваҡыт интеллектуаль һәм ижади потенциалды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге булһын. Көн һайын балалар менән аралашыу шатлыҡ килтерһен, ә уларҙың рәхмәте һәм уңыштары һеҙҙең еңел булмаған, әммә шундай мөһим һәм маҡтаулы хеҙмәтегеҙ өсөн иң яҡшы награда булһын. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә йылыһы, оптимизм һәм тыныс күк йөҙө теләйем! Киләһе уҡыу йылы һеҙҙең өсөн яңы еңеүҙәр, сағыу ҡаҙаныштар һәм лайыҡлы танылыу йылы булһын.

(Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА әҙерләне).

Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш
Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш
Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш
Мәғариф - район үҫешендәге мөһим йүнәлеш
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас