+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
3 Декабрь 2016, 19:35

Илһамлы мәл

"Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең сираттағы ултырышы Үзбәк ауылы халҡы, мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығында әҙәби-музыкаль кисә итеп ойошторолдо.

Билдәләнгән ваҡытҡа район үҙәгенән "Табын” гәзите хеҙмәткәрҙәре, берекмә рәйесе Рәмзиә Монасипова, район

мәҙәниәт һарайы артистары Рәмил Ғимрани (берекмә ағзаһы ла), йырсылар Хызыр Нәзиров, Рәмил Сәйфуллин, баянсы Наил Вәлиевтар барыуға ауыл халҡы клубҡа йыйыла башлағайны инде.

Кисәне Үзбәк ауылы һәүәҫкәрҙәре Фәрғәт Ғәлин һүҙҙәренә Рәмил Ғимрани ижад иткән "Ауылым шәхестәре” йыры менән асып ебәрҙе.

Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Айҙар Исмәғилев: "Беҙҙең төбәктә "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзаларын ҡаршы алыуыбыҙға шатбыҙ. Эшегеҙҙә ижади уңыштар теләйем”, - тип йыйылыусыларҙы тәбрикләне. "Табын” гәзите мөхәррире Самат Ғәлиуллин үҙ сығышында:

- 1985 йылдан бирле эшләп килгән әҙәби берекмә ултырыштары, ғәҙәттә, редакцияла үтә торғайны. Берекмә етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы тәҡдиме менән ауылдарға сығып уҙғара башланыҡ. Һеҙҙең төбәк осраҡлы һайланманы, әлбиттә, таланттарға бик байһығыҙ. Бында шиғри күңелле ижад кешеләре бихисап – ауылдаштарығыҙ Фәрғәт Ғәлин, Рәмил Ғимрани, Еҙем-Ҡарандан Әлфиә Исҡужина, Флүрә Хәлилова, Еректән Миңтимер Кәримов, Ибраһимдан Фәйез Садиҡов һәм башҡа күптәр менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алаһығыҙ. Бөгөн беҙҙең маҡсатыбыҙ халыҡты шағир-шағирәләре, уларҙың ижады менән таныштырыу, күҙмә-күҙ ҡарашып һөйләшеү, аралашыу, – тине.

Оҙаҡ йылдар "Табын” гәзите менән хеҙмәттәшлек иткән Әлфиә Исҡужинаға, Фәрғәт Ғәлинға, Рәмил Ғимраниға Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

- Һаумыһығыҙ, яҡташтар! – тип башланы сығышын Рәмил Ғимрани. – Һәр кем үҙ тормошонан, уй-кисерештәренән сығып ижад итә. Мин дә хәҙер инде олпат йәшкә еткән уҙаман булараҡ, йәш саҡтарҙы һағынып яҙған йырымды һәм "Минең көҙөм” исемле шиғырымды һеҙгә тәҡдим итмәксемен, - тине. Фәһемле, тормошсан робағиҙарын, балалар өсөн шиғырын уҡығандан һуң, "Өлкәндәр иҫләйҙер, элек ауыл кистәре гармунһыҙ үтмәй торғайны”, тип гармунда халыҡ көйҙәренән попурри уйнап ишеттерҙе.

Артабан һүҙ Үзбәк мәктәбе уҡыусылары – "Өмөтлө ҡәләм” конкурсында "Иң йәш ҡатнашыусы” номинацияһында еңеүсе, "Урал батыр” эпосын ятҡа һөйләүселәр бәйгеһендә ра-йонда 2-се урын алған Миңлегөл Хисмәтуллина "Уҡытыусы”, Роза Нафиҡова "Тейен”, "Болан” исемле үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы уҡыны.

Һүҙ бирелгәндән һуң сәхнәгә сыҡҡан Фәрғәт Ғәлин: "Көндәлек тормошобоҙҙо техника биләп алһа ла, күңелдәрҙә шиғырға урын бар. Беҙҙең эшебеҙҙе уҡыусылар ҙа дауам итһә ине. Үҙемдең "Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ултырышына тәүге тапҡыр барып, билдәле шағирҙар, абруйлы ағайҙар – Аман Юлъяҡшин, Юнир Үтәгәнов, Вилдан Шәриповтар алдында шиғырымды уҡығаным әле лә хәтерҙә. Бик ныҡ ҡаушауҙан, тулҡынланыуҙан тауышым әллә сыҡты, әллә юҡ, ләкин Вилдан ағайҙың "Вәт шиғыр, исмаһам!” тип әйтеүе күңелемде үҫтерҙе, үҙемә ышанысты арттырҙы”, - тине һәм "Әсәйем йыры”, "Имәндәргә килеп серем сисәм”, "Ҡыш” кеүек шиғырҙарын уҡыны хәҙер инде үҙе күптәргә кәңәш бирерлек, үткер ҡәләмле шағир.

Унан һуң сығыш яһаған Илфат Ғәлин, Флүрә Хәлилова, Әлфиә Исҡужина, Фәйез Садиҡов та ижадтарына илһам биреүсе тыуған төйәге, тәбиғәте, данлы яҡташтары тураһындағы шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.

"Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев әйткәнсә, ысын башҡорт өс нәмәне – үҙ халҡының батырҙарын, йондоҙҙарға ҡарап юл табырға һәм шәжәрәһен белергә тейеш,

- тип башланы һүҙен Рәмзиә Ғайса ҡыҙы. – Республикабыҙҙың 100 йыллыҡ юбилейына 100 шәхес проекты ошо һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөнә ишара. Һәр кем үҙ төбәгенең билдәле кешеләрен белергә тейеш. Бөгөнгө кисәлә һеҙ ҙә ауылдаштарығыҙ, яҡташтарығыҙ ижады менән яҡындан таныштығыҙ. Сәхнәлә ололар ҙа, балалар ҙа булды, тимәк, киләсәктә лә илһам шишмәгеҙ ҡоромаҫ, тип уйла-йым, - тине Р.Монасипова. Ул район Ағинәйҙәр ойошмаһы рәйесе булараҡ, Үзбәк ауылы ағинәйҙәренең етәксеһен һайлау кәрәклеген, Ағинәйҙәр ойошмаһының бурыстарын да аңлатып үтте. Ауыл халҡы бер тауыштан был вазифаға Фәриҙә Вәғиз ҡыҙы Ильясованы һайлап ҡуйҙы.

Шиғриәт кисәһенә Хызыр Нәзиров, Рәмил Сәйфуллин, Рәмил Ғимрани, Эльмира Ғәлиналарҙың моңло йырҙары, Лена Сибәғәтуллинаның дәртле бейеүе, Йомабикә Башарова уҡыған Ф.Ғәлиндың "Ғүмер” шиғыры биҙәк өҫтәне. Йөрәктәренә шиғри моң яғылған Үзбәк ауылы халҡы бындай осрашыуҙар йышыраҡ булһын ине тигән теләктә өйҙәренә таралды. Ә "Мағаш тауышы” берекмәһе ағзалары фекер алышыуҙы Минзилә һәм Фәрғәт Ғәлиндарҙың ҡунаҡсыл йортонда һыйлы табын артында дауам итте.


Читайте нас: