+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
16 Ноябрь 2016, 17:49

Жәлил Кейекбаев исемендәге премияны тапшырыу тураһында Положениены раҫлау тураһында

Муниципаль район Советы ҡарары

Башҡортостан Республикаһының "Мәҙәниәт тураһында” 1993 йылдың 13 июлендәге ВС-18/20-се законын, халыҡ депутаттарының Ғафури ра-йон Советы Башҡарма комитетының 1991 йылдың 24 октябрендәге "Жәлил Кейекбаев исемендәге премияны булдырыу тураһында” 12-131 а һанлы ҡарарын үтәү йөҙөнән, шулай уҡ яҡташыбыҙ, яҙыусы, төркиәтсе ғалим һәм йәмәғәт эшмәкәре Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевтың фәнде, милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индереүен иҫәпкә алып, Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарар итте:

1. Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тураһында Положениены (1-се Ҡушымта) раҫларға.

2. Жәлил Кейекбаев исемендәге премияны тапшырыу буйынса район комиссияһы составын раҫларға (2-се Ҡушымта).

3. БР Ғафури районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 22 авгусындағы "Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тураһында положениены раҫлау тураһында” 50-370з һанлы, 2011 йылдың 16 ноябрендәге "БР Ғафури районы муниципаль район Советының 2011 йылдың 22 авгусындағы "Жәлил Кейекбаев исемендәге премия тапшырыу тураһында положениены раҫлау тураһында” 50-370з һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 57-453з һанлы ҡарарҙарын көсөн юғалтҡан тип иҫәпләргә.

4. Был ҡарарҙы "Звезда” һәм "Табын” район гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.

5. Был ҡарарҙың үтәлешен контролдә тотоуҙы Советтың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт, социаль-гуманитар мәсьәләләр, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау һәм халыҡҡа башҡа төр хеҙмәттәр күрһәтеү бу-йынса комиссияһына (рәйесе – С.О.Афанасьев) йөкмәтергә.

З.М.ХАФИЗОВ,

Совет рәйесе.

15 ноябрь, 2016 йыл.

№ 4/4-26.
Читайте нас: