

1989 йылда үҙ ишектәрен асып эшләй башлаған 12 балаға иҫәпләнгән Ибраһим ауылындағы “Ҡарлуғас” балалар баҡсаһы ауыл осонда йәмле генә ерҙә айырым бинала урынлашҡан. Ҡапҡаһын асып инеү менән башланған һәр ерҙәге тәртип эстә лә сағылыш таба. Косметик ремонт үткәрелгән, эсе-тышы сағыу буяуҙар менән биҙәлгән.
Кескәйҙәр балалар баҡсаһына теләп йөрөй. Бөгөнгө көндә баҡсаға 9 бала йөрөй (11 бала иҫәпләнә). Баҡсала тәрбиәсе булып үҙ эшен һәм балаларҙы ихлас яратҡан Эльмира Раян ҡыҙы Ғәлиуллина эшләй. 17 йыл элек тәрбиәсе ярҙамсыһы булып хеҙмәт юлын башлаған һәм шуның 7 йылын юғары категорияға эйә булып, тәрбиәсе хеҙмәтенә бағышлаған ул. Тәрбиәсе ярҙамсыһы Зөлфиә Рөфҡәт ҡыҙы Килмөхәмәтова үҙ эшен еренә еткереп, яратып башҡара. Ашнаҡсы Фидалия Ванир ҡыҙы Рәхмәтуллина аштарҙы тәмле итеп бешереп балаларҙы һыйлай. Туҡландырыуҙы “Алтын ҡурай” туҡланыу операторы ойоштороп, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә.
- Атай-әсәйҙәр беҙҙең беренсе ярҙамсыларыбыҙ, улар менән берҙәмлектә эшләйбеҙ. Һәр яҡлап даими рәүештә ярҙамдарын тоябыҙ. Ата-әсәләр аҡса йыйып, баҡса тәҙрәләренә селтәрҙәр алып элделәр, саңһурҙырғыс һатып алып бирҙеләр. Бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтеүселәр ҙә бар. Ауылдашыбыҙ Илнур Фәнил улы Садиҡовтың әленән-әле тос ярҙамын тоябыҙ. Мәскәүҙә эшләп йөрөүсе Артур Тайғонов Яңы йыл байрамында балаларҙы бүләктәр менән һөйөндөрә. Баҡсаны хәстәрлектәренән ташламауҙары өсөн барыһына ла рәхмәтлебеҙ. Төрлө район һәм республика конкурс, ярыштарында балалар ҙа, үҙебеҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Шиғырҙы тасуири һөйләү буйынса быйыл 2-се урын һәм грамоталарға лайыҡ булды балаларыбыҙ. Ҡул эштәре буйынса республика онлайн-конкурста ҡатнашып, шулай уҡ 2-се урын яуланыҡ. Һуңғы ваҡытта Интернет, телефон шауҡымы балаларҙа үҙен һиҙҙерә, үҙ-ара русса аралашалар, - тип һөйләп үтте Эльмира Раян ҡыҙы баҡса тормошо менән таныштырып.
Эльмира Ғәлиуллина үҙе быйыл Салауат ҡалаһында уҙған тәрбиәселәрҙең республика семинарында ҡатнашҡан, Сәйетбаба ауылы мәктәбе базаһында үткән райондың балалар баҡсаларындағы туҡланыу буйынса семинарҙа доклад менән сығыш яһаған.
11 баланың дүртәүһе бер туғандар: Мәликә менән Искәндәр Ишемғоловтар, Милена менән Рамазан Килмөхәмәтовтар, Алтынай менән Сәлимә Рәхмәтуллиналар, ә апалы-һеңлеле Рузалина менән Зәлифә Юлыҡоваларҙың атайҙары Рүзәл махсус хәрби операцияла, Зарина Исҡужина, Илина Фәхрутдинова, Морат Рәхмәтуллиндар.
Һөнәри байрамдарында кескәйҙәргә көн һайын үҙҙәренең йөрәк йылыһын, хәстәрен йәлләмәй өләшкән изгелекле һөнәр эйәләренә яуаплы эштәрендә уңыштар, балаларҙың һәм ата-әсәләрҙең ихтирамын теләйбеҙ. “Ҡарлуғас”та балалар тауыштары яңғырап торһон!