+7 °С
Ясно
Антитеррор
Мәғариф
25 Сентября , 05:05

Йәй миҙгеле емешле булды

Беҙҙең районда балаларҙың ялын ойоштороу иғтибар үҙәгендә тора. Ағымдағы йылда районыбыҙҙа балаларҙы һауыҡтырыу кампанияһы 2 ғинуарҙан башланды. Ҡышҡы каникул мәлендә районыбыҙ балалары “Имәнкәй” балаларҙы һауыҡтырыу-ял һәм спорт лагерында ял итте. 9 бала ГИС системаһы буйынса һәм 8 бала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары. Ике бала Өфө ҡалаһындағы “Аҡсарлаҡ” (“Чайка”) балалар һауыҡтырыу лагерында ял итте.

Йәй миҙгеле емешле булдыЙәй миҙгеле емешле булды
Йәй миҙгеле емешле булды

Етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, шулай уҡ ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға социаль ярҙам буйынса дәүләт вәкәләттәрен тормошҡа ашырыуға, был категорияға ҡараған балаларҙы ял һәм һауыҡтырыу менән тәьмин итеүгә быйыл 74 путёвка бүленде. Ауыр тормош хәлендә ҡалған - 44 һәм опеканан 30 бала “Имәнкәй” балалар ял-һауыҡтырыу лагерында ялдарын үткәрҙе.
Йәйге һауыҡтырыу кампанияһы осоронда ҡала яны һауыҡтырыу лагерҙарында, шифаханаларында 120 бала ял итте. Ауыр тормош хәлендә ҡалған 21 бала “Красноусол” һауыҡтырыу-ял-спорт лагерында ялда булды.
Социаль яҡлауға мохтаж үҫмерҙәрҙе, имен булмаған ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм, күмәк балалы ғаиләләрҙән бәлиғ булмаған балаларҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙы ойоштороу мөһим социаль әһәмиәткә эйә, ул үҫмерҙәрҙе һөнәргә өйрәтеүгә, хеҙмәткә намыҫлы ҡарашты пропагандалауға, хеҙмәт мөнәсәбәттәре өлкәһендәге хоҡуҡи грамоталылыҡ менән танышыуға, үҫмерҙәрҙең ҡарауһыҙлығына һәм хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеүгә ҡоролған. Бәлиғ булмағандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу буйынса “Ғафури районының Мәшғүллек үҙәге” ҡаҙна учреждениеһы ҙур эш алып бара. 2026 йылдың ошо арауығында Мәшғүллек үҙәге 98 үҫмергә ваҡытлыса эшкә урынлашыу дәүләт хеҙмәтен күрһәткән.
Үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға килешеүҙәр белем биреү ойошмалары менән төҙөлдө. Айырыуса социаль яҡлауға мохтаж үҫмерҙәрҙе, имен булмаған ғаиләләрҙән, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, КДН, СОП, ВШК-ла иҫәптә торған үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға айырым иғтибар бүленә.
Районда бер нисә йыл дауамында балаларҙың ялын һәм мәшғүллеген ойоштороуҙың аҙ сығымлы формалары әүҙем үҫешә. Ялдың был формаларының үҙенсәлеге шунда: сағыштырмаса аҙ финанслау менән дә улар балаларҙың мәшғүллеген ойоштороу буйынса ҡуйылған бурыстарҙы үтәргә мөмкинлек бирә. Быйыл йәйге осорҙа ялдың ошондай формалары менән 2500-ҙән ашыу мәктәп уҡыусыһы ял итте.
Балалар ижады үҙәгендә йыл да 30 кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн “Бала саҡ йәйғоро” комплекслы программаһы үтә.
2-17 июндә балалар күберәк хәрәкәтсән моменттарҙы үҙ эсенә алған программа буйынса шөғөлләнделәр: спорт һәм бейеү саралары: “Джунглиҙар саҡыра”, “Күңелле уйындар”, “Спорт эстафетаһы”, “Ура, каникулдар!”, “Тиҙерәк, юғарыраҡ, көслөрәк!”, “Күңелле старттар”, әммә шул уҡ ваҡытта танып белеүгә ҡоролған һәм интеллектуаль күнекмәләр: “Барыһын да белергә теләйем”, “Әкиәттә ҡунаҡта”, “Көйҙө таны”, “Музыкаль шкатулка”, “Әкиәттәр буйынса марафон”, “Һаумы, йәй!” һәм башҡалар.
Балалар араһында тыуған яҡтарына поход һәм экскурсиялар ҙур популярлыҡ менән файҙаланыла. Походтарҙа ҡатнашыусыларҙың һаны артыуы, ғаилә туристик походтарын уҙғарыу йолаһының үҫешеүе, балаларҙың ялын һәм буш ваҡытын ойоштороуҙың бындай формаһыҡыҙыҡһыныуҙы күрһәтә. Ағымдағы йыл буйына экскурсия һәм походтар ойошторолоп, уларҙа 1653 бала ҡатнашты.
Йәйге осорҙа уҡыусыларҙың сәләмәтлеген нығытыуға Красноусолдағы “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексына йөрөү ҙур әһәмиәткә эйә. Йәй көнө ФОК биләмәһендә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығында спорт саралары уҙғарылды
“Красноусол” балалар һауыҡтырыу-ял-спорт лагерының “Имәнкәй” майҙансығы районыбыҙҙың уникаль тәбиғәте менән гармониялы бәйләнеше традицион рәүештә дан тота. Саф урман һауаһы, көн һайын иртәнге күнекмәләр һәм һауыҡтырыу процедуралары балаларға иммунитетты нығытырға һәм яңы уҡыу йылы алдынан көс йыйырға ярҙам итте. Йәй буйына балалар әүҙем рәүештә спорт менән шөғөлләнде: берҙәмлеккә арналған эстафеталарҙа, волейбол һәм футбол турнирҙарында ҡатнашты, шулай уҡ спорт туризмы күнекмәләрен үҙләштерҙе.
Был миҙгелдә лагерь бөтә республиканан һәм күрше төбәктәрҙән йәш ҡунаҡтарҙы ҡабул итте. Мәҫәлән, дүртенсе сменала бында Сорғот ҡалаһынан 30 спортсы ял итте һәм күнекмәләр үтте. Красноусолдың уникаль климаты һәм ресурстары уларға интенсив күнегеүҙәрҙе юғары сифатлы ял менән һөҙөмтәле берләштерергә мөмкинлек бирҙе.
Был йәй балалар дүрт тематик профилле: “Ижади”, “Йыһан”, “Патриотик”, “Квест” сменаларында кинәнеп ял итте.
Һәр сменаның программаһы балаларға үҫеш өсөн уникаль мөмкинлектәр тәҡдим итте. Мәҫәлән, беренсе сменала ял итеүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Илья Макаров тураһында документаль фильм төшөрөүҙә ҡатнашты. МХО ветерандары балалар өсөн батырлыҡ дәресе үткәрҙе, ә лагерҙа тәрбиәләнеүселәр фильм төшөрөү майҙансығының нисек ҡоролғанын күрҙе һәм хатта интервью ла бирҙе. Йыһан сменаһында балалар лагерҙың партнёрҙары – “Алгоритмика” мәктәбе тәҡдим иткән яһалма интеллектты өйрәнеү буйынса өҫтәмә белем биреү программаһын үҙләштерҙеләр. Был сменаның иң иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе - Рәсәй Геройы, осоусы-космонавт Михаил Корниенко менән осрашыу булды.
Лагерҙағы һәр көн ваҡиғаларға бай үтте. Вожатыйҙар һәм тәрбиәселәр балалар өсөн күп кенә команда уйындары, ижади конкурстар һәм танып белеү квестары әҙерләне. Дуҫ коллектив булдырыуға айырым иғтибар бүленде: берләшеүгә йүнәлтелгән станциялар буйынса уйындар хатта иң оялсан балаларға ла тиҫтерҙәре менән тиҙ арала уртаҡ тел табырға ярҙам итте.
Киске сараларҙың төп биҙәге булып, һәр кем үҙенең һәләтен күрһәтә алған ижади концерттар һәм асыҡ һауала үткән көтөп алынған дискотекалар торҙо.
2026 йылдың йәйге миҙгеле “Имәнкәй” лагерының балаларҙы төрлө яҡлап үҫтереү, һаулыҡтарын нығытыу һәм сағыу бала саҡ иҫтәлектәрен ҡалдырыу өсөн иң уңайлы майҙансыҡ икәнен тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Был - йәш ял итеүселәрҙең ҡабат-ҡабат килергә теләгән урыны.
Әлфиә ШАҺИЕВА,
район мәғариф бүлеге методисы, балаларҙың ялын ойоштороу буйынса координатор.

Йәй миҙгеле емешле булды
Йәй миҙгеле емешле булды
Йәй миҙгеле емешле булды
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас