-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Ноябрь 2016, 17:47

Жәлил Кейекбаев исемендәге премияны биреү тураһында ПОЛОЖЕНИЕ

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советының 2016 йылдың 15 ноябрендәге 4/4-26-сы ҡарарына Ҡушымта

I. Дөйөм положение.

Әҙәбиәт, публицистика, ижтимағи һәм ғилми эшмәкәрлек өлкәһендә Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге премия (артабан - Премия) халыҡ депутаттарының Ғафури район Советы Башҡарма комитеты тарафынан 1991 йылдың 24 октябрендә булдырылды. Премия яҙыусы һәм ғалимдың тыуған көнөнөң юбилей йылдарында (биш йылға бер тапҡыр) бирелә, күләме 10000 һум.

1. Премия булдырыуҙың төп бурыстары булып ғалим һәм яҙыусы исемен, ижадын пропагандалау һәм популярлаштырыу, йәш быуындың ижади эшмәкәрлеген дәртләндереү, күп милләтле республика халыҡтары араһында мәҙәни яҡынлыҡ, рухи-әхлаҡи традицияларҙы тергеҙеү, һаҡлау һәм нығытыу тора.

2.Премия әҫәрҙәре Ж.Кейекбаев ижадына ауаздаш булған, юғары художество, рухи-әхлаҡи һәм патриотик идеяларға тап килгән яҙыусы, публицист, әҙәби тәнҡитсе, мәғариф һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, йәмәғәт эшмәкәрҙәренә, журналистарға, уҡыуҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән, олимпиада, конкурс, фестивалдәрҙә призлы урындар алған уҡыусыларға тапшырыла.

3. Премия Ж.Кейекбаев исемендәге премияны тапшырыу буйынса район комиссияһы (артабан - Комиссия) юллауы нигеҙендә бирелә һәм муниципаль район Советы ҡарары менән раҫлана.

4. Комиссия конкурс үткәреү шарттары һәм ваҡыты тураһында район матбуғаты аша мәғлүмәт еткереү, материалдарҙы тапшырыу һәм ҡарау тәртибен раҫлау, премияға дәғүә итеүселәргә документтар тултырыу тәртибен аңлатыу, муниципаль район Советына Премия тапшырыу буйынса тәҡдимдәр индереү, Премия лауреаттарының тәжрибәһен һәм ҡаҙаныштарын таратыуға булышлыҡ итеү маҡсатында булдырылған кәңәшмә орган булып тора.

5.Комиссия райондың башҡарма власть органдары, йәмәғәт ойошмалыры, журналистар, шулай уҡ мәҙәниәт һәм фән өлкәһе белгестәре иҫәбенән төҙөлә.

6. Комиссия үҙ эшен райондың башҡарма власть органдары, ижади ойошмалары менән берлектә бойомға ашыра. Ултырыштар раҫланған планға ярашлы уҙа һәм комиссия ағзаларының кәмендә яртыһы ҡатнашҡан саҡта тулы хоҡуҡҡа эйә. Комиссия ҡарарҙары протоколға тултырыла.

7. Комиссияның ойоштороу эшен Ғафури районы муниципаль район хакимиәте тәьмин итә.

8.Премия тапшырыу буйынса сираттағы конкурс уҙғарылыуы тураһында Комиссия киң мәғлүмәт саралары аша иғлан итә.

9. Премия аҡсалата өлөштән, премия лауреаты таныҡлығы һәм почетлы билдәһенән тора.

II.Премия тапшырыуға кандидаттар күрһәтеү тәртибе.

1. Премияға дәғүә итеүсе кандидаттар ижади берекмәләр, хеҙмәт коллективтары, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмалары, уҡыу йорттары, мәҙәниәт, мәғариф учреждениелары, киң мәғлүмәт саралары редакциялары тарафынан күрһәтелә.

2. Дәғүәселәр үҙ ижады һәм биографияһы менән Ғафури ере менән бәйле булырға тейеш.

3.Премия өскә тиклем дәғүәсегә бирелергә мөмкин. Авторҙар коллективы премияға дәғүә итмәй.

4. Премия ҡабатлап бер үк кешегә бирелмәй.

5. Дәғүәселәр Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрендә тупланған материалдарҙы "Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге премия” тигән билдә ҡуйып ошо адресҡа ебәрә: 453050, Ғафури районы, Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районы хакимиәте. Шулай уҡ авторҙың адресы, йәше, профессияһы, Яҙыусылар союзында, әҙәби берекмәләрҙә һ.б. ағза булып тороуы күрһәтелә.

6. Элек премияға тәҡдим ителгән кешеләрҙең кандидатураһы, уҙған ваҡыт эсендә улар яңы хеҙмәттәр баҫтырып сығарған осраҡта ғына, ҡабатлап ҡарауға ҡабул ителә.

7. Премияға дәғүә итеүселәр буйынса документтар Комиссияға юбилей йылының 10 ноябренән 10 декабренә тиклем тапшырыла.

8. Премияға Комиссия ағзаһы тәҡдим ителгән осраҡта ул Комиссия эшендә ҡатнашмай.

9. Эштәрҙе ҡарау, Премия тапшырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, уларҙы тейешле тәртиптә Муниципаль район Советы ҡарауына тапшырыу Премия тапшырыла торған йылдың 1 декабренә тиклем бойомға ашырыла.

10. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаттарының исемдәре "Звезда” һәм "Табын” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарыла.

11. Премияға дәғүә итеүселәрҙең һәр береһенә билдәләнгән тәртиптә һаҡланасаҡ дело булдырыла.

III. Премия тапшырыу өсөн материалдарҙы ҡарау һәм лауреатты билдәләү тәртибе

1. Ҡарауға ҡабул ителгән эштәр Премия тапшырыуға кандидаттар исемлеге булдырыу маҡсатында Комиссия ҡарауына индерелә. Был исемлеккә индерелеү өсөн ошо Положение менән билдәләнгән шарттарҙың, эштәрҙе тапшырыу процедураһының һәм ваҡытының үтәлеүе, шулай уҡ документтарҙы тултырыуға һәм комплектлауға Комиссия белдергән талаптарҙың үтәлеүе мотлаҡ булып тора.

2. Эштәрҙең был исемлеккә индерелеүе тураһында Комиссия ҡарары протокол менән рәсмиләштерелә.

3. Протоколда булған мәғлүмәттәр ситкә сығарылмай.

4. Премия тапшырыу тураһында йомғаҡлау ҡарары Комиссия ағзаларының яртыһынан күберәге ҡатнашлығында асыҡ тауыш биреү юлы менән ҡабул ителә. Комиссия ағзаһының йомғаҡлау ултырышында ҡатнашыуы мөмкин булмаған хәлдә, уның яҙма тауыш биреүенә юл ҡуйыла.

5. Ж.Кейекбаев исемендәге премияны биреү тураһында Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары "Звезда” һәм "Табын” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарыла.

IY. Премияны тапшырыу

1. Премияға лайыҡ булған кешегә "Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты” исеме бирелә, таныҡлыҡ, аҡсалата бүләк һәм түшкә таға торған лауреат билдәһе тапшырыла.

2. Награда комплекттары Ж.Ғ.Кейекбаевтың тыуған төйәгендә яҙыусы һәм ғалимдың юбилейын билдәләгәндә тантаналы шарттарҙа тапшырыла.

3. Премия лауреаты билдәһе уң яҡ түшкә тағып йөрөтөлә.

4. Премия лауреатына аҡсалата бүләк Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль районының урындағы бюджетынан бирелә.

5. Вафат булған премия лауреатының йәиһә үлгәндән һуң премияға лайыҡ булыусының Дипломы менән почетлы билдәһе уның ғаиләһенә тапшырыла.
Читайте нас: