+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
12 Декабрь 2016, 20:14

Изгелектең йылы ямғыры

Уҙған йомала район мәҙәниәт һарайында Халыҡ-ара инвалидтар көнөнә арналған сара үтте.

Яҙмыштың аяуһыҙ елдәре ҡағылған ғүмерҙәрҙе, ҡаты сиргә дусар булғандарҙы онотмаҫҡа кәрәклеген иҫкәртә торған был көн 1992 йылдан бирле билдәләнә.

Күптән түгел район инвалидтар йәмғиәте рәйесе итеп һайланған Рәзимә Хәкимова сарала сығыш яһап, барыһын да ошо мөһим көн менән тәбрикләне, иң изге теләктәрен еткерҙе.

Был кисәлә бар ҡотлауҙар, төрлө ижади коллективтар сығыштары байрамға килеүселәргә, шул иҫәптән Табын коррекция мәктәбе уҡыусыларына бағышланды. Улар үҙҙәре лә буш ҡул менән килмәгән – тамашасыларға "Бутҡа, беш!” тип аталған дәртле бейеүҙәрен бүләк итте.

Һәр мәҙәни сараның матур биҙәгенә әйләнгән "Землячки” рус халыҡ хоры, Балалар ижады үҙәге, район мәҙәниәт һарайында эшләп килгән балалар бейеү коллективтары сығышын барыһы ла яратып ҡараны. Василий Калачиговтың үҙ шиғырын уҡыуы, Рәзимә Хәкимованың, Красноусол башҡорт гимназия-интернатының "Йондоҙсоҡтар” балалар вокаль ансамбленең аһәңле йырҙары залдағыларҙың йөрәктәрен тетрәндерҙе.

Концерттан һуң сарала ҡатнашыусылар фойела бағыусылар ярҙамы менән әҙерләнгән сәй өҫтәле янына йыйылды. Ошонда уҡ коммерциялы булмаған автономлы "Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләгән "Шарм” парикмахерскийы оҫталары Регина Рәжәпова менән Альбина Сабитова бар теләүселәргә лә матур прическалар эшләне. Был көндә 13 кешене бушлай хеҙмәтләндерҙе улар. Балалар ижады үҙәге педагогтары уҙғарған күңелле уйын-конкурстарҙа ла теләп ҡатнашты сараға йыйылыусылар. Район инвалидтар йәмғиәте рәйесе Р.Хәкимова әйтеүенсә, ул ойошҡан рәүештә уҙҙы.

- Иң мөһиме, беҙ бергә йыйылып, аралашып, һөйләшеп, борсоған проблемалар, киләсәккә пландарыбыҙ менән бүлештек. Ошо осрашыуҙы ойошторорға ярҙам иткән район хакимиәтенә, шәхсән Р.З.Бохаровҡа, "Тандер” ЗАО-һы ("Магнит” магазины), шәхси эшҡыуарҙар З.Р.Садиҡова (Яңғыҙҡайын), Н.Буриев, Н.Т. Фоминға, "Изгелек шишмәһе” үҙәгенә, "Родник Надежды” хәйриә фондына, Табын коррекция мәктәбенә, мәҙәниәт бүлегенә һәм эстәлекле мәҙәни күңел асыу программаһы әҙерләгәндәре өсөн Балалар ижады үҙәге коллективына рәхмәтлебеҙ, - тине ул.

Ысынлап та, бындай кисәләр үткәреү, ихлас мөғәләмә итеү унда ҡатнашыусыларға үҙ көсөнә ышаныс тыуҙыра, һәләтен асырға, рухтарын нығытырға ярҙам итә. Мәрхәмәтлек тигән йылы ямғырҙай йомшаҡ, йылы хистән мәхрүм булмаһаҡ ине.
Читайте нас: