+15 °С
Ясно
Антитеррор
Мәғариф
24 Сентября , 11:20

Иң мөһиме - балаларҙы яратыу

Мәғариф министрлығы тарафынан иғлан ителгән Мәктәпкәсә белем биреү йылы сиктәрендә үтә. Тап ошо исемле йылда Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан район мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы РАФИҠОВты әңгәмәгә саҡырҙыҡ.

- Айҙар Айрат улы, районда мәктәпкәсә белем биреү системаһындағы хәл-торош менән таныштырып үтмәҫһегеҙме?
- Иң башта шуны әйтеп китергә кәрәк, 2026 йыл Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан иғлан ителгән Мәктәпкәсә белем биреү йылы сиктәрендә үтә. Районыбыҙҙа Мәктәпкәсә белем биреү йылы мәғариф бүлеге тарафынан төҙөлгән планға ярашлы, төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә алып, төрлө саралар уңышлы ойошторола.
Мәктәпкәсә белем биреү - ул балаларҙы мәктәпкә барғанға тиклем төрлө яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән дөйөм белем биреүҙең тәүге баҫҡысы. Мәктәпкәсә белем биреү мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында тормошҡа ашырыла. Беҙҙең районда 4 МББО (юридик шәхес) эшләй һәм 31 төркөм дөйөм белем биреү ойошмалары составында тора.
Мәктәпкәсә белем биреүҙең федераль дәүләт белем биреү стандарты һәм СанПиН талаптарына ярашлы, матди-техник база йылдан-йыл яҡшыра бара. Быйыл “Аныҡ эштәр” төбәк проекты сиктәрендә Сәйетбаба һәм Аҡкүл ауылдары мәктәптәренең мәктәпкәсә йәштәгеләр төркөмдәрендә сенсор бүлмәләр булдырылды.
Районда 1,5 йәштән 6 йәшкә тиклемге барлығы 1120 бала мәктәпкәсә белем биреү менән солғап алынған. “Сәңгелдәк” йәшендәге балалар иртә йәштәгеләр төркөмдәренә йөрөй, районда ундай 9 төркөм бар. Дөйөм үҫеш йүнәлешендәге төркөмдәрҙән тыш, компенсациялау йүнәлешендәге төркөмдәр ҙә эшләй. Был төркөмдәрҙә үҫешендә үҙенсәлектәре булған балалар өсөн тайпылыштарҙы төҙәтеү һәм мәктәпкә әҙерләү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Бөгөн беҙ мәктәпкәсә белем биреүҙә инклюзив мөхитте үҫтереүҙә мөһим аҙым яһайбыҙ: район педагогтарының август кәңәшмәһе ҡарары буйынса РАС (аутизм спектры боҙолоуы) балалары өсөн төркөм асырға тигән ҡарар ҡабул ителгәйне. Һәм бөгөн ул эшләй - 1 сентябрҙән РАС балалары өсөн компенсациялау йүнәлешендәге төркөм асылды.
Билдәле булыуынса, халыҡтың тулы ҡанлы үҫеше өсөн иң мөһим шарт - туған телде һаҡлау. Туған телде үҙләштереү, телмәрҙе үҫтереү - баланың мәктәпкәсә йәштәге иң мөһим ҡаҙаныштарының береһе, һәм хәҙерге мәктәпкәсә белем биреүҙә ул балаларҙы тәрбиәләүҙең һәм уҡытыуҙың дөйөм нигеҙе тип ҡарала. Балалар баҡсаларындағы балаларҙың милли составы: 532 башҡорт, 327 урыҫ, 213 татар, 21 сыуаш һәм башҡа милләт вәкилдәре. 22 төркөмдә туған башҡорт телен, 3 төркөмдә татар телен өйрәтәләр. Бынан тыш, үткән уҡыу йылынан башҡорт телен өйрәнеү буйынса түңәрәктәр ойошторолдо, улар менән 5 йәштән 7 йәшкә тиклемге 270 бала солғап алынған.
Балаларҙың гармониялы, хәүефһеҙ һәм төрлө яҡлы үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу, уларҙың учреждениела уңайлы булыуын, мәктәпкәсә белем биреү системаһында сифатлы тәрбиә һәм уҡытыуҙы тәьмин итеү өсөн барлығы 206 хеҙмәткәр эшләй - улар араһында тәрбиәселәр, өлкән тәрбиәселәр, физик культура буйынса инструкторҙар, логопед-уҡытыусылар, музыка етәкселәре, педагог-психологтар, тәрбиәсе ярҙамсылары һәм балалар баҡсаһы мөдирҙәре бар.
- Мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларында эшләүсе педагогтарҙың уңыштары тураһында ла һөйләп үтегеҙ әле.
-Мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтары даими рәүештә квалификацияларын күтәрәләр, аттестация үтәләр һәм муниципаль, республика, бөтә Рәсәй кимәлендәге профессио-наль конкурстарҙа әүҙем ҡатнашалар. 2026 йылдың 13 ғинуарынан республикала “Башҡортостан Республикаһының мәғариф лидерҙары” тигән киң күләмле кадрҙар проекты башланды. Беҙҙең райондан “Мәктәпкәсә белем биреү лидерҙары” конкурсында Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлнара Мостафина ҡатнашып, конкурстың призёрҙары һәм еңеүселәре иҫәбенә инде һәм республиканың мәғариф системаһы етәкселәренең төбәк реестрына индерелеп, муниципаль кадрҙар резервына алыу өсөн тәҡдим ителде.
“Йыл тәрбиәсеһе-2026” конкурсының муниципаль этабы үтте. Унда 8 тәрбиәсе ҡатнашты. Конкурс йомғаҡтары буйынса лауреаттар булып Красноусолдағы балалар баҡсаларынан түбәндәге тәрбиәселәр танылды: Рәзина Хәлил ҡыҙы Юлдашбаева (“Тирмәкәй”), Алина Александровна Комлева (“Әкиәт”),
Йәмилә Ғафур ҡыҙы Сәғитова (“Миләшкәй”). “Йыл тәрбиәсеһе-2026” конкурсының еңеүсеһе булып Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Светлана Викторовна Ковальская танылды.
20 ғинуарҙан 27 мартҡа тиклем Өфөлә “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы педагогы” республика һөнәри конкурсы үтте. Был абруйлы конкурста районыбыҙ исеменән Красноусолдағы “Әкиәт” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе А. А. Комлева ҡатнашты.
2025-2026 уҡыу йылында районыбыҙ тәүге тапҡыр “Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты. Был абруйлы конкурстың төбәк этабында районыбыҙҙан “Әкиәт” балалар баҡсаһы сығыш яһаны. Конкурс инклюзив белем биреүҙең иң яҡшы тәжрибәләрен күрһәткән белем биреү ойошмаларын асыҡлауға һәм уларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгәйне, ул республиканың 18 алдынғы учреждениеһын йыйҙы. Конкурс йомғаҡтары буйынса, “Әкиәт” балалар баҡсаһы “Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы” номинацияһында 2-се урын яуланы. Августа Ишембай ҡалаһында үткән мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһе һәм Өфө ҡалаһындағы Гражданлыҡ форумы сиктәрендә Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһы үҙенең күргәҙмә экспозицияһын тәҡдим итеүе айырыуса ҡыуаныслы.
- Грант конкурстарында еңеүҙәр еңел биреләме?
- Райондың мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары үҙ эшмәкәрлегендә проект эшмәкәрлеген әүҙем индерәләр. 2025-2026 уҡыу йылында Красноусолдағы мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары ҡарамағында төҙөлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар грант конкурстары еңеүселәре булдылар. Атап әйткәндә, Красноусолдағы “Тирәккәй” балалар баҡсаһы Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары фонды ярҙамы менән “Аманат - балаларға” проекты менән Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары конкурсы еңеүсеһе булды, ә “Миләшкәй” балалар баҡсаһы “Звуколяндия мәктәбе” проекты менән Президент гранттары фонды еңеүсеһе тип танылды. Был проекттар әлеге балалар баҡсаларында һәм муниципаль кимәлдә уңышлы тормошҡа ашырыла.
- Тәрбиәселәр һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә һөнәри байрамдары уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Форсаттан файҙаланып, көн һайын балаларға күңел йылыһын биреүсе, һәләттәрен үҫтереүгә тырышлыҡ һалыусы, уларҙың именлеге хаҡында хәстәрлек күреүсе районыбыҙҙың мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларында эшләүсе барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һәм хеҙмәт ветерандарын һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Һөнәри эштәрендә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, именлек, илһам, шатлыҡтар һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең һөйөүен һәм ата-әсәләрҙең хөрмәтен теләйем.
- Фәһемле әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Айҙар Айрат улы. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ!

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас