Стәрлетамаҡ ҡала типографияһында үҙнәшер юлы менән донъя күргән "Өләсәйҙә ҡунаҡта” тип аталған китапты автор өс бүлеккә бүлгән. Тәүгеһе – "Өләсәйҙең шиғри һыйҙары” тип атала һәм унда Фәүзиә апайҙың балалар өсөн яҙған шиғырҙары, шиғри әкиәттәре һәм заманса йомаҡтары урын алған. "Асылырҙар әле бөрөләр” тигән икенсе бүлектә иһә автор үҙенең ейән-ейәнсәрҙәренең ижадына урын биргән. "Их, өләсәй булыуҙары рәхәт икән!” тигән бүлеккә өләсәй үҙенең ете ейән-ейәнсәренә төбәп яҙған шиғырҙарын индергән. Китап өләсәй һәм ейән-ейәнсәрҙәрҙең төрлө сараларҙа, бергәләп эш эшләгәндә һ.б. төшкән сағыу фотоһүрәттәр менән биҙәлгән.